Ҡорбан салыу тарихы борондан килә. Ҡөрьән Кәримдә Хәҙрәти Әҙәмдең улдары Һабил менән Ҡабилдың ҡорбан салыуҙары тураһында яҙыла: “Әҙәм улдары хаҡында хәбәрҙе хаҡлыҡ менән уҡы. Аллаһы икеһенә лә ҡорбан салырға бойорҙо. Һабилдың ҡорбаны ҡабул булды, Ҡабилдыҡы ҡабул булманы”(Мәидә сүрәһе 5:27).
Был аят Аллаһыға яҡынлашыу маҡсаты менән ҡорбан салыу йолаһы кешелек донъяһы яратылыу менән барлыҡҡа килеүен асыҡ күрһәтә.
Изге Ҡөрьән китабында: “Үҙе бүләк итеп биргән малдар өҫтөндә Аллаһы исемен зекер итеп кенә торһондар тип һәр йәмәғәт өсөн Беҙ малдарҙы ҡорбанға салыу йолаһын булдырҙыҡ, һеҙҙең Аллағыҙ — Бер. Уға күндәм булығыҙ. Ә һин — Мөхәммәт, бәндәләремдең күндәмдәрен, төрлө хәлдәргә юлыҡҡанда сабыр була белгәндәрен, Аллаһы исеме телгә алынғанда тетрәнеп торғандарҙы, намаҙ уҡығандарҙы һәм Беҙ биргән малдан башҡаларға ла өлөш сығарғандарҙы Йәннәттәр менән һөйөндөр” (”Хаж” сүрәһе, 31,32, 34,35 — енсе аяттар).
Аллаһы хаҡына һеҙ көсөгөҙ етер тиклем тырышлыҡ һалығыҙ. Ислам дине өсөн Ул һеҙҙе һайлап алды. Атағыҙ Ибраһим дине булған исламда Ул һеҙгә бер ниндәй ауырлыҡ та тыуҙырманы.
Мөхәммәт (с.ғ.с.) һеҙгә, һеҙ халыҡтарға геүаһ булһындар тип Ҡөрьәндә әйтелгәнгә тиклем үк Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, һеҙҙе лә мосолмандар тип атаны. Был байрамыбыҙ Аллаһы Раббыбыҙға яҡыныраҡ булырға тырышыу, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) алыҫтағы бабаһы — Аллаһының дуҫы — Хәлилүр-Рахмән Ибраһим (ғ.с) заманынан ҡалған оло һәм ҡыуаныслы байрам.
Аллаһы рәсүле үҙе ҡорбан салыу үрнәге күрһәтеп, өммәтенә был мәсьәләлә остаз булған. Мөхәммәт(с.ғ.с) Ғәрәфәт тауынан төшөп, Мөздәлифәлә төн уҙғарғандан һуң, байрам көндө Минала ҡорбан салған. “Был ҡорбан ниндәй маҡсат менән салынды”, тигән һорауға: “Ҡорбан — атағыҙ Ибраһим сөннәтелер” — тип яуап биргән.
Хәҙрәти Ибраһим улын ҡорбан итергә йыйынғанда, Аллаһы тарафынан һарыҡ тәкәһе ебәрелеп, улы урынына шуны салырға ҡушылды.
Был байрамдың тарихына киләйек. Ибраһим (ғ.с) оҙаҡ йылдар буйы балаһы булманы. Ул: “Әгәр улым булһа, мин уны Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан итер инем”, — тип, нәҙер әйткән ине. Ибраһим (ғ.с) улы тыуҙы, уға Исмәғил исеме ҡушылды. Бер нисә йыл үткәс, Ибраһим ғәләйһи үә сәлләм Мәккә шәһәрендә булған ваҡытта, төштәр күрә башланы. Ул төштәрендә Аллаһы Тәғәлә Ибраһим (с.ғ.) улы Исмәғилде ҡорбан салырға ҡушты. Ибраһим (ғ.с) үҙенең нәҙерен иҫенә төшөрөп, күргән төшөн аңланы.
Әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә бәндәнең ҡандарын түгеүсе түгел, ул бары Ибраһим (ғ.с) шул рәүештә һынаны. Исмәғил ғәләйһи үә сәлләм үҙен дә һынатманы. Атаһы уны ҡорбан итеп салырға барғанда, шайтан ҡоторта: “Һине атайың салырға алып бара бит”, — тине.
