Күптән түгел район гәзите редакцияһына Мөнир Рәхмәтуллиндан хат килде. Унда автор уның ғәйебе булмауы хаҡында ҡабул ителгән суд ҡарарҙары, шулай уҡ нигеҙһеҙ рәүештә уны енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыуға бәйле күҙәтеү органы вәкилененең рәсми ғәфү үтенеүе хаҡында яҙа.
Бынан өс йыл элек, “Инйәр” гәзитенең 2017 йылдың 24 мартындағы һанында донъя күргән “Ҡырын ғәмәл ҡырҡ йылдан һуң да беленә” исемле мәҡәләлә район прокуратураһы яғынан “Регионстрой” ЯСЙ-һының элекке етәксеһе, 57 йәшлек Мөнир Рәхмәтуллинға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһы республика прокуратураһы тарафынан раҫланыуы тураһында әйтелә. М.З.Рәхмәтуллин РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө билдәләнгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Һөҙөмтәлә уға ҡарата билдәләнгән ғәйепләү судта раҫланмай, 2017 йылдың 8 декабрендә Ҡырмыҫҡалы район-ара суды ҡарары менән Мөнир Зөлфәр улы аҡлана. Артабан 2018 йылдың 15 февралендәге БР Юғары судының аппеляция билдәләүе нигеҙендә Рәхмәтуллинға ҡарата енәйәт эше буйынса ҡарар үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла. Ошоға бәйле РФ Енәйәти процессуаль кодексының 136-сы статьяһы талаптарына ярашлы, енәйәти яуаплылыҡҡа нигеҙһеҙ тарттырылыу сәбәпле Өфө ҡалаһының Октябрь районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы А.Ғилязев дәүләт исеменән рәсми рәүештә ғәфү үтенә.
Мөнир Рәхмәтуллин Ҡыҫынды ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Тольяттила ташсы-монтажсы булып башлай. Ситтән тороп төҙөлөш институтын тамамлай. Ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” юғары наградаһы эйә була. Ун йыл дауамында “Архангел яҡташлығы” йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Бер нисә йыл рәттән район Советы депутаты итеп һайлана. Уның исеме Рәсәй төбәктәренең иң абруйлы кешеләре исемлегенә индерелгән.
Мөнир Зөлфәр улы тыуған районын бик ныҡ ярата, уны төҙөкләндереүгә хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Миҫал итеп, Ҡыҙыл Еҙемдә хакимиәт йортон, Баҡалды һәм Валентиновка мәктәптәрен, архангелдәге поликлиника һәм сиркәү биналарын капитал ремонтлауҙы, Ҡыҙыл Еҙем, Ҡыҫынды ауылдарындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар рухына һәйкәлдәрҙе төҙөкләндереү, Зәйеттә һәйкәл эшләүҙе һәм башҡа бик күп хеҙмәттәрен атарға мөмкин. Бер ваҡытта ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ошоларҙан сығып, авторҙың райондаштары алдында намыҫы таҙа тип әйтә алабыҙ.