Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Август 2020, 12:20

Пневмония коронавирустан нисек айырыла?

Һорауҙарға балалар инфекцияһы табибы Айгөл Ғәлиева яуап бирә.

Кешенең үпкәһе — иң бысраҡ ағза. Уның аша беҙҙең һулаған һауа үтә. Һуңғы йылдарҙа кешелек һәр төрлө аллергендарға бирешеүсән булып китте. Ә был, үҙ сиратында, үпкәгә "бәрелә". Бындай сиргә күкрәк баланан алып оло йәштәгеләргә ҡәҙәр дусар була. Дауахананан тыш пневмония ниндәй ауырыу, ул коронавирустан нисек айырыла? Был ауырыуҙың артыуы кешеләрҙең иммунитеты түбәнәйеүгә, шулай уҡ тикшерелеүселәрҙең һаны күп булыуға бәйлеме? Ошо туралағы һорауҙарға балалар инфекцияһы табибы Айгөл Ғәлиева яуап бирә.
  • Пневмония ниндәй була? Баҡтиһәң уның төрҙәре күп икән. Уларҙы нисек айырырға?
  • Әлбиттә, пневмония күкрәк ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарының ҙур төркөмө. Сир хаҡында нимә беләбеҙ? Ул үпкәләрҙең киҫкен ауырыуы һәм уға төрлө бактериялар сәбәпсе булырға мөмкин. Осраҡтарҙың 50 проценты пневмония бактерияһы арҡаһында тыуа. Бактерияларҙың тағы шундай төркөмө бар: күҙәнәк эсендәгеләр (хламидиялар, микоплазмалар), шулай уҡ сифатһыҙ таҙартылған һауа һөҙөмтәһендә ауырыуға сәбәп булырға мөмкин.
  • Ҡайһыһы хәүефлерәк?
  • Ниндәй генә пневмония булмаһын, был беҙҙең мөһим ағзабыҙҙың киҫкен сире, уның ярҙамынеда һауа алышыныу процесы башҡарыла, кислород менән тәьмин ителәбеҙ. Үпкәләр — иң бысраҡ ағза икәнен әйтеп үткәйнек, сөнки беҙ нимә менән генә һулыш алмайбыҙ, барыһы ла уның аша үтә. Хәҙер иһә кешеләрҙең күбеһе аллергендарҙан йонсой. Шуға күрә улар үпкә сирҙәренә тиҙ бирешеүсән. Ауырыу берәүҙе лә ситләп үтмәй: бәләкәс сабыйҙарҙа ла, өлкән йәштәгеләрҙә лә була. Һуңғылары айырыуса хәүефле төркөмгә ҡарай. Оло туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Бынан тыш, юғары хәүеф төркөмөнә шәкәр диабеты, үпкә сирҙәре һәм башҡалар менән яфаланыусылар инә. Ундайҙар өсөн беҙҙә һаҡлау саралары бар: вакцина яһау. Сөнки пневмонияны барлыҡҡа килтереүселәрҙең төп сәбәпселәре — пневмококк таяҡсалары. Был бактериялар һулыш алыу ағзалары тиресәләрендә йыш осрай. Өшөгәндән һуң, иммунитет ҡаҡшаһа йәиһә стресс кисерһәк, сир ҡуҙғатыусылар киҫкен рәүештә үҙҙәрен һиҙҙерәсәк. Тиҙҙән вакциналар яһау этабын башлау планлаштырыла. Тәү сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға эшләнәсәк. Пневмококк таяҡсаларының төрҙәре бихисап, шуға күрә вакцина яһатыу бик мөһим.
  • Үҙемә бәйле бер осраҡ хаҡында һөйләп үтәйем. Бер нисә йыл элек миңә пневмония диагнозы ҡуйылды. Ысынлап та ҡаты сирләнем. Дуҫым шылтыратып хәлдәремде һорашты. Мин уға пневмония менән ауырыуым тураһында әйттем. Ул көлөп, был сирҙең бер нисә төрөн үткәреүен белдерҙе. Нисек улай булырға мөмкин? Әлбиттә иммунитетҡа бәйле. Генетик бирешеүсәнлек тә бар. Бындай кешеләрҙең ғүмерҙәрендә бер нисә тапҡыр ауырыуҙары ихтимал. Сиргә тарымаҫ өсөн беҙ вакцина яһатабыҙ, сынығабыҙ, һулыш алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнәбеҙ.
