Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 11:05

Рухи байлыҡ — мәңгелек

Тарих төпкөлдәренән бирле халҡыбыҙ үҙ туған телен ҡәҙерләгән, уның менән ғорурланған, уны күҙ ҡараһылай күреп, беҙҙең көндәргәсә килтереп еткергән. Һүҙҙәр ҙә хас кешеләр кеүек төрлө яҙмыш кисергән: быуаттар дауамында даими йәшәгәндәре, үҙгәргәндәре, икенсе мәғәнә алғандары, бөтөнләйгә юғалғандары ла бар. Уларҙа бихисап ырыу-ҡәбилә вәкилдәренең көнкүреше, кәсеп-шөғөлдәре, аң-зиһене, уй-хыялдары, киләсәккә ынтылышы сағыла.

Тәбиғәте менән ҡара тырыш башҡорттар яҡты донъяла лайыҡлы ғүмер итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған. Бының өсөн үҙеңде аямайынса, көндө төнгә бәйләп эшләргә лә эшләргә, һине туйындырған ғәзиз ерҙе һаҡсыл тотонорға, күпләп мал аҫрарға, ҡош-ҡорт үрсетергә, балаларҙы тәрбиәле үҫтереп аяҡҡа баҫтырырға, кәм-хур булмайынса донъя көтөргә тырышҡан. Ҡыҫҡаһы, иркен һәм бай йәшәүҙе хуп күргән улар. Ә бай кешегә, ай-һай, еңелдән түгел: һәр нәмәнең ҡәҙерен белеү, юҡ-барға сарыф итмәү, хужалыҡты күҙаллап алып барыу, ҡул аҫтындағыларҙы һәм ғаилә ағзаларын: ныҡлы контролдә тотоу, улар өсөн яуаплылыҡ, һәр аҙымыңды үлсәп йөрөү һәм башҡа етди бурыстар йөкмәтелгән хәлле генә боронғоларға.
Ошо “бай” һүҙенең тамырҙаш “ҡәрҙәш”тәренә байҡау яһап, күп кенә “асыш”тарға юлыҡтым әле. Бына, мәҫәлән, “байраҡ”һүҙе. Үткән дәүерҙә билдәле бер ергә хужа булыу, уның сөм ҡара тупрағына иген (мәҫәлән, тары) сәсеп үҫтереү, уңыш алыу үҙе бер өҫтөнлөк һаналған. Ҙур ғына майҙандың дүрт мөйөшөнә бағана ултыртып, алыҫтан күренеп торһон тип, төҫлө генә сепрәк туҡыма маҙар бәйләп ҡуған кешеләр ерһеҙ булғандарҙан үҙҙәрен байыраҡ тип иҫәпләгән, әлбиттә. Тора-бара “байыраҡ” һүҙе “байраҡ”ҡа әйләнгән. Рус телендәге тәүҙә “стяг”, аҙағыраҡ “знамя”, “флаг” башҡортса “әләм”, “байраҡ” айырыуса Совет власы осоронда әүҙемләшә. Ҡайһы бер колхоздар ҙа “Ҡыҙыл байраҡ” тип аталған.
Киң таралған “баҙар” һүҙе лә сығышы менән “байҙар” һүҙенән. Эйе, баҙарға күбеһенсә байҙар йөрөгән. Нимәлер һатырға йәки һатып алырға мөмкинселектәре булған шул уларҙың. “Байрам” һүҙе лә ошо сығанаҡтан юл ала. Мохтажлыҡта көн күргәндәргә байрам тәтемәгән, ә кем “байыра” (”байыға”) бара, ул “мин байырам” (“байығам”) тип көн дә байрам, туй үткәргән инде. “Байыҡ” һүҙе лә иғтибарға лайыҡ. Башҡорт халыҡ бейеүе “Байыҡ”ты һәм һәм ошо атамалағы телевизион бәйгене беләбеҙ. “Бейе, бейе, Хәйбулла, бейегән кеше бай була” тигән әйтем дә бар. Ысынлап та боронғо замандарҙа хәлле, дәрәжәле кешеләр, үҙҙәрең көнкүреше менән маһайып, ирәйеп, бейеп күңел асҡандарҙыр. “Һин дә байыҡ” тигән фекер һалынғандыр был “байыҡ” һүҙенә(бойороҡ һөйкәлеше формаһында). Бәлки “байыйыҡ” тип өндәү ҙә йылдар үтеү менән байыҡ булып ҡыҫҡарып киткәндер.
Етеш йәшәүҙе хуп күргән башҡорттар. Тыуған ерҙәренә, ауылдарына ла бәрәктле “бай” тамырын өҫтәгәндәр: Баймаҡ, Байрамғол, Байназар, Байтирәк, Байгилде, Байҡыбаш һәм башҡалар. Милләтәштәребеҙ балаларына һис кенә лә “Ярлығол”, “Ярлыҡул” тип түгел, ә рәхәтләнеп Байморат, Байғужа, Баймырҙа, Байрас һәм башҡа шундай балҡып торған исемдәр ҡушҡан. Бәрәкәтле тормош 3орған фамилиялар ҙа республикабыҙ көнитмешен биҙәй: Байдәүләтов, Алсынбаев, Байғотлин, Байғазин, Аҡбаев, Ҡарабаев, Байегетов, Дәүләтбаев, Байбулдин һәм башҡалар.
Тәүәкәс ауылында ғына ла әллә күпме ошондай матур мәғәнәле фамилиялар бар: Янбаев, Мырҙабаев, Аҫылбаев, Яҡшыбаев, Аралбаев, Иҫәнбаев, Бикбаев, Әлибаев...
Кешелек аҡылының зөбәржәттәй балҡыр аҫыл бөртөктәрен хәтерләткән тос йөкмәткеле башҡорт мәҡәлдәрендә лә “бай”, “байлыҡ”, “байрам” һүҙҙәре таралған. Мәҫәлән, “Һаулыҡ — ҙур байлыҡ”, “Байлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра”, “Һау кешегә көн дә байрам”. Фәһем алырлыҡ тәрән мәғәнә һалынған афоризмдарҙа ла осрай шундай фекер: “Донъяла иң кес кенә бәхет — байлыҡ, иң ҙур бәхет — байлыҡ”, “Үҙең тапһаң, байлыҡ һиңә хеҙмәт итә, урлап тапһаң, йоҡо күрмәҫ ҡоло итә”.
Юғарыла телгә алынған мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр йәшәү йәме матди байлыҡта ғына түге, ә үҙ теләгең менән сәләмәт тормош алып барыуҙа икәнлегенә ишаралай. Бай тарихлы халҡың өсөн намыҫлы хеҙмәт итеү, рухыңды байыҡтырыу, йыр-моңға бай тыуған яғыңды данлау, иман нигеҙендә телеңде һәм динеңде онотмай йәшәү — ошо иң ҙур рухи байлыҡ ул.
Милләтебеҙ һүҙҙәре — оло байлығыбыҙ. Рәми Ғарипов яҙғанса: Һүҙ әҙәмгә йыуаныс та,
Ҡыуаныс та, байлыҡ та.
Һүҙ ҙә бөйөк, туған телебеҙ ҙә бөйөк! Рухи байлыҡ мәңгелек! Ҡәҙерҙәрен беләйек... Районыбыҙ мосолмандарының рухи байлығы — ул беҙҙең “Инйәр” гәзиитебеҙҙә. Уға яҙылайыҡ, алдырайыҡ һәм уҡыйыҡ.
Гөлирә Фәйрүзова.
Читайте нас: