Инйәр
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2020, 11:00

Беҙ кем һәм ҡайҙан:

Иҫәп алыу сараһы Рәсәй халыҡтарын һәм телдәрен һанаясаҡ

2021 йылдың апрелендә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу илдең милли составы һәм ҡулланылған телдәр тураһында үҙенсәлекле мәғлүмәт бирәсәк. Был сара Рәсәй халыҡтарын нисек иҫәпкә аласаҡ һәм илдә йәшәүселәргә үҙҙәренең милли тәғәйенләнеше тураһында белдерергә ни өсөн уның яңы цифрлы форматы ярҙам итәсәк.
Бәтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ил халҡына милли үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге аса. Сөнки халыҡ иҫәбен алыуҙың төп принциптарының береһе — үҙбилдәләнеш, ошоға ярашлы барлыҡ белешмәләр, шул иҫәптән милли тәғәйенләнеш тә, һорау алыныусылар ауыҙынан теркәлеп ҡуйыласаҡ. Бының өсөн ниндәйҙер дәлилләүсе документтар күрһәтеү талап ителмәй. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙаллы тултырғанда ла ошо принципҡа таянырға була. Шулай уҡ иҫәп алыу аноним рәүештә (иҫәп алыу ҡағыҙҙарына исем-шәрифтәр, адрес яҙыу кәрәкмәй) башҡарылыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
2010 йылдағы һуңғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә кешеләр һаны 1 миллиондан күберәк тәшкил иткән ете милләт йәшәүе билдәләнде: рустар (89,9 процент), татарҙар (3,9), украиндар (1,4), башҡорттар (1,2), сыуаштар (1,1), чечендар (1,0), әрмәндәр (0,9). Шул уҡ мәлдә 138 миллион кеше рус телендә һөйләшеүен (был һорауға яуап биреүселәрҙең 99,4 проценты) күрһәтте. Киләһе йылда үтәсәк иҫәп алыу ҡағыҙҙарында түбәндәге һорауҙар буласаҡ: милли тәғәйенләнеш, туған теле, рус телен белеүе, башҡа телдәрҙе белеүе һәм ҡулланыуы. Был һорауҙарҙың яуаптары Рәсәйҙә йәшәүсе этностар һаны, ил территорияһында уларҙың урынлашыуы тураһында мәғлүмәт тупларға, уларҙың тормош шарттарын асыҡларға, шулай уҡ башҡа күп кенә демографик, лингвистик һәм иҡтисадҡа бәйле белешмәләр йыйырға булышлыҡ итәсәк.
Иҫәп алыу ҡағыҙҙарындағы “Һеҙҙең милли тәғәйенләнешегеҙ” һорауы асыҡ: ул ниндәйҙер икенсе төрлө яуаптар вариантын ҡулланыуҙы күҙалламай. Иҫәп алыусыларға өҫтәлмә һорауҙар бирергә йәки яуаптарҙы шик аҫтына ҡуйыу тыйыла. Иҫәп алыу ҡағыҙына мотлаҡ респонденттың яуабы теркәлергә тейеш.
Рәсәйҙең ошонда тамыр йәйгән аҙ һанлы халыҡтары ғәҙәттә йыраҡ һәм барыуға ауыр булған урындарҙа йәшәй, иҫәп алыу ваҡытында (2021 йылдың апрелендә) уларҙа транспорт бәйләнеше ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Барыһын да иҫәпкә алыу өсөн бындай урындарҙа иҫәп алыуҙар территорияға барыу мөмкинлеге булғанда, 2020 йылдың 1 октябренән алып 2020 йылдың 30 июненә ҡәҙәр уҙғарыла.
Ольга Даниловская,
Архангел районындағы “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу — 2020” буйынса вәкил.
Читайте нас: