Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль 2020, 16:50

Ир һәм ҡатын бер бөтөн: халыҡ иҫәбен алыуҙа никахтар нисек иҫәпләнәсәк?

Рәсәй ғаиләләре составын деталле анализлау халыҡ иҫәбен алыу ярҙамында алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә генә мөмкин.

Илебеҙҙә балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәй, атайҙар күпме? Күп быуынды берләштергән ғаиләләр нисә? Бөтә Рәсәй халык иҫәбен алыу никахтарҙы нисек итеп иҫәпкә аласаҡ һәм ни өсөн үҙҙәрен кейәүҙә тип һанаусы ҡатын-ҡыҙҙар үҙен өйләнгән тип һанаусы ир-аттарға ҡарағанда күберәк була. Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алғандан һуң ғаиләләрҙең төрлө булыуы асыҡланды. Улар араһында бер үҙҙәре балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, бер нисә быуын вәкилдәре (балалар, ата-әсә, олатай-өләсәй) бергә йәшәгәндәр ҙә бар.
Рәсәй ғаиләләре составын деталле анализлау халыҡ иҫәбен алыу ярҙамында алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә генә мөмкин. Административ сығанаҡтар йәмғиәттә ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында күҙаллау бирмәй, сөнки улар башҡа маҡсаттар өсөн формалаштырылған.
2010 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә 16 йәштән өлкәндәр 119,7 млн. кеше иҫәпләнгән: уларҙың 65,5 миллионы - ҡатын-ҡыҙ, 54,2 миллионы — ир-ат. 2010 йылда 33,2 миллион ир-егет һәм 10,8 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән һәм гражданлыҡ никахында йәшәгән. 13,2 млн. кеше бөтөнләй никахта булмаған. Рәсми рәүештә айырылышыусылар 4 миллион булһа, айырым йәшәүселәр һаны 7,6 миллионға еткән.
2021 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙында никах торошо 6 категорияға бүленеп билдәләнгән:
- рәсми рәүештә никахҡа теркәлгән;
- гражданлыҡ никахында йәшәгән;
- рәсми рәүештә айырылған;
- айырым йәшәүсе;
- тол ир, тол ҡатын;
- бер ҡасан да никахлашмаған.
Теркәлмәгән никахтар буйынса мәғлүмәттәргә халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә генә ирешергә мөмкин, сөнки уларҙы үткәргәндә юридик түгел, ә үҙ билдәләнеш буйынса никахта ысынбарыҡта торғанды һорайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ, гражданлыҡ никахында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен кейәүҙә, а бына ир-аттар, киреһенсә, ирекле тип һанай икән. Халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәндә был феномен күп кенә илдәрҙә күҙәтелә. Эксперттар фекеренсә, бында ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар психологияһында, ә бәлки логик фекерләүендә лә айырма һиҙелә.
Рәсәй ғаиләләре даими үҙгәреп тора, ләкин теркәлгән никахтар кимәленең кәмеүенә ҡарамаҫтан, халыҡтың төп өлөшө элеккесә мөнәсәбәттәрҙе рәсми рәүештә теркәргә ынтыла. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ирле-ҡатынлы парҙар һаны (теркәлгән һәм теркәлмәгән никахта булыусылар) 33 миллион. Үҙ-ара теркәлмәгән никахтағы ғаилә парҙары дөйөм һандың 13 процентын , йәғни 4,4 миллион тәшкил иткән.
Дәүләт социаль программалары, ташламаларҙың төрҙәре һәм күләмдәре халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә бәйле. Мәҫәлән, әсәлек капиталы хаҡына балалы ғаиләләргә ярҙам итеү дәүләт программаһы 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен анализлағандан һуң эшкә ебәрелде.
Элегерәк 2020 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп этабы уҙасаҡ тип планлаштырылғайны. Эпидемиологик хәл менән бәйле рәүештә Росстат сараны 2021 йылға күсерергә тәҡдим итте. Ағымдағы йылдың 27 июнендә Рәсәй Хөкүмәте рәисе Михаил Мишустин уны 2021 йылдың апреленә күсереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 1 апреленән 30-ына ҡәҙәр цифрлы технологиялар ҡулланып башҡарыласаҡ. Сараның төп яңылығы Рәсәй халҡы тарафынан Дәүләт хеҙмәттәре порталында (gosuslugi.ru) электрон иҫәп алыу ҡағыҙын тултырыу мөмкинлеге буласаҡ. Торлаҡ йорттарға йөрөгәндә иҫәпкә алыусылар махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттар ҡулланасаҡ. Шулай уҡ иҫәпкә алыу участкаларында, шул иҫәптән “Минең документтар” дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереү буйынса күп функциялы үҙәктәр биналарында ла мәғлүмәт тупланасаҡ.
Читайте нас: