Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2020, 12:00

Тауыш биреү республикала нисек уҙасаҡ?

Граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко яуап бирҙе.

Ил Конституция­һына төҙәт­мәләр буйынса 1 июлдә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһына һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Коронавирус пандемияһына бәйле хәл-шарттарҙа әлеге дәүләт кимәлендәге сара илдә һәм республикала нисек үтәсәк? Уға бәйле граждандарға нимәләрҙе белеү зарур? Ғөмүмән, Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөн Башҡортостан, республиканың һайлау комиссиялары ниндәй әҙерлек менән ҡаршы ала? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Респуб­ликаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко уҙған аҙнала телевидение аша яуап бирҙе. Түбәндә унда яңғыраған иң мөһим һорауҙарҙы һәм яуаптарҙы гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
— Илона Анатольевна, республикалағы һайлау комиссия­ларының Бө­тә Рәсәй тауыш биреү сараһына әҙерлеге нисек?
— Әҙерлек эштәре ике төп йүнәлештә алып барыла. Уларҙың беренсеһе тауыш биреүҙе ойоштороу менән бәйле булһа, икенсеһе бар­лыҡ санитар-эпидемиологик талап­тарҙы ла теүәл үтәүҙе күҙ уңында тота. Айырым алғанда, беренсе йүнәлеш буйынса тауыш биреү биналары, технологик ҡоролмалар әҙерләнә, халыҡҡа тауыш биреү көнө һәм алымдары тураһында еткерелә, участка һайлау комиссия­лары ағзалары уҡытыла. Әйтәйек, муниципаль берәм­ектәрҙә 1 июлдә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй тауыш биреү са­раһы тураһында иҫкәртеүсе 311 баннер эленде.
Икенсе йүнәлеш тә етди иғтибар үҙәгендә. Бөгөнгө көнгә һайлау комис­сиялары тарафынан ойоштороусылар өсөн дә, тауыш биреүселәр өсөн дә шәхси һаҡланыу саралары алынды. Битлек һәм бирсәткәләр участкаға уларһыҙ кил­гәндәргә биреләсәк. Зарарһыҙландырыу саралары ла етерлек күләмдә һатып алынды. Шул рәүешле һәр ике сәғәт һайын участкала бөтөн өҫлөктәр дезинфекция­ланасаҡ.
— Роспотребнадзор тауыш биреү барышында хәүе­фһеҙ­лек­те һаҡлау буйын­са яңы күрһәтмәләр әҙерлә­не тигән хәбәр булды. Улар нимәләрҙе күҙ уңында тота?
— Ысынлап та, 10 июлдә Рәсәй Үҙәк һайлау комис­сия­һы Роспотребнадзор хеҙмәте менән берлектә тауыш биргән ваҡытта граж­дандарҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса яңы күрһәтмә­ләр индерҙе. Атап әйткәндә, быға ҡәҙәр ил буйынса һайлау комиссияһы ағзаларына мотлаҡ коронавирусҡа тест үткәреү тала­бы ҡуйылған булһа, хәҙер был пункт ғәмәлдән сығарылды. Быны төбәктәр, хәл-шарттарға ҡарап, үҙҙәре хәл итәсәк.
Йәнә килеп, элек тауыш биреүҙе асыҡ һауала үткә­рергә, уның өсөн веранда, палатка кеүек ҡоролмаларҙы файҙаланырға кә-ңәш ителһә, хәҙер был аҙымды ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, йәғни стационар би­на тауыш биреү өсөн яраҡлы булмағанда ғына, ҡулланырға ҡушылды.
Шулай ук шәхесте асыҡлау өсөн паспортты ла 2 метр аралыҡтан күрһәтергә кәрәкмәйәсәк. Әммә тауыш биреү сараһында ҡатнашыу­сылар­ҙың барыһын да хәүеф­һеҙ­­­лек сараларын теүәл үтәр­гә, һаҡланыу әйбер­ҙә­ренән файҙаланырға һәм социаль дистанцияны күҙәтергә саҡырам. Шулай уҡ граждандарҙың тауыш биреүҙең төрлө формаларынан файҙаланыуын теләр инем. Был участкаларҙа ха­лыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймау мөмкинлеге бирәсәк.
Шуны ла асыҡлап әйтәм, тауыш биреү участкаһына килеү магазинға барыуҙан да хәүефһеҙерәк булһын өсөн беҙҙең тарафтан барыһы ла эшләнәсәк!
— Тауыш биреү көнөн­дә тән температураһы кү­тәрелгән кешегә ни эш­ләр­гә?
— Был осраҡта, әлбиттә, тауыш биреү участкаһына ки-лергә ярамай. Иң яҡшыһы — табипты һәм һайлау комиссияһы ағзаларын өйгә саҡырыу. Улар бындай кеше менән контактҡа кермәйенсә лә (ошоға ярашлы технология эшләнгән) уға тауыш биреү мөмкинлеге булдырасаҡ. Был ысул үҙенсәлектәренә килгәндә иһә, тәүҙә граждан комиссия ағзаларына паспортын күрһәтә. Уның нигеҙендә участка комиссияһы ағзаһы уға контактҡа инмәйенсә өйҙә тауыш биреү комплекты — бюллетень, битлек, бирсәткәләр, авторучка, ғариза бланкыһын тапшыра. Барлыҡ комиссия ағзалары һәм күҙәтеүселәр ҙә мотлаҡ санитар дистанцияны һаҡлай. Тауыш биргәндән һуң, граждан бюллетенде — күсмә тартмаға, ә ғаризаны махсус пакетҡа һала.
