Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һәм башҡаларға — ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала. Районыбыҙҙың социаль хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамға мохтаждар мәнфәғәтен ҡайғырта, улар тураһында даими рәүештә хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала.
“Ғаилә” ресурс үҙәгенең урындағы бүлеге районыбыҙҙа 2017 йылдың 10 октябренән алып эшләп килә, тәүҙә ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге тип аталһа, хәҙер ул район – ара “Ғаилә” үҙәгенең райондағы бүлеге тип йөрөтөлә. Учреждениеның төп маҡсаты: ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғаилә мөнәсәбәттәрен (татыулыҡты һәм берҙәмлекте) нығытыу һәм ғаилә институты үҫешенә булышлыҡ итеү. Бында барлығы туғыҙ хеҙмәткәр эшләй. Фәрзәнә Фәхрислам ҡыҙы Әминева бүлекте 2019 йылдың авгусынан етәкләй. Н.В.Пьянова — социаль эштәр буйынса белгес, ул социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә хоҡуҡты билдәләү менән шөғөлләнә. Ғаилә менән эшләүсе белгестәр: Е.Н.Швейкина, Л.И.Абдрахманова, В.Г.Юламанова һәм психолог Ғ.Р.Сөләймәнова. Елена Николаевна һәм Венария Ғәли ҡыҙы был өлкәлә байтаҡ йылдар көс түккән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр. Күптән түгел сафты тулыландырыусылар ҙа бар: О.Ю.Шляпина — юристконсультант, Н.В.Шуськова — йыйыштырыусы һәм П.А.Близнецов — водитель.
Ауыр хәлгә тарыған, аҙ тьәмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү, Белорет ҡалаһында урынлашҡан Реабилитация үҙәгенә 4-18 йәшлек балаларға юллама биреү, төрлө психологик тренингтар, консультациялар үткәреү менән шөғөлләнә беҙҙең бүлек белгестәре. Өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, оло йәштәгеләр, инвалидтарҙы ҡарттар һәм инвалидтар йортона урынлаштырыу, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе психо-неврологик интернат, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарға урынлаштырыу буйынса мохтажлығын билдәләй.
Шулай уҡ бүлектә “Әйберҙәр банкы” бик уңышлы эшләп килә. Айырым кешеләр, төрлө ойошмалар ярҙамында кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба менән даими тулыландырылған банктан ауыр хәлдә ҡалған, ярҙамға мохтаж булған һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән ғаиләләргә йыл дауамында әйберләтә ярҙам күрһәтелә.
“Йәйғор” үҫмерҙәр клубы, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре, ЮХХДИ һәм 63-сө янғын һүндереү часы, үҙәк район дауаханаһы менән берлектә даими рәүештә “Ғаилә ялы”, халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыу йәһәтенән һәр айҙың тәүге шаршамбыһында ғаиләләргә консультация ярҙамы күрһәтеүҙең берҙәм көндәре уҙғарыла. Бынан тыш, күп балалы әсәләрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләүгә урында әҙерлек эштәре алып барыу, граждандарҙың айырым категорияларына адреслы ярҙам күрһәтеү, биш һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 14 йәшкә тиклемге бәләкәстәргә яңы йыл бүләктәре биреүҙе ойоштороу ҙа үҙәк яуаплылығы иңенә йөкмәтелгән.
Психологтың да айырым бүлмәлә ҡабул итеүе бик уңайлы. Психологик тестар, ата-әсәләр, балалар, уҡыусылар өсөн анкеталар, тормош низағтары, ир һәм ҡатын мөнәсәбәте, уҡыусы һәм уҡытыусы, ата һәм бала проблемалары, инвалид бала тәрбиәләүҙә булған ҡыйынлыҡтар, cығарылыш уҡыусыларының имтихандарға бәйле тулҡынланыуҙарҙы нисек еңеү тураһында һөйләшеүҙәр һәм консультациялар, психологик төҙәтеү программалары, төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу, тормош мәғәнәһен табыу маҡсатында тренингтар һәм профилактик программалар үткәрә бүлек психологы. Үткәрелгән төрлө диагностикаларға таянып, психологик һығымта, инвалид балаларға ВТЭК үтеү өсөн кәрәкле психологик характеристика өсөн дә бында мөрәжәғәт итәләр.
Тағы ла үҙәк ярҙамында төрлө хәйриә акциялары (янғындан зыян күреүселәргә, ауыр хәлдә йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына мәктәпкә йыйынырға, уҡыу-кәрәк яраҡтары алып биреү, ауырыуға дусар булғандарға дауаланыуға аҡсалата ярҙам йыйыу һәм башҡалар) ойошторолоп килә.
Иң миһырбанлы һөнәр вәкилдәре булараҡ, социаль хеҙмәткәрҙәр яуаплы һәм изге эш башҡара — ярҙамға мохтаждарҙың мәнфәғәтен яҡлай, улар тураһында даими хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә, ветерандарға көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам итә. Уларҙың изге хеҙмәте мохтажлыҡ күргәндәргә бик кәрәк.