    • Беҙҙә ҡасан вакцинациялау башлана?
    • Вакцинация август- сентябрҙә, киҙеү миҙгеленән алда үтә. Шуға күрә барыһын да яуаплы ҡарарға саҡырам. Үҙегеҙҙең табиптан һорашып белешегеҙ, оло йәштәге туғандарығыҙға мотлаҡ рәүештә яһатырға ҡушығыҙ.
    • Дауахананан тыш пневмонияның күбәйеүе Роспотребнадзорҙы хафаландырыуы сер түгел. Бер аҙна эсендә 1700 пациентҡа ошо диагнроз ҡуйылған. Һеҙ быны нимә менән бәйләйһегеҙ?
    • Бөтә Доня һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 11 марттан яңы короновирус пандемияһы тураһында иғлан итте. Был вирустың бөтөнләй яңы формаһы. Үпкә туҡымалары тамырҙарының ялҡынһыныуы пневмонит формаһына килтерә. Күп кенә эксперттар билдәләүенсә, был пневмония түгел, ә пневмонит: компьютер томографияһы тикшереүҙәрендә “тоноҡ быяла”, ҡара таптар кеүек үҙгәрештәр күҙәтелә. Ошоға бәйле табип пневмония диагнозы ҡуя. Әммә иғтибарлы булыу мөһим, күкрәк ҡыуышлығының рентгенографияһын (компьютер томографияһын) эшләргә кәңәш бирәбеҙ. Йыш ҡына төрлө ҙурлыҡтағы ҡара таптар барлығы билдәләнә һәм пневмония тип һығымта яһала. Элек был тикшереүҙәрҙе үҙебеҙҙә үткәрә инек, хәҙер иһә бөтә пациенттар ҙа тиерлек компьютер томографияһы һүрәтен тотоп килә. Әгәр үҙгәрештәр 25 процент тәшкил итһә һәм сир фондары юҡ икән пациент амбулатор күҙәтеүгә алына. Ә инде ул 65 йәштән уҙһа һәм башҡа ауырыуҙары булһа, стационар күҙәтеү тәғәйенләнә.
    • Ғөмүмән, дауахананан тыш пневмония ул һәр саҡ СОVID-19 булмаҫҡа мөмкинме?
    • Эйе, шулай, сөнки COVID-19-ҙан башҡа ла ҡуҙғытыусылар күп.
    • Әгәр COVID-19 диагнозы дәлилләнһә ни эшләргә?
    • Хәҙер иһә барыһы ла, дауалауҙың бөтә схемаһы, юлға һалынған. Беҙҙә кемде амбулатор күҙәтергә, кемде дауаханаға һалырға икәнде беләләр. Эйе, күҙаллауҙар була, һөҙөмтәләр ҙә төрлөсә. Ҡабатлап әйтәм, хәүеф төркөмөндә оло кешеләр һәм сирлеләр. Улар өҙә ултырырға тейеш, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа битлек һәм бирсәткәһеҙ йөрөмәҫкә.
    • Әгәр оло туғандарыбыҙҙы һаҡларға теләһәк, үҙебеҙгә лә улар янына битлек һәм бирсәткәләрҙә генә барырға, балаларыбыҙға ла ошондай кәңәш бирергә кәрәк. Профилактика сараларының (социаль дистанция, битлектәр, бирсәткәләр, антисептиктар ҡулланыу, йыш ҡына ҡулдарҙы йыуыу һәм башҡалар) барыһын да үтәү мөһим. Әлегә эксперттар вирусҡа ҡаршы дарыуҙар тәҡдим итмәй. Коронавирустан вакцинаның һуңғы тикшерелеү стадияһын үтеүе тураһында мәғлүмәт бар. Уның тәьҫирле булыуына өмөт тотабыҙ.
      Читайте нас: