Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь 2020, 12:30

Яҡындарымдың да өлөшө бар

Халҡыбыҙ күп ҡайғы-юғалтыуҙар аша фашизмды мәңгегә юҡ иткән 1941 — 1945 йылдарҙағы кешелек тарихындағы иң аяуһыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары ҡыҙыҡһындыра мине.

Ул 1941 йылдың 22 июнендә — немец һәм улар яҡлы илбаҫарҙарҙың СССР территорияһына үтеп ингән көндә башлана. Яу дүрт йыл бара һәм Икенсе Бөтә донъя һуғышы менән тамамлана. Унда бөтәһе 34000000 совет һалдаты ҡатнаша һәм уларҙың яртыһынан күбеһе еңеү өсөн мәңгегә башын һала. Был ҡот осҡос һуғышта һәр ғаиләлә күпме күҙ йәше түгелә, илгә емереклек килтерелә, әммә Тыуған илебеҙ яйлап аяҡҡа баҫа. Днепропетров музыка драма театры, Киевтан опера һәм балет, музыкаль комедия, драма театрҙары, Мелитополь музыкаль драма һәм Николаев кукла театры Башҡортостанға эвакуациялана. Республикала бөтәһе 17 хәрби-уҡыу йорттары урынлаштырыла: эвакуацияланған һәм урындағы уҡыу йорттары эшен дауам итә. Ғалим-медиктар яраланыусыларҙы дауалау дарыуҙары уйлап сығара. Һуғыш йылдарында байтаҡ белем усаҡтары хәрби ихтыяждар йәһәтенән файҙаланыла. Өлкән кластағы меңләгән уҡыусы заводтарҙа эшләй, иген урыуҙа, яғыулыҡ әҙерләүҙә ҡатнаша.
Һуғыш беҙҙең ғаиләне лә ситләп үтмәй. Башҡалар менән бер рәттән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында фашистарҙан азат итеүҙә ғаиләбеҙҙең иң өлкән ағзаһы, өләсәйемдең яғынан ҡартәсәйемдең ағаһы Ғәҙелшин Ишмөхәмәт (Литвала хәбәрһеҙ юғала), ҡартатайҙарым Ҡәнзәфәров Хәбибрахман, Сираев Шәйдулла, ә олатайым яғынан ҡартатайым Стебнев Георгий (Курск янында һәләк була һәм шунда ерләнә) ҡатнашҡан. Минең яҡындарым яуҙа ғына ҡатнашмаған, тылда ла көс түккән. Мәҫәлән ҡартөләсәйем Стебнева Анна 12 йәшенән үҙәк телеграфта связист һөнәрен башҡара.
Бөгөн мин ҡартатайым Сираев Шәйдулла Хәбибрахман улы хаҡында һөйләргә теләйем. Ул 1924 йылда Архангел районының Тирәкле ауылында донъяға килгән. Хәләл ефете Саймә Хәмзә ҡыҙы менән ете балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр.
1942 йылдың 19 сентябрендә ҡартатайыбыҙ Шәйҙулла Хәбибрахман улын частҡа оҙатыу маҡсатында Архангел хәрби комиссариатына саҡырталар. Октябрҙә иһә Алкинола урынлашҡан 15-се полкта хәрби присяга ҡабул итә. Йыл аҙағында уға уҡыу взводының командиры бурысы йөкмәтелә. Бер йылдан инда Шәйҙулла Сираев 12-се гвардияға ҡараған авиадесант ротаһының батальон старшинаһы званиеһына эйә була.
1945 йылдың апрелендә Кенигсберг (хәҙерге Калининград) өсөн барған алыштарҙа ҡартатайыбыҙ ауыр яралана һәм госпиталгә эләгә. Оҙайлы дауаларҙан һуң, һауыҡҡан яугирҙы 208-се уҡсылар полкына ебәрәләр. Ошо уҡ йылдың авгусында 12-се гвардия артиллерия дивизияһының танк полкында батальон старшинаһы, ә декабрендә Көнбайыш Себер хәрби округының 197-се ротаһында батальон старшинаһы вазифаһына тәғәйенләнә.
Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Шәйҙулла Хәбибрахман улы “Батырлыҡ өсөн” (1945 йыл, апрель) һәм “Германияны еңгән өсөн” (1945, май) миҙалдары менән бүләкләнә. Немец баҫҡынсыларын тар-мар итеп, һуғыш тамамланғандан һуң демобилизацияланғанға тиклем Көнбайыш-Себер хәрби округында хеҙмәтен дауам итә. СССР-ҙың Юғары Президиумы Күрһәтмәһе нигеҙендә 1947 йылдың мартында демобилизациялана. Ошо йәһәттән үҙе хеҙмәт үткән хәрби округтың Политбүлегенән түбәндәге йөкмәткеле рәхмәт хаты ала:
“Хөрмәтле иптәш Ш.Х.Сираев! Һеҙ Тыуған илебеҙ алдындағы бурысығыҙҙы намыҫлы башҡарҙығыҙ һәм Совет Армияһы сафынан демобилизацияланаһығыҙ. Һеҙ өйөгөҙгә ғаиләгеҙ янына, тыныс хеҙмәт сафына ҡайтаһығыҙ.
Был тантаналы хушлашыу минуттарында һеҙгә әйтәбеҙ:
— Һау булығыҙ, хәрби дуҫыбыҙ! Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һәм данлыҡлы юлдарын үткәндә, үҙегеҙҙең хәрби һәм тыл частарендәге хеҙмәтегеҙ менән Ватаныбыҙға фашист илбаҫарҙарын, япон империалистарын еңеүҙә ҙур ярҙам күрһәттегеҙ.
Һеҙ хәрби хеҙмәт юлын өлгөлө үттегеҙ, Совет Армияһы яугиры антын һәм Советтар Союзы Генералиссимусы СССР Хәрби Көстәренең Юғары Главнокомандующийы И.В.Сталиндың бойороҡтарын намыҫ менән үтәнегеҙ.Тыныс тормошта ла Совет Армияһы алдына ҡуйылған бурыстарҙы аныҡ һәм эскерһеҙ йырып сыҡтығыҙ.
Хөрмәтле иптәшебеҙ, һеҙ ғаиләгеҙгә ҡайтаһығыҙ һәм тыныс хеҙмәт шатлығын ҡайтанан кисерәсәкһегеҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа совет яугиры – еңеүсе намыҫын аяҡ аҫтында тапамаясаҡһығыҙ тип ышанабыҙ. Һеҙ ғәҙел һәм намыҫлы эшләргә Сталин биш йыллығының яңы пландарын бойомға ашырыуҙа бөтә белемдәрегеҙҙе һәм көсөгөҙҙө һалырға тейешһегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ Социалистик Ватаныбыҙ абруйын күтәрер, Совет Ҡораллы армияһының көсөн арттырыр һәм Ватаныбыҙҙы тағы ла көслөрәк, дошмандарға ҡаршы торорҙай крепостҡа әйләндерер.
Үҙегеҙҙең часть тураһында онотмағыҙ. Беҙҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ, һәр ваҡыт бәйләнештә ҡалығыҙ, тормошоғоҙ һәм эшегеҙ хаҡында хәбәрҙәр ебәреп тороғоҙ. Өйҙә балаларығыҙға, эштәге хеҙмәттәштәрегеҙгә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Совет һалдаттарының ҡаһарманлығы, хәрби часығыҙҙың матур эштәре тураһында һөйләгеҙ. Киләһе быуында Тыуған илебеҙгә, Ленин-Сталин партияһына ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләгеҙ. Бар күңелдән оҙон, бәхетле, шатлыҡлы ғүмер һәм Ватан-әсәбеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт уңыштары теләйбеҙ!
Һау булығыҙ, хәрби дуҫыбыҙ, хәйерле юл!”.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡартатайыбыҙ Тирәкле ауылында донъя көтә. Ҡатыны Саймә һәм балалары (Әфирә, Әлмира, Гөлсирә, Ғәлиә, Даян, Зинира һәм Таһир) менән йәшәй. Хеҙмәт юлында һалым агенты, әҙерләүсе, мал табибы бурыстарын атҡара. 1980 йылдың 13 мартында вафат була.
Икенсе ҡартатайым Мирсадыр Дилмөхәмәт улы Мөслимов 1904 йылдың 1 сентябрендә Яңы Шишмә ауылында тыуған. 1941 йылдың 22 сентябрендә буй еткергән егет Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Тәүҙә Ырымбур өлкәһенә йүнәлтәләр, һуңынан йәйәүле хәрбиҙәр часына эләгә, ике ай әҙерлек үткәндән һуң, поезда Кенигсбергҡа табан юллана. 1941 йылдың ғинуарында ауыр яралана, дауаланып сыға һәм 1942 йылдың 17 авгусында бомба ярсығынан йәрәхәтләнә һәм контузия менән госпиталгә ята. Һуғышты ошо ҡалала тамамлай, сөнки ике аяғы ла ҡаты яраланып, санитар частҡа эләгә. 1945 йылдың февралендә иҫке генә йортта булған сағында, бина емерелә һәм яугирҙың аяҡтарын бүрәнә баҫа. Иптәш һалдаттар уға һәләкәттән ҡотолорға ярҙам итә, шулай итеп иҫән ҡала. Һуғыш дауамында ҡартолатайым көндәлек тота, ҡәләм менән ваҡиғаларҙы теркәй бара. Юл тоҡсайында һәр саҡ ҡөрьән йөрөтә, аяттар һәм сүрәләрҙе уҡый. Тыуған яҡтарына 1946 йылдың июлендә костылдәрҙә ҡайтып төшә. Тыныс тормошта ла уға һынауҙар кисерергә тура килә. 1961 йылдың йәйендә ауылда өс өй янып, көлгә әйләнә. Улар араһында ҡартатайымдың да йорто, һарайы була. Ҡазанан һуң мунсала йәшәргә мәжбүр булалар. Янғын мәлендә күп кенә наградалары ла юҡҡа сыға.
Мирсадыр Дилмөхәмәт улынәң яуҙа күрһәткән ҡыйыулыҡтары “Батырлыҡ өсөн” ордены(1942 йыл), “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, 2-се дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм Бүләкләү ҡағыҙы (№486) менән билдәләнгән. Уның шәхси хәрби батырлығы хаҡында ошолай тиелә: “Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы немец –фашистарына ҡаршы алыштарҙа иптәш Мөслимов үҙен ҡыйыу, бурысын, эшен бөтә нескәлектәренә тиклем белгән, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын тиҙ табыусы һалдат итеп күрһәтте. Яугир орудияһының уты менән йәйәүле һалдаттарға ярҙамлашты, дошман минометын, дүрт танк пулеметын, 40-ҡа яҡын гилеровсыларҙы юҡ итте. Ваҡытлыса оборона ваҡытында иптәш Мөслимов үҙен оҫта балтасы итеп тә танытты һәм Ут позицияларын ҡороуҙы етәкләне. Ут позицияларын ҡороу буйынса батарея һәр ваҡыт иң яҡшыларҙан һаналды” (3/144-се бригада командиры майор Дубинин).
Һуғыштан һуң ҡартатайым төрлө эштәрҙе башҡара: хисапсы-кассир була, өйҙә быйма баҫа, оҫта мейессе лә. Уларҙың ғаиләһендә 16 бала донъяға килә, һуғышҡа тиклем дүртәүһе, унан һуң дүртәүһе вафат була, ҡалған һигеҙен матур итеп тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыралар. Бер өлкән улы атаһы юлын һайлай һәм офицер (отставкалағы майор) була, икенсе улы милицияла хеҙмәт итеп , шулай уҡ майор дәрәжәһенә етә.
Мирсадыр Мөслимовтың Ватан өсөн барған алыштарҙағы батырлыҡтарын Хөкүмәт һис онотмай: йыл һайын Еңеү байрамында уны ҡотлап, юбилей наградалары тапшырҙы.
Яугир 1994 йылдың 24 майында мәңгелеккә яҡындарын ташлап, баҡыйлыҡҡа күсте.
Алмаз Ғафаров,
2-се Архангел мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: