Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь 2020, 11:15

Милләтте тотоп торған олон

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуына — 25 йыл.

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек — 1995 йылдың 1-2 июнендә уҙҙы. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана.
Халыҡты ысын мәғәнәһендә уятыу, оҙаҡ йылдарға һуҙылған социаль-мәҙәни торғонлоҡтан ҡотҡарыу, милләтте милләт итеп тотоп торған олон — телде тергеҙеү һәм артабан үҫтереү юлын ҡулдарына алыуы Ҡоролтайҙарҙың төп эше булып тора. Әлбиттә, барлыҡ был эштәрҙе милләт-ара татыулыҡты һаҡлап башҡарыу фарыз.
Башҡорт халҡының йыйындары — Ҡоролтайҙар үткәреү йолаһы тарих төпкөлөнән килә. 90-сы йылдарҙа был йолаға әйләнеп ҡайтыу көн талабына әйләнә, сөнки үҙгәртеп ҡороу елдәренең йәмәғәтселеккә кире йоғонтоһо тиҙ саралар күреүҙе талап итә. Донъяла әле миллион ете йөҙ мең самаһы башҡорт бар. Ер шарының төрлө ҡитғаларында сәселеп йәшәгән милләттәштәребеҙҙе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы берләштереп тора. Башҡортостандың район-ҡалаларында, күрше төбәктәрҙә урындағы ҡоролтайҙарҙың даими ултырыштары үтә. Башҡорт телен һаҡлау, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү, башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыу — уларҙа күтәрелгән төп мәсьәләләр ошо. Былтыр Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы үтте. Сара көнүҙәк проблемаларҙы ғына асып һалманы, уларҙы хәл итеү юлдарын да асыҡларға ярҙам итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡын берләштереүгә тос өлөш индерҙе. 1995 йылда үткән 1-се ҡоролтайҙа башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына бихисап мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Беренсе Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайынан һуң беҙҙең Архангел районында ла ҡоролтай уҙғарылды һәм башҡарма комитет һайланды. Ул үҙе янына урындағы билдәле белгестәрҙе, әүҙем шәхестәрҙе тупланы.
Эшебеҙҙең төп йүнәлеше халҡыбыҙҙың үҙаңын, рухын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүҙән, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙән, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙән, милли тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙән һәм заманса күҙлектән сығып, уға яңы баһа биреүҙән ғибарәт. Туған тел — милләтте йәшәтеүсе төп көстәрҙең береһе. Башҡорт телен артабан да тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, үҫтереү — беҙҙең алда торған бурыстарҙың иң ҙуры. Һәр ғаиләгә башҡорт китабын, башҡорт матбуғатын еткереү — бөгөнгө көн талабы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығышында: “Ойошмабыҙҙың сирек быуатлыҡ юбилейы Башҡорт теле йылында билдәләнеүе символик мәғәнәгә эйә. 25 йыл элек кеүек үк, телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һәм халыҡ үҫеше мәсьәләләре мөһим булып ҡала. 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн уҙғарырға, быйылғы әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләргә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына, яҙмышына ҡатнашы булғандарҙы бергә йыйырға ниәтебеҙ бар. Изоляция осоронда 25 йыллыҡ уңайынан онлайн саралар үткәрелә,” — тине һәм ошо айҡанлы ойошторолған сараларҙы яҡтыртты.
Көн һайын Инстаграмда киске сәғәт 8-ҙә башҡорт халҡының милли-рухи үҫешенә мөһим өлөш индергән билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар була. Улар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке етәкселәре һәм ағзалары, съезд делегаттары, аппарат белгестәре. Әйтәйек, тәүге эфирҙы Башҡарма комитет ағзалары, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин һәм филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов үткәрҙе.
Инстаграмда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ һәр кем көн һайын ойошторолған викторинала үҙ белемен тикшерә ала. Социаль селтәрҙә онлайн-концерт эстафетаһы башланды. Артистар ҡоролтайҙың юбилейына бағышлап сығыш яһай һәм эстафетаны коллегаларына тапшыра. Интернет-ҡулланыусылар өсөн «Башҡортса уҡыйыҡ» акцияһы ла уҙғарыла. Ул башҡорт телендәге гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында башланды. Теләгәндәрҙең башҡортса баҫмаға яҙылып, аҡсалата бүләк отоу мөмкинлеге бар.
Конкурсты ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Юлдаш» радиоһы. Шарттары ябай. Гәзиткә йәки журналға һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың сәхифәләренә яҙылырға кәрәк. Йомғаҡ 2 июндә осраҡлы һандар генераторы ярҙамында яһала. Еңеүселәрҙе бүләктәр, 30 мең һум аҡса көтә.
Фәнзил Хисаметдинов,
район башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе.
Читайте нас: