Инйәр
+29 °С
Облачно
Общие статьи
7 Августа 2020, 06:55
Енәйәтселекте иҫкәртеү йәһәтенән
2020 йылдың 3 авгусынан 11-енә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Административ күҙәтеү” исемле оператив-профилактик сара үткәрелә.
Уның маҡсаты Федераль закон тәьҫире аҫтына формаль рәүештә эләккән элек хөкөм ителеүселәрҙе асыҡлаға һәм уларҙы административ күҙәтеүгә (билдәләнгән осраҡта) ҡуйыу, был эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен ойоштороуға, шулай уҡ хөкөм ителгәндәр һәм административ күҙәтеү, шулай уҡ формаль күҙәтеү аҫтына алынғандарҙың енәйәт юлына баҫмауын һәм хоҡуҡ боҙмауын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ күҙәтеүҙәгеләрҙең суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәүен, Федераль законда ҡаралған бурыстарҙан тайпылмауын тәьмин итеү буйынса даими тикшереүҙәр башҡарыласаҡ. Йәмәғәтселеккә хәүеф тыуҙырыусыларға, енси ирекһеҙләү һәм балиғ булмағандарҙың енси иркенә бәйле ауыр енәйәттәр ҡылыусыларға, ҡурҡыныс енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәргә айырыуса иғтибар биреләсәк.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур