Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2020, 12:25

Һоҡланғыс кешеләр бар донъяла

Рәшиҙә һәм Риф Баязитовтарҙың ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды

2008 йылдан алып Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләп, һөйөүҙә, үҙ-ара аңлашыусанлыҡта һуғарылған, һау-сәләмәт һәм бәхетле балалар үҫтергән, быуындан – быуынға күсә килгән йололарҙы һаҡлаған иң яҡшы ғаиләләргә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Был награда районыбыҙҙа ла бер нисә йыл рәттән бирелеп килә. Быйыл уға Благовещенка ауылынан Рәшиҙә һәм Риф Баязитовтарҙың ғаиләһе лайыҡ булды.
Бөрйән егете Риф менән Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы Рәшиҙә 1965 йылдың 2 июлендә БДУ-ның 1-се ятағы артында урынлашҡан бейеү майҙансығында таныша. Береһе ауыл хужалығы буйынса юғары уҡыу йортон, икенсеһе Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, бына-бына ҡулдарына диплом алырға йыйына. Тулҡынланып торған ҡара сәсле егет ҡыҙҙы күргәс тә бейергә саҡыра, һәм улар был кистә бөтә көйҙәр тулҡынында бергә бәүелә. Айырылғанда ул һылыуҙы сығарылыш кисәһенә саҡыра. Бүлмәләш әхирәттәренең өгөтләүенә күнеп Рәшиҙә барырға була. Риф тимерҙе ҡыҙыуында һуға, барыһына ла ҡыҙҙы үҙенең кәләше итеп таныштыра. Ошо рәүешле ул бергә тормош ҡорорға тәҡдим яһай. Ана шул көндән алып фәҡәт үҙҙәре генә аңлаған, күңелдәре менән тойған, бер-береһен ихтирам итеп, ярты һүҙҙән аңлап, терәк-таяныс булып, сирек быуат ғүмер кисергән Баязитовтар.
Риф Ишдәүләт улы Бөрйән районының Ағиҙел колхозында, ә рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы Белорет районының сәрмән ауылында хеҙмәт юлын башлай. 1966 йылдың башында ике район бер-береһенән айырыла. Егет кәләшен тыуған яғына алып ҡайта, ә 8 ғинуарҙа улар Байназарҙағы ЗАГС-та никахтарын теркәй. “Бик буранлы көн ине, туйға минең яҡтан туғандарым килә алманы,” — тип хәтерләй Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы. Тәүге ғаилә тантанаһынан һуң ике көн үткәс Риф Ишдәүләт улының 30 йәшен билдәләйҙәр, иртәгәһен Рәшиҙә апай урындағы мәктәптә эшкә төшә. Уға 10 класты бирәләр. Белем усағында сентябрҙән алып рус теле уҡытылмаған була, уҡыу йылы аҙағынаса йәш белгескә бөтә программаны уҡыусылар менән үҙләштерергә, уларҙы имтиханға әҙерләргә тура килә.
Шул ваҡыттан ярты быуаттан ашыу йылдар уҙған, шулай ҙа тормош юлын бергә башлаған мәлдәренең һәр минуты, сәғәте, көнө менән хәтерҙәргә ныҡлы уйылып ҡалған Баязитовтарҙың. Риф ағайҙың хәләленә тәҡдим яһаған көнгә — 55 йыл. Ошо дәүерҙә шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла, уңыштары ла, ҡаршылыҡтары ла кисерелгән.
Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы 1966 — 1984 йылдарҙа Байназар, Иҫке Собханғол ауылдарындағы белем усаҡтарында уҡыта. 1984 йылдың мартынан Архангел районының Липовка урта мәктәбенә күсерелә. Мәғариф өлкәһендә 35 йыл эшләү дәүерендә әллә күпме уҡыусылар сығарған хөрмәтле хеҙмәт ветераны. Илһам ҡанаттары ҡағылғанда шиғырҙар ҙа ижад итә. “Инйәр” гәзитенең даими авторҙарының береһе, шиғри шәлкемдәре менән уҡыусылары тарафынан яратып ҡабул ителә.
Риф Ишдәүләт улы хеҙмәт юлында агроном, баш агроном, колхоз рәйесе урынбаҫары, Бөрйән районының парком секретары һәм башҡа вазифаларҙы башҡара. Ғаиләһе Архангел районына 1983 йылда килә. Уның иңенә артта һөйрәлгән хужалыҡты күтәреү бурысы һалына. Әйткән һүҙенә тоғро, башлаған эшен еренә еткермәйенсә туҡтамаған ир-уҙаман халыҡ мәнфәғәте өсөн бар тырышлығын бирә. Алдына ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү йәһәтенән әллә нисә тапҡыр көнөндә баш ҡалабыҙ Мәскәүгә барып ҡайтҡан саҡтары ла була. “Ҡунаҡҡамы, йәки икенсе берәй ергә барһаҡ, бөтә баҫыу-яландарҙы ҡарап сыҡмайынса ҡайтмай. Мин дә уның менән бер ҡатарҙан эйәреп йөрөйөм,” — тип һөйләй уның хаҡында Рәшиҙә апай. Баязитовтар ғаиләһе биш балаға, өс ҡыҙ һәм ике улға, ғүмер биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырған. Әлеге мәлдә улар тиҫтәләгән ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә һөйөклө олатай-өләсәй. Үҙҙәренең хужалығында картуф, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Балаларына, бер-береһенә, туғандарына итәғәтле, ярҙамсыл улар.
  • Бөгөн беҙ Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы һәм Риф Ишдәүләт улы Баязитовтарҙы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы алыуҙары уңайынан тәбрикләйбеҙ, — тигән һүҙҙәр менән асты тантананы район хакимиәте башлығы Илшат Әминев. Был матур, абруйлы ғаиләнән беҙ үрнәк алып йәшәйбеҙ. Уларҙың район үҫеше өсөн башҡар­ған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Баязитовтар балаларына ла матур тәрбиә биргән. Ошондай ғаиләләр — илебеҙ терәге ул. Ныҡлы ғаиләлә бәхетле балалар үҫә, йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәре һаҡлана. Ғөмүмән, бөтә илебеҙ, төбәгебеҙ именлеге ғаиләләге мөхиткә бәйле. Тап ошонда беҙ тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ, донъяны өйрәнәбеҙ һәм терәк, аңлау табабыҙ. Уларға оло бәхет, сабырлыҡ, мөхәббәтле тормош теләйем.
  • Ҡотлау һүҙҙәренән һуң Илшат Нәжмитдин улы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын һәм Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
    • Бер – береһен күҙ ҡарашынан аңлаған, ауырлыҡтарҙы бергә үткәрергә әҙер ғаилә союзы — ошо мөхиттә йәшәгән балалар, оло быуын өсөн ысын терәк. Һеҙгә һәм балаларығыҙға именлек, шатлыҡлы көндәр, мөхәббәтле ғүмер теләйем, — тип район ветерандары советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова тантана хужаларына иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. Уларҙы тәбрикләүгә шулай уҡ Липовка ауыл хакимиәте башлығы Илдар Әбдрафиҡов, йыр-моңло күстәнәстәре менән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ғаилә дуҫтары, балалары ҡушылды.
    • Һоҡланғыс кешеләр була донъяла. Уларҙың йәшәү рәүеше, аҡыллы фекерҙәре, бар булмышы һәр кемгә үрнәк. Эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур-матур парҙарҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине.
      Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
      Автор фотоһы.
      Читайте нас: