Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август 2020, 19:00

Тормош йөгөн бер төптән тартып Әлмира һәм Рәүеф Ямансаровтарҙың алтын юбилейҙары

Көмәрле ауылында йәшәүсе Әлмира һәм Рәүеф Ямансаровтарҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 50 йыл

Тормош бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул? Һәр кеше уны үҙенсә аңлай. Кем өсөндөр был төшөнсә аҡса, хакимлыҡ, яҡшы эш урыны менән бәйле, ҡайһы берәүҙәр һәүетемсә генә, бер кемгә лә ҡамасауламай йәшәүҙе өҫтөн күрә. Нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Көмәрле ауылында йәшәүсе Әлмира һәм Рәүеф Ямансаровтарҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 50 йыл, никахтары 1970 йылдың 27 июлендә теркәлгән. Ярты быуат, уйлап ҡараһаң, аҙ ғүмер түгел, әммә ир менән ҡатын бер тауыштан, бик тиҙ үтте лә китте, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, тиҙәр.
Бәхетле парға күркәм юбилейҙары уңайынан Липовка ауыл хакимиәте башлығы И.Әбдрафиҡов Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡултамғаһы ҡуйылған ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. Илдар Ислам улы Ямансаровтарҙың татыу, берҙәм ғаиләһе — ныҡлы дәүләттең һәм үҫешкән йәмғиәттең ышаныслы нигеҙе булыуын белдерҙе. Ҡатмарлы тормош юлдарының гел шатлыҡтарҙан ғына тормағанлығын, төрлө ауырлыҡтарҙы үткәндә изге хистәрҙе юғалтмағандарын, ә киреһенсә, түҙемле һәм сыҙам булырға өйрәнгәндәрен билдәләп үтте.
Тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаилә йәштәргә лә матур өлгө. “Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәү мөһим”, — ти Ямансаровтар, яңы ғаилә ҡорған йәштәргә үҙ теләктәрен еткереп.
Элек-электән әсәй-өләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға “тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет!
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: