Ул һөнәре буйынса тракторсы. Оҙаҡ йылдар “Липовка” совхозында “тимер ат”ты ауыҙлыҡланы. Башҡа оҫталыҡтары ла байтаҡ уның: электр приборҙарын ремонтлай, ҡатын-ҡыҙҙарға һөт сепараторҙарын йүнәтә һалып бирә. Һәр бер өйҙә ҡоҙоҡта электр моторҙары бар. Улар ватылһа ла Фәриткә мөрәжәғәт итәбеҙ, баш тартмай. Бер ваҡытта ла тик торғанын күрмәҫһең. Хатта кистәре лә уның буш үтмәй, быйма табанлап ултыра.
Фәрит — оҫта гармунсы ла. Беренсе тапҡыр мин уны Благовещен ауылында уҙған “Уйна, гармун!” байрамында күреп һоҡланғайным. Егеттәрсә дәртләнеп тальянын тартҡанда тамам йәшәреп китә. Элек табындарҙы моңдары менән йәмләһә, хәҙер Липовка ағинәйҙәре менән бергә йөрөп концерттарҙы музыкаль яҡтан биҙәй.
Липовканан Архангелгә автобус маршруты ябылғас, Фәрит кешеләргә такси хеҙмәте лә күрһәтте. Ошо бихисап һөнәрҙәрен үҙенең тырышлығы, отҡорлоғо арҡаһында үҙләштергән. Был хаҡта: “Мин уҡыманым. Үҙ алдыма өйрәндем, хатта тракторсы, шофер танытмаларын һынау биреп кенә алдым. Күп нәмәгә Рауил Юлбарисовтан өйрәндем. Күреп, тотоп, бергә эшләгәндә генә барыһын да яҡшы үҙләштерәһең, хәтерҙә ныҡ ҡала бит ул. Тракторҙы ла уның менән бергә ҡорҙоҡ. Ана хәҙер гөрләтеп кешеләрҙең баҡсаларын сабам. Ватылһа, йәнә Рауил Хажи улына йүгерәм. Ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Һәләтле остазым 84 йәштә. Оҫталыҡтарын йәштәр өйрәнеп ҡалһын ине, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ,” — тип һөйләй.
Фәриттең кешелекле, кеселекле булыуын да әйтергә кәрәк. Оҙаҡ йылдар ҡәйнәһен ҡараны, ейәнсәрен ун бер йәшенә тиклем тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ғаилә башлығы эсмәй, тартмай: сәләмәт йәшәү рәүеше кешенең бөтә яҡшы яҡтарын аса шул. Улы Фәнилгә лә атаһының һәләттәре бирелгән. Ул да йорттар һала, төрлө ремонтлау эштәре менән шөғөлләнә. Үҙ ҡулы менән бына тигән өй һалып ингән, унда барлыҡ уңайлыҡтарҙы булдырған. Хәләле Фәрҙиә менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Юғары белемле булһа ла һөнәрем буйынса эш юҡ тип, ҡул ҡаушырып ултырмай, бөтә төр төҙөлөш эштәрен башҡара. Бына шулай тырышып донъя көтә Липовка уңғандары.