Быйыл Әбйәлил, Асҡын, Белорет, Бүздәк, Дыуан, Йылайыр, Кананикольский, Нуриман, Тирлән урмансылыҡтарында бөтәһе 2,1 миллион гектар ерҙә, йәғни урман фондының 36 процентында, урмандарҙы файҙаланыуҙы дистанцион тикшереү уҙғарылды. Һөҙөмтәлә урман ҡануниәтен боҙоу билдәләре булған 150 енәйәт асыҡланды, уларҙың 111-е раҫланды.
– хоҡуҡ биргән документтар булмайынса урман үҫентеләрен ҡырҡыу – 15 осраҡ, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу күләме1600 кубометр тәшкил иткән, һөҙөмтәлә урманға 11,7 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән;
– ҡуртымсылар урман декларацияһы тәртибендә ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәйенсә урман участкаларын файҙаланған – 17 осраҡ;
– ағасты алыу-һатыу килешеүҙәре, урман декларацияһы, Ағасты иҫәпләү һәм уның менән килешеүҙәрҙең берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына (ЕГАИС) мәғлүмәттәрҙең бирелмәүе – 44 осраҡ.
– Урманды файҙаланыуҙа дистанцион тикшереү системаһын ҡулланыу РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында ҡаралған енәйәттәрҙе иҫкәртеүҙә һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ул алып барылған ағас ҡырҡыуҙың норматив-хоҡуҡ акттарына тура килеүен күҙәтеү, урманды файҙаланыу барышында, айырыуса тулыһынса ҡырҡыу һөҙөмтәһендә үҙгәрештәргә дусар булған урман фонды хәлен билдәләү мөмкинлеген тыуҙыра.
Бынан тыш, ҡуртымсыларҙы һәм етәкселәрҙе даими дистанцион күҙәтеү алып барылыуы хаҡында иҫкәртеү уларҙы тәртипкә өйрәтә һәм ҡырҡындыларҙы билдәләгәндә, бүлгәндә һәм ағас иҫәбен алғанда юл ҡуйылған боҙоуҙарҙы кәметеүгә, Ағасты иҫәпләү һәм уның менән килешеүҙәрҙең берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына мәғлүмәт биреүгә (ЕГАИС) ыңғай йоғонто яһай, – тип белдерҙе Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы Юнир Садиҡов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса ҡылынған енәйәт өсөн ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Закон боҙған кеше, был яуаплылыҡтан тыш, урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш.
Бөгөн урман хужалығын үҫтереүҙә төп бурыстар – урман һағын тәьмин итеү, ағас ултыртыу һәм урманды яҡлау. Был маҡсаттарға өлгәшеүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡубал ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ярҙам итә. Быйыл федераль проектты бойомға ашырыу бырышында Башҡортостанға урман хужалығын үҫтереүгә 211 миллион һум аҡса бүленде. Был саралар урман тергеҙеү һәм үҫтереү майҙандарын арттырыуға, шулай уҡ янғындарҙан күрелгән зыянды кәметеүгә йүнәлтелә.