Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 11:30

Яратҡан эш ялҡытмай 30 йылдан ашыу сауҙа хеҙмәткәре бурысын үтәй ул

Һүҙем Үрге Ләмәз ауылында һатыусы булып эшләгән, ныҡлы ихтыярлы, сабырлыҡты үҙенә юлдаш итеп алған, һөнәрен оло яуаплылыҡ, тырышлыҡ менән башҡарған Фазила Андреева тураһында.

Һөнәрҙе кеше осраҡлы рәүештә генә һайламайҙыр. Ниндәйҙер күңел тартыуы, йән ынтылышы теге йәки был һөнәр буйынса эшләргә үҙе этәрәлер кешене. Мәҫәлән, бала күңеленә юл таба алмаған кеше уҡытыусы була алмаҫ ине. Игенсе ерҙе яратырға, һауынсы менән малсы булып эшләр өсөн мал йәнле булырға кәрәктер. Йән тартмаған эште яратып, күңел һалып башҡарып булмай. Ә яратҡан эш арытмай, ялҡытмай һәм дөрөҫ һайлап алған һөнәренә генә кеше ғүмер буйы тоғро ҡала, тик шундай хеҙмәт кенә кешене биҙәй. Һүҙем Үрге Ләмәз ауылында һатыусы булып эшләгән, ныҡлы ихтыярлы, сабырлыҡты үҙенә юлдаш итеп алған, һөнәрен оло яуаплылыҡ, тырышлыҡ менән башҡарған Фазила Андреева тураһында.
Ул ошо ауылда Шәкирә һәм Исмәғзәм Әсмәнйәровтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Атай менән әсәй колхоз эшенән бушамағанға күрә ҡыҙ ағайҙары ҡарауында үҫә. Валентиновка мәктәбен тамамлап, ҡулына урта белем тураһында аттестат алғас, күптәнге хыялына ирешеү маҡсатында, Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана һәм 1-се сауҙа – кулинария училищеһына уҡырға инә. Эйе, күптәнге хыял. Сөнки бала саҡтан күршелә генә булған магазинға кереп, һатыусы апайҙы күҙәтергә ярата. Уның таһыллығына, етеҙлегенә һоҡлана. Шуға ла өлкәндәрҙең: “Үҫкәс, кем булаһың?”-тигән һорауына, һис икеләнмәй “Һатыусы,”— тип яуаплай.
Бына инде 30 йылдан ашыу район ҡулланыусылар йәмғиәтенең сауҙа хеҙмәткәре бурысын үтәй ул. Үҙ һөнәренең оҫтаһы Фазила Исмәғзәм ҡыҙы һатып алыусы ҡәнәғәт булһын өсөн, бөтә күңелде һалып эшләргә кәрәклеген белә. Яҡшы һатыусы ҡулланыусы һораған әйберҙе генә һатмай, уның кәйефен күтәрә, дәртләндерә, күңел йылыһын бирә тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бының өсөн һатыусы һатып алыусыға ҡарата иғтибарлы, ғәҙел, намыҫлы булырға тейеш. Өҫтәүенә тауар ассортиментын, уларҙың ҡайҙа етештерелгәнен белеү, етеҙлек, мөләйем мөғәмәлә итеү мөһим.
Тырыш хеҙмәткәрҙең ауылдаштары алдында абруйы ҙур. Ниңәме? Яҙғы ташҡын, йә иһә ҡар- буранлы мәлдәрҙә лә ул Ләмәз халҡын аҙыҡ- түлектән, көндәлек хужалыҡ әйберҙәренән өҙмәҫкә тырыша. Бындай саҡта яҡындары ярҙамдан ҡалдырмай, әлбиттә. Тормош иптәше Фаил Наил улы ҡатынына тауар ташышырға һәр саҡ әҙер булды. Ғаиләлә ышаныслы терәк ине ул, үкенескә күрә, ҡәҙерле кешеһе күптән түгел ҡайғыларға һалып, яҡты донъяны ташлап китте. Бергә йәшәгән йылдарының емештәре — өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары хәҙер үҙҙәре айырым тормош ҡорған. Фазила апай әлеге мәлдә биш ейәнгә һәм бер ейәнсәргә өләсәй.
Бурысын еренә еткереп башҡарған тәжрибәле һөнәр эйәһен хеҙмәттәштәре лә, етәкселәре лә хөрмәт итә. Эшләү дәүерендә бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына, күкрәк билдәләренә лайыҡ булған ул. Һис шикһеҙ улар, күңел биреп, ихлас башҡарған хеҙмәт ҡаҙаныштары.
  • Эшемде бик яратам, ике-өс көн өйҙә ултырырға тура килһә, магазинды һағынып бөтәм. Һатыусы һөнәренең дә үҙенә күрә ижади яғы бар. Тауарыңды һатып бөтөргә уйлаһаң, иң беренсе, магазиның матур, кәштәләрең бөхтә, үҙең һатҡан әйберҙәреңдең тәме, составы, яраҡлылыҡ ваҡыты тураһында белергә кәрәк ,— ти Фазила Исмәғзәм ҡыҙы.
  • Эйе, яратҡан, үҙ иткән һөнәр генә күңелгә ҡанаттар ҡуя, эштең ауырлығы ла тойолмай, килеп тыуған һынауҙар ҙа кәртә була алмай. Бала саҡ хыялына ирешкән Ләмәз ауылының уңған һатыусыһына уңыштар юлдаш булһын.
    Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
    Читайте нас: