26 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
Шишмә районында интенсив типтағы баҡсаларҙы үҫтереү пландары тураһында Шишмә емеш-йәшелсә питомнигы директоры Рәмил Ғәлиуллин һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә Радий Хәбиров эш сәфәре менән хужалыҡта булып, уның эшмәкәрлеге менән танышҡайны. Питомникты дөйөм үҫтереү концепцияһы күсмә “Ауыл сәғәте” ултырышында ҡаралды.
Дөйөм инвестиция күләме ике миллиард һумлыҡ был ҙур проект дүрт стадиянан тора. 2022 йылға тиклем дауам итәсәк беренсе этапта, 80 гектар майҙанлыҡ хужалыҡта интенсив һәм суперинтенсив типтағы алма баҡсаларына нигеҙ һаласаҡтар. Өҫтәмә рәүештә еләк, ҡара миләш, ҡарағаттың перспективалы сорттарын үҫтерә башлаясаҡтар. Был 145 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирә.
Киләһе этаптар (2023 йылдан 2034 йылға тиклем) баҡса майҙандарын 1000 гектарға тиклем киңәйтеү, емештәр һәм еләктәр өсөн һаҡлағыс менән таратыу үҙәге төҙөү, транспорт паркын тулыландырыуҙы күҙ уңында тота. Емеш-еләкте республиканың социаль учреждениеларына ла алып барасаҡтар. Питомник коллективы планлаштырылған күләмдең һигеҙ процентын ултыртҡан да.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, проектты тормошҡа ашырыу интенсив баҡсасылыҡ өлкәһендәге башҡа инвесторҙар өсөн дә юлды асасаҡ.
"Был бик ҡатмарлы, хәүефле бизнес. Яңы технологиялар буйынса беренсе уңышты 2022 йылда ғына аласаҡбыҙ, – тине ул. – Тик шуның менән бер рәттән төбәктә интенсив баҡсасылыҡты үҫтергән ҙур проектты башлайбыҙ. Был беҙҙең агросәнәғәт комплексы өсөн әһәмиәтле ваҡиға".
Ярҙам булараҡ, проект баҡсаларға нигеҙ һалыуҙың бер өлөшөн ҡаплауға компенсация, лизингҡа техника һәм ҡорамал алыуҙа ташлама аласаҡ. Шишмә районы хакимиәте питомникты үҫтереү өсөн ер участкаларын рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.
“ФНБ Инжиниринг” компанияһы генераль директоры Евгений Саяпин Благовещендағы йылдам социаль-үҫеш биләмәһендә (ТОСЭР) сәнәғәт насостары, шыйыҡ һәм бөртөклө материалдар менән эш итеү ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөлөшө проектын ҡараны.
Предприятие нефть, химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, коммуналь тармаҡ өсөн сеймал, материалдарҙы дозаларға бүлеү, ташыу өсөн комплекслы инженер ҡарарҙары проектлай һәм етештерә.
Проектҡа һалынасаҡ инвестиция күләме – 261 миллион һум. Яңы етештереүҙә 100-ҙән ашыу кеше эшләйәсәк.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар проектты ТОСЭР резиденттары иҫәбенә индереүҙе хупланы һәм инвесторға һалым преференциялары вәғәҙә итте. Благовещен районы хакимиәте шулай уҡ Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса федераль фондтан ташламалы займ йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
“ТракДетальОкт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусы Ольга Горшкова Туймазы районында М-5 “Урал” федераль трассаһы буйында күп функциялы юл буйы комплексы төҙөү проекты тураһында һөйләне. Уның дөйөм хаҡы 50 миллион һум тәшкил итәсәк. Үҙ эсенә кафены, техник хеҙмәтләндереү пунктын, еңел һәм йөк транспорты өсөн туҡталҡаны аласаҡ.
Инвесторҙар ер участкаһын ҡуртымға алған һәм объектты төҙөү өсөн проект документтарын әҙерләгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала юл буйы сервисы объекттары төҙөү өсөн өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған.
Һөйләшеү һөҙөмтәһендә проектҡа инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыуға тотонолған аҡсаның бер өлөшөнә субсидия биреләсәк.
Бынан тыш, кәңәшмәлә быға тиклем үткән Инвестиция комитеты ултырыштары буйынса Башҡортостан Башлығы ҡуйған бурыстарҙы үтәү барышы тикшерелде. Улар араһында республиканың төпкөл ауылдарын киң һыҙатлы интернет менән тәьмин итеү бар.
Республиканың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, 2021 йыл аҙағына тиклем интернетҡа 262 ауылда йәшәгән 100 мең самаһы кеше тоташа аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, тәү сиратта социаль объекттарҙы интернетҡа тоташтырырға кәрәк.
– Юғары тиҙлекле интернет заман шарттарында – йәштәрҙең сифатлы белем алыу, социаль хеҙмәттәр һәм квалификациялы медицина ярҙамы алыу, тормошобоҙҙоң төрлө тармаҡтарында һанлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуын тәьмин итеү юлы, – тине Радий Хәбиров.