— 65 йәштән өлкәне­рәктәр нисек тауыш бирәсәк?
— Төбәктә был категорияға ҡараған граждандарға үҙизоля­ция­ла ҡалыу режимы тураһында Республика Башлығы Күрһәтмәһе әлегә ғәмәл­дә. Шуға күрә 65 йәштән өлкәндәргә өй шарттарында тауыш биреү хәйерлерәк. Өйҙә тауыш биреү 1 июлдә һәм 25 июндән 30-ына тиклем осорҙа уҙасаҡ. Бының өсөн тейешле участка һайлау комиссияһына яҙма ғариза тапшырырға йәки телдән мөрә­жәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны граждан үҙе лә, уның туғаны йәиһә социаль хеҙмәткәр ҙә бирә ала.
— 1 июлдә тауыш би­реүҙең тағы ниндәй фор­малары файҙаланыласаҡ?
  • Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһы стандарт һайлауҙарҙан айырыла. Сара айырым федераль закон менән көйләнә, шуға ғәҙәти процедураға, уны граждандар өсөн тағы ла уңайлы­раҡ һәм хәүефһеҙерәк итеү маҡсатында, үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге лә ҡарала. Был осраҡта айырым иғтибарҙы йәнә бер тапҡыр өйҙә тауыш биреү мөмкин­легенә йәлеп итер инем. Ғәҙәттәге һайлауҙарҙа ошо мөмкинлектән сәләмәтлеге яғынан етди сәбәбе булыусылар ғына файҙалана ала ине. Әлеге осраҡта иһә был исемлек шаҡтай киңәйтелә. Мәҫәлән, өйҙә сабый балаһын ҡалдырыр кешеһе булмаған йәш әсә лә учас­тка һайлау комиссияһы вә­килдәрен үҙенә саҡырта ала.
    Был көндө командировкаға китеүселәр “Мобиль һайлаусы” хеҙмәтенән фай­ҙалана ала. Бының өсөн 21 июнгә ҡәҙәр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, күп функциялы үҙәктә, территориаль ко­миссияларға ғариза ҡалды­рырға мөмкин ине. 16 июн­дән алып ғаризалар участка һайлау комис­сияларында ҡабул ителә. Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: теркәлеү урынынан ситтә тауыш биреүгә ғариза ҡалдырыусылар, үҙ участкаһындағы исемлектән һыҙыла.
    17 июнь иртәһенә 8823 ошондый ғариза теркәлгән ине.
  • — 1 июлдә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһында күҙәтеүселәр, шул иҫәптән халыҡ-ара күҙәтеүселәр буласаҡмы?
    — Рәсәйҙә үтеүсе барлыҡ тауыш биреү сараларында ла күҙәтеүселәр булыуын уның һөҙөмтәләренә ышанысты арттыра тип иҫәпләй­беҙ. Был участка комис­сияларының талаптарға яуаплы ҡарауы, улар эше­нең, шул иҫәптән тауыш биреүҙең һәм тауыштарҙы һанауҙың, үтә күрен­мәле­леген тәьмин итеү өсөн дә кәрәк.
    Күҙәтеүселәрҙең төп бурысы — асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итеү. Шуға ла уларҙы уҡытыуға, әҙерләүгә лә иғтибарҙы арттырыу мөһим, тип һанайым. Беҙ барыбыҙ ҙа бер маҡсатта — тауыш биреү ойошҡанлы, ғәҙел үтһен һәм һайлау процесына граждандарҙың ышанысы артһын өсөн эшләйбеҙ. Һәр күҙәтеүсе быны мотлаҡ хәтер­ҙә тоторға тейеш.
    Халыҡ-ара күҙәтеүселәргә килгәндә, Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙә уларҙың ҡатнашыуы ҡаралмаған.
    — Ә журналистарға тауыш биреү сараһын яҡтыртыуға бәйле ниндәй талаптар ҡуйыла?
    — Тауыш биреү барышын яҡтыртырға ниәтләүсе киң мәғлүмәт саралары журналистарына мотлаҡ аккредитация үтергә кәрәк. Тейешле таныҡлыҡты барлыҡ Рәсәй күләмендә эш­ләүсе журналистар — Рәсәй Үҙәк һайлау комис­сия­һында, төбәк киң мәғ­лүмат саралары Башҡортостан Үҙәк һайлау комис­сияһында ала. Был уларға һайлау участкаларында эшләү хоҡуғы бирә. Ошо йәһәттән республика Үҙәк һайлау комиссияһында 27 июнгә тиклем аккредитация үтергә мөмкин. 17 июнгә 44 теле-радиотапшырыуҙар ойошмаларынан һәм матбуғат сараларынан 186 журналист аккредитация үткән ине.
    — Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһына бәйле мәғлүмәт ҡайҙа урынлаштырыла? Һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
    — Тауыш биреүгә бәйле барлыҡ мәғлүмәт менән Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссиялары сайт­тарында танышырға мөм­кин. Бынан тыш, Бө­тә Рәсәй тауыш биреү сараһына бәйле барлыҡ мәғлүмәт тупланыусы конституция 2020.рф сайты ла булдырылды.
    Һорауҙар тыуған саҡта, 88002000020 ­телефоны буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт-белешмә үҙәгенә мөрәжә­ғәт итергә мөмкин. “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары — 280-95-06; 280-96-34. Өфө ҡалаһының коды — 347.
    Ошо йүнәлештәге барлыҡ белешмәләр шулай уҡ Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған.
    Рәғиҙә Ғиззәтуллина әҙерләне.
    Читайте нас: