Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Август 2020, 16:56

Кальян тартыу — үҙ-үҙеңде ағыулау!

Йәштәр араһында кальян тартыу модаға кереп бара.

Бигерәк тә ҡалаларҙа махсус кальян залдары киң ҡолас йәйеп эшмәкәрлек итә. Бөгөн улар төпкөл ауылдарға ла барып етте тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Йәштәр бик йыш “Кальян бик зарарлы бит! Уның менән шаярмағыҙ,”- тип әйтеүгә бер тауыштан “Уның зарары юҡ. Еләк-емеш төтөнө генә”,- тип яуап бирә.
Был мауығыуҙың кеше организмына тәьҫире ҙур. Төтөнө составына ауыр металл тоҙҙары, бериллий, хром, кобальт һәм никелдең химик ҡушымталары инә. Тимәк, ул йөрәк сирҙәрен һәм үпкәлә яман шештең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, никотинға бәйлелек тыуҙыра. Хуш еҫе, йомшаҡ тәменә ҡыҙығып, үҫмерҙәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, кальяндың ҡапҡанына эләгә. Шуға күрә, уны дәүләт кимәлендә етди тыйырға кәрәк!
Табиптар был “алдаҡ”тың сәләмәтлек өсөн зыянлы булыуы хаҡында күптән киҫәтеп килә. Тәмәке үпкәнең өҫкө өлөшөн бөтөрһә, кальян төтөнө тәрәнгәрәк үтеп керә икән. Ябай тәмәке менән сағыштырғанда, уның составында мышьяк, ҡурғаш, хром күберәк. Улар тын алыу ағзаларына ултыра. Ғалимдар фаразлауынса, бының менән артыҡ мауығыу үпкәлә яман шеш, ҡулдарҙа экзема тыуҙыра.
Тәмәкенең кәмселлеге тәмәке сайыры һәм никотин булһа, кальян ҡанды кислородҡа ярлыландыра. Һөҙөмтәлә, уны тартыу баш әйләнеүгә, хәлһеҙлеккә килтерә, туберкулез, гепатит, грипп таратыусы сығанаҡ булып ҡала. Сөнки кальян тартыу залдарында төрөпкәне һәр кеше һайын ентекләп таҙартып, алыштырып тороуҙары бик шикле.
Ислам динендә кальян тартыу, тәмәке кеүек үк тыйылған.
Ҡөръәндә, кеше эш-ғәмәлдәре үҙ-үҙен үлтереүгә, шәхес булараҡ юҡҡа сығарыуға алып бармаһын өсөн тырышырға тейеш, тип әйтелә. Ә составында 500-гә яҡын ағыулы химик ҡушылмалар булған нәмәләрҙе тартыу — үҙ-үҙеңде үлтереү түгелме һуң?
Кальян тартыу залдарына йөрөргә яратыусылар, йәки уның менән өйҙә шаярыусылар, кальян төтөнөндә яман шеш тыуҙырыусы ағыулы матдәләр, ауыр металл тоҙҙары, химик ҡушылмалар, уртаҡ төрөпкәнән файҙаланыу төрлө инфекция, туберкулез, гепатит, герпес кеүек сирҙәрҙе йоҡтороуға алып килә.
Татьяна Колязова,
район үҙәк дауаханаһының наркология кабинеты фельдшеры.
Читайте нас: