Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2020, 12:35

“Был ярҙам ауыр тормош хәленән сығырға булышлыҡ итә”

Һорауҙар менән “Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район –ара үҙәге Архангел районындағы филиалы начальнигы Ф.Ф.Әминеваға мөрәжәғәт иттек.

Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына индереләсәк үҙгәрештәр тарафынан ата–әсәләр хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу, ата–әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы положениелар конкретлаштырыла. “Башҡортостан Республикаһында адреслы социаль ярҙам тураһында” БР Законындағы яңылыҡтар социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Уның нигеҙендә баланы, инвалид йәки сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡараған опекундарға аҡсалата түләүҙәрҙең күләмен арттырыу ята. 2020 йылдың 11 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 556-сы ҡарары менән ярҙам күрһәтеүҙең яңы тәртибе раҫланды һәм ул 24 сентябрҙән ғәмәлгә инде. Ошо йүнәлештә һорауҙар менән “Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район –ара үҙәге Архангел районындағы филиалы начальнигы Ф.Ф.Әминеваға мөрәжәғәт иттек.
— Фәрзәнә Фәхрислам ҡыҙы, адреслы социаль ярҙам төрө һәм уға кемдәр хоҡуҡлы булыуы хаҡында аңлатып китһәгеҙ ине.
— Адреслы ярҙам социаль контракт нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Социаль контракт — граждан һәм социаль ярҙам республика үҙәге араһында төҙөлгән килешеү. Документ гражданға адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Ул, үҙ сиратында, социаль адаптация программаһында ҡаралған сараларҙы ғәмәлгә ашырырға тейеш.
Ярҙамды республикала йәшәүсе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған, шул иҫәптән үҙмәшғүлдәр, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған йәки яңы һөнәргә уҡырға теләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандар алыу мөмкинлегенә эйә. Был социаль түләүҙәр ҙә, бер тапҡыр бирелгән матди ярҙам да түгел. Алынған саралар ғаилә хәлен оҙайлы ваҡытҡа яҡшыртҡан шөғөлдө тормошҡа ашырыуға йүнәлтелергә тейеш. Мәҫәлән, шәхси хужалыҡты үҫтереү, кесе бизнесты ойоштороу, шөғөл өсөн бинаны төҙөкләндереү, шулай уҡ кәрәкле һөнәргә уҡытыу.
— Индерелгән яңылыҡтар хаҡында асыҡлап үтһәгеҙсе. Социаль контракт төҙөүҙә айырым шарттар күҙәтеләме?
— Беренсенән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға ярҙам күләме 100 мең һумдан 250 меңгә тиклем күтәрелде. Шул уҡ мәлдә элекке 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләүҙәрҙе алған граждандар өҫтәлмә килешеү нигеҙендә ярҙамды 250 меңгә еткереүҙе һорай ала. Икенсенән, адреслы ярҙам алыуға ғариза яҙыусылар өсөн сират тәртибе индерелә һәм ай һайын бирелгән түләүҙәр ауыр тормош хәлен үткәреү йәһәтенән эшләгән кешеләргә лә билдәләнә. Өсөнсөнән, ауыр тормош хәлен үтеүгә ярҙам йүнәлеше буйынса ҡаралған исемлек киңәйтелде, Мәҫәлән, 10434 һум күләмендә ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе шулай уҡ шәхси ярҙамсыл хужалыҡта кәрәкле мөһим тауарҙарҙы һатып алыуға һәм мәктәп хеҙмәттәре, уҡыу кәрәк-яраҡтары өсөн файҙаланырға була.
Ошо уҡ программа буйынса, үрҙә һаналған категориялар өсөн уҡыу, эш эҙләү ваҡытында ай һайын 10-ар мең һум алырға мөмкин. Шулай уҡ, программа сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһында, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бюджет иҫәбенә яңы һөнәр алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн граждан 30 мең һум һәм уҡыған ваҡытта ай һайын аҡса аласаҡ.
Шуға иғтибар итеү мөһим: ярҙам ҡәтғи билдәләнгән маҡсатҡа ғына тәғәйенләнгән. Сараларҙың күләме һәр дәғүәсегә айырым иҫәпләнә.
— Контракт төҙөүгә бәйле мәсьәләләр менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
— Һорауҙар буйынса һәр кемгә үҙе йәшәгән районда социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең урындағы бүлегенә барыу мөһим. Бында белгестәр яҡшы аңлатма бирә, социаль яраҡлашыу программаһы төҙөргә ярҙамлаша һәм аҡсалата түләүҙәрҙең күләмен иҫәпләй. Был мәсьәләләр буйынса Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” ресурс үҙәгенең урындағы бүлеге бинаһында көтөп ҡалабыҙ. Һорауҙар менән 2-26-74 телефонына шылтыратырға була. Шулай уҡ урындағы күп функциялы үҙәккә йәки мәшғүллек үҙәге бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шуны ла әйтергә кәрәк, социаль контракт нигеҙендә дәүләт тарафынан социаль ярҙам билдәләнгән осраҡта ла башҡа төр ярҙамдар (пособиелар, социаль түләүҙәр) түләү туҡтатылмай.
  • Төплө белешмә биреүегеҙ өсөн рәхмәт, Фәрзәнә Фәхрислам ҡыҙы.
  • Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.
    Вставка:
    Быйыл был программаны финанслауҙы Башҡортостанда 10 тапҡырға, 426,8 млн һумға тиклем арттырҙылар. Беҙҙең республика Рәсәйҙең тағы ла 20 төбәге менән бергә федераль пилот проектында ҡатнашыусылар иҫәбенә инде. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.
    Уҙған алты йылда республикала мохтаж булғандарға адреслы ярҙамға 280 млн һум йүнәлтелгән, был 6728 социаль контракт төҙөргә мөмкинлек биргән, шуның 98 проценты — шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға, тағы ла ике проценты — эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуға.
    Читайте нас: