Оҙондар ауылы китапханасыһы Гөлсөм Дәүләтова ла шундайҙарҙың береһе.
Уның был китап йортонда эшләүенә ике тиҫтәнән ашыу йыл үтеп тә киткән. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән Гөлсөм, һигеҙ класты тамамлағас, Белорет педучилещеһында уҡый. Диплом алғас, Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан яҙмышы уны Оҙондарға илтә. 1987 йылдан алып урындағы белем усағында эшләй, ун йыл үткәс ауыл китапханаһына күсә һуңынан мәктәп китапханаһы ла уның ҡарамағына ҡушыла.
“Китапханасы эше үтә лә яуаплы, сөнки беҙ халыҡ менән эшләйбеҙ. Беҙ — педагог та, психолог та, телсе лә, әҙәбиәтсе лә. Балаларҙа китапҡа һөйөү һәм ихтирам уятыу өҫтөндә лә даими эштәр алып барабыҙ, төрлө алымдар ҡулланабыҙ.
Китапханала йыл буйына яҙыусы, шағирҙарҙың, билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарына, шулай уҡ исемле һәм иҫтәлекле даталарға сағыу күргәҙмәләр, стендтар, буклеттар эшләйбеҙ, сценарийҙар төҙөйбөҙ. Республика йә район күләмендә үткәрелгән төрлө әҙәби сараларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, М. Кәрим, А. Пушкин, Ш.Бабич, И.Тургенев һәм башҡа күренекле әҙиптәргә арналған район бәйгеләрендә уҡыусыларыбыҙ һәр саҡ яҡшы урындар яулай. Әҙәби кисәләр, яңы китаптарҙың исем туйҙары даими үткәрелеп тора,”— тип үҙенең бурыстарын барлай Гөлсөм Әйүп ҡыҙы.
Йылдар үтеү менән китаптар иҫкерә, туҙа. Китапханасы уларҙы һаҡлау ысулдарын теүәл үтәй. Айырыуса боронғо экземплярҙарҙы, аудио һәм видеояҙмаларҙы. Шулай уҡ китапханасылар заманса мәғлүмәти техника менән, йәғни компьютер һәм башҡа офис аппаратуралары менән дә эшләй белә.
Китапхана фонды менән эшләү — улар хеҙмәтенең бер йүнәлеше генә. Икенсе йүнәлеше — уҡыусылар менән эшләү. Ул китапханаға килеүселәргә консультация бирә, кәрәкле әсбап табырға ярҙам итә. Хәҙер китапханалар китап биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың эшмәкәрлек даирәһе киң. Китаптарҙы уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыуҙың яңы алымдарын эҙләйҙәр, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар даими ойошторола. Гөлсөм Дәүләтова “Бәйләнештә” селтәрендә “Оҙондар ауыл китапханаһы” төркөмөн асҡан. Унда яңылыҡ-хәбәрҙәр аша уҙғарылған сараларҙы яҡтыртасаҡ, киләсәк пландары менән уртаҡлашасаҡ, әҙәбиәт донъяһындағы яңылыҡтарҙы барлаясаҡ.
Бихисап китаптар менән эшләр өсөн яҡшы хәтер ҙә мөһим. Китапхана архивындағы һирәк осрай торған экземплярҙар менән эшләү яуаплылыҡ, бөхтәлек, тәртип талап итә, — ти Гөлсөм Әйүп ҡыҙы, үҙ һөнәренең нескәлектәре менән таныштырып. Ауылдың рухлы, зыялы, белемле кешеләрен берләштергән урын — ул китапхана. Белемле, мәҙәниәтле шәхестәр элек тә китапҡа ынтылған, үҙен хөрмәт иткән һәр зыялы китап тотҡан, уны башҡаларға еткергән, һаҡлаған. Китапхана шулай уҡ белем, мәғлүмәт биреү үҙәге генә түгел, ә тәрбиә һәм халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып һанала. Районыбыҙ китапханасылары менән бер рәттән Гөлсөм Дәүләтова ла китап менән уҡыусы араһын яҡынайтып, кеше күңелен рухи яҡтан байытып, аң-белемгә әйҙәп йәшәй. Беҙ уға хеҙмәтенән йәм табып эшләүен, ижад итеүен һәм яңынан-яңынан үрҙәр яулауын теләп ҡалабыҙ.