Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июнь 2020, 14:00

Һәр рәсәйле үҙ фекерен белдерә ала

Бер нисә көндән илебеҙ өсөн тарихи ваҡиға буласаҡ — Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө.

Унда ҡатнашыу — һәр кемдең изге бурысы. Ситтә ҡалһаң, тимәк, һин битараф, киләсәгең өсөн борсолмайһың. Әлбиттә, Конституцияға тәҡдим ителгән төҙәтмәләр йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙыра. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Б.Р.Әсәҙуллин түбәндәге һорауҙарға фекере менән уртаҡлашты.
  • Булат Рубин улы, 1 июлдә Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө уҙасаҡ. Был сара һәм тәҡдим ителгән үҙгәрештәр хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.
  • Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр ил етәксеһе ҡарары нигеҙендә ағымдағы йылдың 1 июлендә үтәсәк. Был көнгә тиклем 18 йәше тулған һәр рәсәйле үҙ фекерен белдерә ала. Бюллетендә “Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы?” тигән бер генә һорау һәм шуға “эйе”, “юҡ” яуап варианттары буласаҡ. 25 июлдән алып алдан тауыш биреү мөмкинлеге лә бар. Әгәр һеҙгә икенсе районға йәки ҡалаға барырға тура килһә, “Мобиль һайлаусы” ысулы ярҙамында –үҙегеҙгә ҡулай ниндәй булһа ла участканы һайлай алаһығыҙ. Быны 16 июндән һеҙ теркәлгән һайлау учаскаһында эшләргә була.
  • Ни өсөн Конституцияға индерелгән үҙгәрештәрҙе референдум менән генә ҡабул итмәйҙәр?
  • Ҡарар ҡабул итеүҙә тауыш биреүҙәрҙең көсө референдумдыҡы менән бер үк. Төҙәтеүҙәр халыҡтың күпселеге хуплағанда ғына ғәмәлгә инәсәк. Референдум уҙғарырға законлы нигеҙҙәр кәрәкмәй. Конституцияның үҙгәртеүҙә граждандарҙың бөтөнләй ҡатнашыуын талап ителмәгән бүлектәре өҫтәлә. Халыҡ һуңғы һүҙҙе әйтергә тейеш тип Президент ҡарар итте. Был үҙгәрештәр мөһим статьяларға ҡағылмай: Федераль Йыйылыштың ике палатаһының өстән ике өлөшө ҡарары етә. Әммә Перзидент халыҡ фекерен ишеткеһе килеп, үҙе тауыш биреүҙәр үткәрергә ҡушты. Шуға күрә сара ныҡлы әһәмиәткә эйә.
  • Ни өсөн Конституциялағы үҙгәрештәр күмәртәләп ҡабул ителә?
  • Өҫтәмәләр байтаҡ һәм барыһы ла мөһим. Пенсияларҙы индексациялау, президент хөкүмәтенең ике мөҙәткә һайланыуы йәки чиновниктарҙың ике гражданлыҡта булмауы кәрәгерәк тип кемдер айырып тормаясаҡ. Ҡайһыһын алып ташларға тәҡдим итәһегеҙ? Бюллетень бик оҙонға китә һәм уны эшкәртеү мөмкин булмаясаҡ. Конституция ла һайлағанда статьялар буйынса түгел, ә дөйөм документ рәүешендә ҡабул ителгән.
  • Путин мәңге Хөкүмәттә ҡалыр өсөн Конституцияны үҙ мәнфәғәтендә үҙгәртеүе дөрөҫмө?
  • Әгәр Президент Владимир Путин ил етәкселегендә мәңге ҡалырға теләһә, президент посында ҡалыу мөҙәтен сикләүҙе генә алып ташлауҙы тәҡдим итер ине. Киреһенсә, “даими рәүештә” һүҙен алып ташлап, ул Конституцияға ике мөҙәттән артыҡ һайланыуҙы сикләүҙе индерә. Был төҙәтмәләр уға ла ҡағыласаҡ. Путин президент өҫтөнлөктәренең бер өлөшөн Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советына бирергә тәҡдим яһаны. Был Рәсәй сәйәсәте нигеҙҙәрен бермә-бер көсәйтеүҙе күрһәтә.
  • Ни өсөн төҙәтмәләр бик тиҙ ҡабул ителә? Улар буйынса халыҡ тиҫтәләгән йылдар буйы йәшәйәсәк бит.
  • Был үҙгәрештәрҙе ун йыл элек үк ҡабул итергә ваҡыт ине. Улар аңлайышлы ла, ябай ҙа: чиновниктарҙың ике гражданлығы булмаҫҡа тейеш, МРОТ йәшәү минимумынан кәм түгел, пенсияларҙы индексациялау. Техник яҡтан барыһы ла бик ябайлашты, мәғлүмәт һәм уның менән алышыу бер ҡасан да улай тиҙ таралмай торғайны. Бөгөн бер аҙна эсендә байтаҡ мәғлүмәтте тупларға һәм эшкәртергә мөмкин. Бының өсөн 30 йыл элек бер ай ваҡыт талап ителде. Шулай уҡ экспертизаның тәрәнлеге һәм тиҙлеге үҫеште: күп кенә белгестәр һәм ябай кешеләр тиҙ арала төҙәтмәләр менән таныша, фекерҙәрен уртаҡлаша һәм ҡараштарын белдерә ала.
  • Ниңә Конституцияның эшсе төркөмөндә тәжрибәле белгестәр түгел, тик спортсылар, музыканттар? Дөйөм халыҡ фекер алышыуҙары ни өсөн юҡ?
  • Конституция юристарға түгел, ә халыҡ өсөн, ул һәр кемгә аңлайышлы булырға тейеш. Шуға күрә уны төҙөүҙә ябай кешеләр ҡатнаша. Үҙ фекерен белдерергә теләгән һәр кем үҙгәрештәр буйынса үҙенең тәҡдимдәрен Йәмәғәт Палатаһы, Дөйөм халыҡ фонды аша әйтә алһын өсөн төҙәтмәләрҙе ябай граждандар күҙлегенән ҡарау, был эште ысын мәғәнәһендә дөйөм халыҡтыҡы итеү мөһим.
  • Президент тәҡдиме буйынса хәҙер яңы орган — Дәүләт Советы барлыҡҡа киләсәк. Ул нимәгә кәрәк, быға тиклем булғандары етмәйме ни?
  • Дәүләт Советы хөкүмәттең яңы органы түгел. Ул электән бар һәм уңышлы эшләп килә. Федераль үҙәктең сәйәсәтенә тәьҫир итеү мөмкинлеген төбәктәрҙән тартып алып, уның көсөн кәметмәү маҡсатында, хәҙер ул бары Конституцияға индереләсәк. Һаулыҡ һаҡлауҙы, ауыл хужалығын, сәнәғәтте, беҙгә ҡағылған өлкәләрҙе, территорияларҙы нисек үҫтереү тураһында губернаторҙар һәм министрҙар бергәләп тикшерә: кемгә күберәк аҡса бүлергә, ә нимә үҫешергә ҡамасаулай.
  • Төбәк үҫеше өсөн Дәүләт Советы — төп орган. Конституциялағы үҙгәрештәр арҡаһында губернаторҙарҙан торған Дәүләт Советы иҫәбенә төбәктәрҙең тауышы ниһайәт әһәмиәтлерәк буласаҡ — төбәктәр дәүләт ҡарарҙарын ҡабул итеүгә ныҡлап тәьҫир итә аласаҡ. Был иһә ошо губернаторҙарҙы һайлаған кешеләргә ил тормошонда ҡатнашыу, уның яҙмышы өсөн берҙәм яуаплылыҡ тотоу мөмкинлеге тигән һүҙ.
    • Әгәр нимәлер яҡшы эшләһә, уға теймәү зарур.Дәүләт ҡоролошоноң һөҙөмтәлә 20 йыл барыһын да тыныс һәм тотороҡло иткән төп принциптарын ниңә үҙгәртергә?
    • Үҙгәрештәрҙең тап ошонда ла инде төп мәғәнәһе: илдең тыныс үҫешен гарантиялау, дәүләт ҡоролошоноң сыуалыштарҙан һәм үҙбелдеклелектән башҡа айырыуса ныҡлы һәм ғәҙел системаһын яҙыу.
    • Ни өсөн социаль блокта төҙәтмәләргә бер ниндәй ҙә аныҡлыҡ — пенсияларҙы индексациялауҙың күләме лә, МРОТ-тың размеры ла юҡ? Бында алдашыу түгелме?
    • Конституция — ил тормошоноң дөйөм принциптары һәм улар иҫәбендә социаль ғәҙеллекте билдәләү, аҙ тәьмин ителгәндәр һәм пенсионерҙер хаҡында хәстәрлектәр булырға тейеш. Ә инде теүәлерәк нормаларҙы айырым хәлгә нигеҙләнеп ҡабул итәсәктәр. Инфляция үҙгәрһә йәки башҡа иҡтисади күренештәр осрағында айырым цифрҙарҙы һәм проценттарҙы ҡабул итер өсөн ҡабат-ҡабат бөтә ил менән тауыш бирмәйәсәкбеҙ бит инде.
    • Конституцияға индерелгән төп үҙгәрештәр тураһында ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтегеҙ әле.
    • Конституция иң аҙ эш хаҡы йәшәү минимумынан кәм булмауын, пенсияның йылына бер тапҡыр индексацияланыуына гарантиялай. РФ Хөкүмәте Рәйесе һәм уның урынбаҫарҙарына, федераль министрҙарға, федераль хөкүмәт органдары етәкселәренә, РФ субьекттары Башлыҡтарына, федераль дәүләт органдары етәкселәренә, Федераль Совет ағзаларына, Дәүләт Думаһы депутаттарына, судьяларға сит ил гражданлығына эйә булыу, сит илдә йәшәү урыны һәм банк иҫәбе тотоу тыйыла. Президент булып ике тапҡыр ғына һайланырға мөмкин. Иҫәп яңы Конституциянан башлана. Дәүләт иң ҙур байлыҡ — балалар булыуын таный һәм етемдәргә ҡарата ата-әсә бурыстарын үҙ иңенә ала. Сифатлы медицина ярҙамы, граждандарҙы социаль яҡлау, кешеләргә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырлыҡ шарттар тыуҙырыу — хәҙер дәүләттең туранан – тура бурысы.
    • Булат Рубин улы, асыҡлыҡтарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
    • Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.
      Читайте нас: