Көн һайын, теләйбеҙме-юҡмы, беҙ барыбыҙ ҙа йәйәү йөрөүсе ролен башҡарабыҙ. Уның менән сәләмәтлегебеҙ, хатта тормошобоҙ бәйле. Юл-транспорт һәләкәттәренең күбеһе йәйәүлеләрҙең юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаһында килеп тыуа. Аварияла ғәйепле булған йәйәүлеләр генә түгел, юл хәрәкәтендә башҡа ҡатнашыусылар ҙа зыян күрә.
Әйтергә кәрәк, юлдағы төрлө һәләкәттәргә күп осраҡта балалар сәбәпсе. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен белмәү, өлкәндәрҙең битарафлығы ҡазаға килтерә. Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһының күбеһе уларҙың уйламайынса эш итеүенән килеп сыға. Бында киң таралған сәбәптәр:
- мәктәпкәсә йәштәге балалар яҡынлашып килеүсе машинаның араһын, уның тиҙлеген дөрөҫ билдәләй алмай, мөмкинлектәрен баһалай белмәй, үҙҙәрен сос һәм етеҙгә һанай;
- юл арҡыры сыҡҡанда тейешһеҙ урынды һайлайҙар;
- светофор һәм көйләүсе сигналына буйһонмайҙар;
- юлда килеп тыуасаҡ ҡурҡыныс хәлде аңлап бөтөрмәйҙәр.
Балалар юлға, үтеп барыусы машина ҡаршыһына ҡапыл йүгереп сыға. Шулай уҡ бәләкәй генә велосипедта машина юлына сығыуҙы, ярамаған, хәүефле урында күңелле уйындар ойоштороуҙы, роликтарҙа, самокатта йөрөүҙе улар тәбиғи хәл тип һанай.
Юл һәләкәтенә килтергән хәлдәргә тәьҫир иткән тағы бер фактор — ул баланың сәләмәтлеге. Уның эмоциональ булыуы, төрлө күңелһеҙлектәр юлдағы бәлә-ҡазаны арттыра.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса балалар баҡсаһында алып барылған эш ғаиләлә нығытылмай. Һөҙөмтәлә бәләкәсегеҙҙең белеме осраҡлы факторҙарға бәйле була. Ләкин юл-транспорт ваҡиғаһын билдәле яңылышыуҙар, тәжрибәһеҙлек, күреп бөтөрмәгәнлек, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белмәгәнлек күренеше тип аңларға кәрәк.
Балаларҙы юлдағы күңелһеҙ хәлдәрҙән нисек һаҡларға? Беҙ нисек кенә өйрәтһәк тә, тормошта улар ололарҙың эшен ҡабатлай. Юл арҡыры тейешһеҙ урындан сыҡҡан өсөн сабыйығыҙға асыуланғансы, иң башта һеҙ үҙенән һорағыҙ. Һис шикһеҙ ул нисек оло кешенең ярамаған урындан юл аша сыҡҡанын күреүе тураһында һөйләйәсәк. Бала күҙлегенән ҡарағанда ата-әсәһе эшләгәндән дә яҡшыраҡ ғәмәл юҡ. Өлкәндәр уның өсөн үрнәк булып тора. Ата-әсәләр юлға сыҡҡанда шуны иҫтә тотһон ине.
Түбәндәге ҡағиҙәләр айырыуса мөһим:
* тротуар буйлап машина юлынан мөмкин ҡәҙәр ситтәрәк барырға;
* юл аша сыҡҡанда туҡтап башта һул яҡҡа, унан уң яҡҡа һәм яңынан тиҙ генә һулға ҡарарға кәрәк;
* светофорҙа йәшел ут янғас ҡына юлды арҡыры сыға башларға;
* урамды мөмкин тиклем хәүефһеҙ урындарҙа ғына аша сығырға: светофор янынан, йәйәүлеләр юлынан;
Балаларҙы кесе йәштән үк юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәргә күнектерегеҙ. Онотмағыҙ, һеҙҙең өлгө — иң яҡшы өйрәтеү сараһы. Бәләкәсте урамда үҙен тәртипле тотоу һәм юл хәүефһеҙлеген һаҡларға өйрәтеүҙә ата-әсәне бер кем дә алыштыра алмай. Шуға күрә, үҙегеҙ юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ, уларҙың ғүмере өсөн өлкәндәр яуаплы.
район буйынса ЮХХДИ бүлегенең дәүләт инспекторы.