Исмәғил ғәләйһи үә сәлләмдең иманы ныҡ була. Ул был хәлдә: “Әгәр был Аллаһының әмере булһа, беҙ уны үтәйәсәкбеҙ”, — тип әйтеп, шайтанды таштар менән бәреп ҡыуа...
Хәҙрәти Ибраһим маңлай тиреһен һөртөп, улы Хәҙрәти Исмәғилде киҫмәгән бысаҡҡа аптырап ҡарап торғанда, кинәт күктә “Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр” һүҙҙәре яңғырап ала. Башын күтәреп ҡараһа, һимеҙ бер һарыҡ тәкәһен тотҡан Джәбрәил фәрештәнең уға табан төшөүен күрә. Шунда уҡ хәмед үә шөкөр хистәре менән: “Лә иләһә илләллаһү үәллаһү әкбәр”, — тип әйтә. Хәҙрәти Исмәғил дә Аллаһы Тәғәләгә ҡарата шөкөр хисен “Аллаһ Әкбәр үә лилләһил – хәмд” һүҙҙәре менән белдерә. Ошо тәшрик тәкбиренән һуң Хәҙрәти Ибраһим: “Бисмиллаһи Аллаһу Әкбәр”, — тип, тәкәне боғаҙлай, ҡорбан сала. Бөгөнгө көндә мосолмандар был һүҙҙәрҙә Ғәрәфә көнөндә һәм Ҡорбан ғәйете көндәрендә һәр бер фарыз намаҙҙан һуң ҡабатлайҙар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с) Ҡорбан ғәйетенә ҡағылған хәҙистәрендә был байрамдың илаһи ихтыяры менән барлыҡҡа килеүен әйтә. “Ҡорбан көнөн байрам итеп билгеләп үтеү миңә әмер ителде. Уны был өммәт өсөн Аллаһ байрам ҡылмыштыр”, — тигән ул.
Изге урындарҙа, изге йорттарҙа осрашып, күрешеп, мосолман ҡәрҙәшлек элемтәләрен нығытып ала, намаҙ уҡый, ҡорбан сала.
Ҡорбан байрамы көнөндә бар мосолмандарҙың йөрәк-күңеле дуҫлыҡ, туғанлыҡ, һөйөү, хөрмәт, ҡыҙғаныу, бер-береңә булышлыҡ итеү һәм шәфҡәт хистәре менән тула. Был көндө нәфрәт үә асыуҙар юҡҡа сыға, дошманлыҡ һәм үпкә хистәре бөтә. Барыбыҙ өсөндә тәбрик үә тәшрик көндәр был.
Был — изге йола. Исламдағы боронғо күпселек бабаларыбыҙҙың берҙәм фекеренсә, Ҡорбан салыу — вәжиб (үтәлергә тейеш) ғәмәл-ғибәҙҙәт. Мосафир (юлда, сәфәрҙә булыусы), аҡылға һай кешегә, ҡолға һәм балиғ булмаған балаларға вәжиб түгел. Вәжиб — мәжбүри түгел. Вәжибте шулайыраҡ аңлар кәрәк: хәлеңдән килә икән, бурысҡа батмай ғына сал. Мөмкинлеген юҡ икән, инша Аллаһ, Аллаһы Тәғәлә насыйп итһә киләһе йылға ҡала инде.
Ҡорбанды ысын күңелдән, ниәтебеҙ менән салабыҙ икән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул булыуы, һис шикһеҙ. Салыусы һуйып ебәргәндә: “Бисмилләһи, Аллаһү Әкбәр”, — тип әйтә. Ниәтебеҙ: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, фәлән кеше исеменән ҡорбан салам. Ҡабул ҡыл”. Йәки: “Һинең ризалығың өсөн, Аллаһы Тәғәлә, ҡорбан боғаҙларға ниәт ҡылдым. Мин Нәзир Балапан улынан риза булып ҡабул ҡыл” — тиһәң дә була. Йәки: атайым Балапан Әхмәдей улы исеменән, тиһәң дә дөрөҫ.
Ҡорбан салған кеше ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәләгә хәмед үә ҫәнә итһә, доға ҡылып, ҡорбандың Хаҡ Тәғәлә тарафынан ҡабул итеүен үтенһә, бик мәслихәт булыр.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт бер хәҙисендә: “Ҡорбан итеп салынған хайуан итен ашағыҙ, саҙаҡа итеп бирегеҙ һәм туплағыҙ”, — тип әйткән. Ошонан сығып аңлашыла: мосолман кеше ҡорбан итенең бер өлөшөн ғаиләһе менән бергә ашарға, икенсе өлөшөн саҙаҡа итеп таратырға тейеш. Шулай уҡ мәжлес ойоштороп күрше тирәһен һәм туғандарын ашатырға мөмкин.
“Был ғәйҙүл-кәбир — оло байрам көнөндә, — тип аңлата Мөхәммәд(с.ғ.с) — әҙәм балаһының хайуан ҡаны түгеүҙән дә сауаплыраҡ эше юҡ”. Хайуан ҡанын, әммә кеше ҡанын түгел.
Үҙенең Китабы Ҡөрьәндә Аллаһы әйтә: “Салған ҡорбандарығыҙҙың ите лә, ҡаны ла Уға барып ирешмәй. Аллаһыға һеҙҙең тәҡүәлек динле, иманлы булыуығыҙ ғына барып етә”, — ти. Беҙҙең был донъяла йәшәүбеҙҙең мәғәнәһе — Аллаһыны танып белеү, Уға яҡынлашыуҙыр.
“Диндең ҡеүәте, — тигән Ғәли хәҙрәт, — изге эштәр эшләргә бойороу, насарлыҡтарҙан тыйыу Аллаһы бойорғандарҙы үтәү кимәле менән билдәләнә”.
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с)әйткән: “Кем ҡорбан салған ергә барһа, уның һәр аҙымына 10 әжер була, 10 гөнаһ кисерелә, 10 дәрәжәһе арта”. Ҡорбан хаҡында һөйләшеүҙәр зикер-тәсбихтән һанала. Ҡорбан өсөн түләнгән аҡса саҙаҡаға һанала. Ә салынған Ҡорбан — Ҡорбан була. Ҡорбанды салыу өсөн ятҡырғанда ул ер өлөшөндә күпме нәмә (бөжәкме, үләндәрме) бар, һәр береһе Аллаһы Тәғәләгә был бәндә өсөн истиғфар ҡыла. Ҡорбандың тәнендә булған йөндөң һәр бөртөгө һайын 10 әжер яҙылып, гөнаһ ғәфү ителеп барыла. Ҡорбандың ҡаны ергә тейеүгә, салдырыусының булған гөнаһтары ғәфү ителә. Ҡорбан итен киҫәкләп өләшкән ваҡытта һәр бер киҫәге өсөн Исмәғил (с.ғ.с) нәҫеленән бер ҡол азат иткән әжер яҙыла. Аш-һыу әҙерләүселәргә лә һәр сәғәт, һәр минут изгелектән яҙылып барыла, уларға бик күп әжер-сауаптар өҫтәлә.
Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с) Хәҙрәти Ғәйшәгә: “Ҡорбанлығынды салғанда, үҙен дә шунда ҡатнаш, беренсе тамсы ҡаны тамғанда, гөнаһтарың ғәфү ителә”, — тип әйткән.
Бер хәҙистә: Әбү Өмәмә разый Аллаһү ғәнһә һөйләй. Аллаһы Рәсүле әйтте: “Кем дә кем ошо ике байрам төндәрен Аллаһынан сауап итеп ғибәҙәт менән үткәрһә, калебтәр үлгән көндө уның калебе үлмәҫ. (калеб – күңел, йөрәк мәғәнәһендә).
Ибн Ғаббас риүәйәтенә ҡарағанда, байрамда иртәнге намаҙҙы һәм йәстү намаҙын йәмәғәт менән бергә уҡыған кеше ҙур сауаптарға ирешер.
Намаҙ менән ҡорбан ул — Аллаһыға яҡынайыу өсөн ҡылған ғибәҙәттең иң күркәме, иң ҡиммәтлеһе. Намаҙ ул тәндең дә, күңел менән йәндең дә Аллаһы алдында тыйнаҡ, күндәм, баҫалҡы була белеүе, ҡорбан — йомартлыҡ һәм игелек билдәһе — Аллаһы Тәғәләгә мал менән яҡынайыу.
Күңелдәребеҙ Аллаһы биргәндәргә шөкөр, Аллаһы рәхмәтенә өмөт һәм Уның ололоғона зекер менән тулы. Ә хаж — Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттең бер рөкөнө, бәндәләрҙең Уның ҡоло булыуына бер дәлил...
Ҡорбан ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын! "Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил әхирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Раббәнәғ-фир ли үә лиүәлидәййә үә лил-мүъмининә йәүмә йәҡу-мулхисәб”