Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2020, 13:00

"Башҡортостан легендалары"— халыҡ традицияларын һәм кәсептәрен быуындарға тапшырыу

26 сентябрҙә Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылы янында оло ваҡиға — "Башҡортостан легендалары" фестивале уҙғарылды.

Һәр халыҡта кешелектең тарихи хәтерен мәңгеләш­тергән һәм шуның менән ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булған легендалар бар. Әлбиттә, был тиккә генә түгел: улар күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың килеп сығышын аңлатыуға, мәғлү­мәт тапшырыуға, тарих һөйләүгә нигеҙләнгән. “Донъя ҡайһылай ярал­ған? Ҡояш ниңә юғары? Айҙағы таптар нимәнән килә? Ата-бабала­рыбыҙ, беҙ үҙебеҙ кемдәр? Тәүтөйәгебеҙ ҡайҙа?” — ошондайыраҡ күп һанлы һорауҙарға яуап биреү бурысын үҙ өҫтөнә алған ул легендалар.
Тамырҙарын өйрәнгән, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә тоташҡан һәм үҙендә ҙур ваҡиғалар, тарихи мәлдәр эҙен һаҡлаған, халыҡтың менталитетын, йолаларын күрһәткән байрамдар бар. Уларҙың ҡиммәте — ғалимдар тикшеренеүҙәре өсөн бай материал булыуҙа ғына түгел, ә хәҙерге заманда ла үҙҙәренең мәғәнәһен һаҡлап, кешеләрҙе берләштереүҙә, быуындарҙы тәрбиәләүҙә, артабан үҫеп, яңы форматтарҙа үткәрелеүҙә лә.
26 сентябрҙә Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылы янында оло ваҡиға — "Башҡортостан легендалары" фестивале уҙғарылды. Сараның төп йүнәлеше — халыҡ традицияларын һәм кәсептәрен быуындарға тапшырыу.
Пандемия хәүефенә бәйле тейешле һаҡланыу сараларын үткәндән һуң ҡунаҡтарҙы бер-бер артлы теҙелеп киткән күргәҙмәләр донъяһы ҡаршы алды. Уларҙа борондан һаҡланып килгән халыҡ кәсептәрен, ҡул эштәрен күрергә мөмкин ине. Һәр ҡайһыһы үҙенсәлеклеге менән айырылды. Бында нимә генә юҡ: ынйыларҙан теҙелгән биҙәнгестәр, ағастан, балсыҡтан яһалған төрлө әйберҙәр, селтәрҙәр, картиналар, ҡортсолоҡ, малсылыҡ аҙыҡ-түлектәре... Архангел, Ғафури райондары, Өфө ҡалаһынан килгән кәсепселәр үҙҙәренең тауарҙарын тәҡдим итте.
Арыраҡ ауыл биләмәләренең һәр береһе башҡорт, рус, татар, сыуаш, латыш халыҡтарының милли үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡул эштәренән күргәҙмәләр ҡорған, милли аш-һыуҙар менән һыйлы табындар теҙгән. Барыһы ла ныҡлы әҙерләнеп килгән, үҙенсәлекле булыуы менән үҙенә тартып тора ине. Бер урында боҫрап торған самауырҙан сәй яһаһалар, икенселәр ҡымыҙ менән һыйлай.
Бына микрофондан сараны алып барыусыларҙың тантананы асыу һүҙҙәре яңғырай. БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев килеүселәрҙе мәҙәниәт министрлығы исеменән тәбрикләп, уларға уңыштар юллағандан һуң район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең йыр-моңға бай сюжетлы сәхнәләштерелгән “Аҫҡын” легендаһы элекке замандарға алып ҡайтты.
Майҙансыҡта бер туҡтауһыҙ оҫталыҡ дәрестәре барҙы: теләүселәр екәндән төрлө әйберҙәр үрергә, биҙәнгестәр, битлек яһарға, йорт эйәһе эшләргә, тәбиғи ҡатнашмаларҙан шампунь, крем әҙерләргә, кедр орлоғо ултыртырға өйрәнде. Бер яҡ ситтә балалар өсөн күңел асыу мөмкинлектәре булды. Улар уҡтан сәпкә атып, үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны.
“Башҡорт атлы полкы” төбәк хәрби-тарихи йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илдар Шәйәхмәтов 1812 йылғы есаул- сотник кейемендә килгән. Уның түшендәге наградалар араһында француз яуында бирелгән миҙалдың күсермәһе лә бар, уны Бородино һуғышының 180 йыллығын билдәләгәндә ала.
Архангел район ҡулланыусылар йәмғиәте лә йәрминкәнән ситтә ҡалманы. Ғәҙәттәгесә, уларҙың өҫтәлдәре яңы бешкән ҡаластар, татлы еҫле шешлек, сәй һәм ҡәһүә менән тулғайны.
Ғөмүмән, фестивалдә бар халыҡ — өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп күңел асты, районыбыҙҙың, унда йәшәүселәрҙең тарихи кәсептәренә байҡау яһаны, үҙҙәренә һөнәр тупланы, киләсәккә маҡсаттар юлланы.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Ирина Куркова фотоһы.
Вставка:
Рәмзиә Мозафарова, Заря ауылы:
  • Сара бик оҡшаны. Күргәҙмәләрҙе ҡарап һоҡландым, районыбыҙ кешеләре ниндәй генә әйбер яһамай, аш-һыу төрөнөң иҫәбе-һаны юҡ. Оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡанаштым. Теләк теләп 5 кедр орлоғо ултырттым. Уны туғыҙ ай, йәғни нығынғанса өйҙә тоторға, һуңынан өйөм янына ултыртырға кәрәк буласаҡ.
  • Мәҙинә Хазиева, Өфө ҡалаһы:
    Үҙем Горный ауылында тыуып-үҫкәнмен. Бында ейән-ейәнсәрҙәрем менән килдем. Өлкәндәргә лә, балалар өсөн дә файҙалы ял булыр тип уйлайым. Күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡас, райондаштарыбыҙҙың ни тиклем оҫта булыуына инанаһың һәм күңелдә ғорурланыу тойғоһо тыуа. Бик кәрәкле сара, халыҡ байрамға һыуһаған.
    Читайте нас: