Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2020, 17:20

Баҡса йортон теркәп ҡал “Дача амнистияһына” бер йылдан аҙ ваҡыт ҡалды

“Дача амнистияһы” буйынса баҡсаларын һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйен ер участкаларында урынлашҡан йорттарын рәсмиләштереүгә республика халҡының йылдан аҙыраҡ ваҡыы ҡалды.

Әлегә тиклем уның менән файҙаланмаған кешеләргә ни эшләргә? Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Наталья Шаһиева ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.
  • “Дача амнистияһы” ҡасан тамамланасаҡ?
  • Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүгә тәғәйенләнгән ер участкаларында урынлашҡан баҡса һәм торлаҡ йорттарҙы рәсмиләштереүҙең ябайлаштырылған тәртибе 2021 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Тап ошо көнгә ҡәҙәр республикала йәшәүселәр “дача амнистияһы” буйынса күсемһеҙ милеккә хоҡуғын рәсмиләштерә ала.
  • Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
  • Ошо ҡалған ваҡыт эсендә баҡса участкаһындағы дачаны һәм торлаҡ йортто шәхси милеккә теркәр өсөн кадастр инженерын саҡырыу мөһим. Ул һеҙҙең тарафтан элек үҙ аллы тултырылған декларация нигеҙендә техник планды әҙерләйәсәк. Артабан 350 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләйегеҙ һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу, торлаҡ һәм баҡса йортона хоҡуҡты теркәү тураһында ғариза менән күп функциялы үҙәктең ҡайһы булһа ла офисына мөрәжәғәт итергә ҡала.
  • Әгәр республика кешеләре ниндәйҙер сәбәп менән “дача амнистияһы” менән файҙаланмаһа, уның ваҡыты тамамланғас, улар өсөн нимәлер үҙгәрәме?
  • Әгәр ниндәйҙер сәбәп арҡаһында граждан 2021 йылдың 1 мартына тиклем юғарыла әйтелгәндәрҙе эшләп өлгөрмәһә, урындағы үҙидара органына күсемһеҙ милек төҙөлөшө башланыуы, һуңынан төҙөлөш тамамланыуы хаҡында белдереү (бының өсөн кәрәкле документтарҙы ҡушып) тапшыра. Дәүләт власы органдары граждандан объекттың төҙөлөшө тамамланыуы һәм башҡа мөһим мәғлүмәт тураһында белдереүҙе алғандан һуң, 7 эш көнө эсендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығына күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡты теркәүгә һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыуға документтар ебәрә. Бынан алда улар баҡса һәм торлаҡ йорттоң ҡануниәт талаптарына тап килеүен тикшерә.
  • Билдәле булыуынса, “дача амнистияһы” нигеҙендә баҡса йорттарын ғына түгел башҡа күсемһеҙ милекте лә рәсмиләштерергә мөмкин...
  • Шулай уҡ гражданға билдәһеҙ арауыҡҡа файҙаланыуға бирелгән йәки ғүмерлеккә мираҫ булып ҡалған (2001 йылдың 30 октябренә, йәғни Ер Кодексы ғәмәлгә ингәнгә тиклем) ер участкаһына хоҡуҡты ябайлаштырылған тәртиптә теркәргә ярай. Граждандың ҡулында ошоға ярашлы документтар булырға тейеш: таныҡлыҡ, килешеү йәиһә ниндәйҙер акт, хужалыҡ кенәгәһенән күсермә һәм башҡалар. Хоҡуҡты билдәләгән документ менән шәхси милеккә хоҡуҡты теркәү тураһында ғаризаны 350 һум дәүләт пошлинаһы түләп күп функциялы үҙәккә тапшырырға кәрәк.
  • Ҡайһы йорттар “дача амнистияһы”, ә ҡайһылары белдереү тәртибендә рәсмиләштерелә?
  • Әгәр йорт шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсыл хужалыҡ өсөн тәғәйен ер участкаһында урынлашһа, белдереү тәртибе, ә инде баҡса участкаһында урынлашһа, “дача амнистияһы” буйынса рәсмиләштерелә.
  • Төплө әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
  • Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.

    Читайте нас: