Инйәр
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 12:00

Булмышы уның — ижад

Яҡты донъяға тыуған кешеләрҙең һәр ҡайһыһының үҙ тәғәйенләнеше, үҙ булмышы, үҙ юлы. Берәүҙәр тыуған ояһында ҡанат нығытҡандан һуң, саҡырып торған йыраҡ офоҡтарға, серле лә, мөғжизәле лә ҡалаға ынтыла, бәғзеләре ҡайҙа тыуғанһың — шунда кәрәккәнһең, тигән әйтемде раҫлап, тыуған төйәгендә төпләнеп ҡала.

Беҙҙең Раушан шул икенсе төркөмгә ҡарайҙыр. Сөнки 8-cе класты тамамлап, Өфөгә һөнәрселек училищеһына уҡырға керһә лә, ҡала тормошон үҙ итә алмай, ике-өс айҙан ҡайтып та төштө. Илһөйәрлек тойғоһо, атай нигеҙен һүндермәү теләге көслө булғандыр. Әллә “ауылымдың илап оҙатып ҡалған талдарын һағынып ҡайтҡанмы” икән. Башҡортта кинйә бала төп йортта ҡала, атай-әсәйҙе тәрбиәләй тигән аманат бәләкәйҙән ҡанға һеңгән бит. Юҡҡамы ни, йылдар үткәс, уның күңелендә шундай шиғыр юлдары тыуған:
Яратам мин аҡ буранлы,
Ҡарлы һалҡын ҡыштарын.
Ашыҡмағыҙ һүндерергә
Атай йорто усағын.
Тыуған ер шуға ҡәҙерле —
Унда атайым йорто.
Атай йорто, түрҙә бишек.
Йәшәйештең ул ҡото.
Ул, ҡаланан ҡайтҡас, район үҙәгендәге 145-се һөнәрселек училищеһына уҡырға кереп, һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Бер йыл Карташевка ауылы магазинында эшләй. Ләкин күңел тартҡан һөнәр булмағанғамы, ҡәнәғәтлек кисермәй. Йыр-моңға ғашиҡ егетте сәнғәт үҙенә тарта. Ҡыҫынды мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу алғас, күп уйлап тормай, ризалығын бирә. Бына өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен ошо мәҙәниәт усағында, йәше-ҡартының, бала-сағаларҙың ялын күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәреүгә арнап, ал-ял белмәй көс түгә. Ситтән тороп, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлай, режиссер-ойоштороусы һөнәренә эйә булды. Диплом эше итеп “Уйна, гармун” байрамы үткәрҙе. Бөтөн райондың музыка ҡоралында уйнаусы оҫталары ҡатнашты. Гармун моңдары мәҙәниәт усағы сәхнәһенә һыймай, ауыл өҫтөнә таралды, күңелдәрҙе иләҫләндерҙе. Ошо йылдар эсендә ниндәй генә проекттарға йән өрмәне. Егерме йылға яҡын Ҡыҫынды сәхнәһенең биҙәге булған “Һылыуҡай” конкурсы бөгөн район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә дауам итә. Дүрт йыл дауам иткән “Бауырһаҡ” байрамы иһә райондың бар оҫталарын бергә йыйҙы. Киң ҡолас алған “Минең атай (әсәй) музыкант”, “Мин —музыкант” ижади бәйгеләр шкаф башына менеп оялаған гармундарҙы һәм уларҙа һыҙҙырыусыларҙы уятты. Раушан һалған башланғыстарҙы һанай китһәң, көндәр ҙә, төндәр ҙә етмәҫ. Уның мейеһе бер минут та ял белмәй, күрәһең. Яңынан-яңы проекттар уйлап сығарып ҡына тора. Уның араһында иһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған шиғырҙар ижад итеп өлгөрә. Ә инде шиғри юлдарынан моң ағыла кеүек. Башҡарыусы авторҙар Нурия Абдуллина, Флера Шәрипова, Риф Бикбауов, Наил Ғәниев уның шиғырҙарына көй яҙып, тамашасыға сығарҙы. Раушандың хеҙмәте күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән билдәләнде.
Бөгөн алтын юбилейына аяҡ баҫҡанда, артҡа ҡарап, башҡарған эштәргә байҡау яһаһаң — бушҡа уҙмаған икән был ғүмер тип, хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ урын да, хоҡуҡ та бар. Һәр сәғәте, көнө ижадҡа, сәхнәгә, мәҙәни тормошҡа арналған. Йылдың иң матур миҙгеле — яҙ, тәбиғәт йәшеллеккә төрөнгән, алмағастар, муйылдар ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлдә донъяға килгәнгәлер, ул моңло, хисле, шиғриәткә ғашиҡ күңелле. Ир-ат үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә тейеш, тигән боронғолар. Ағасты инде берҙе генә түгел, йөҙҙө ултыртҡандыр. Иншалла, өйөн дә тамамлап килә — көҙгә, алла бирһә, туйларбыҙ.Тик бына ул үҫтерегә генә һуңлап бара кеүек. Хажиәхмәтовтар нәҫелен дауам иттерерлек вариҫ кәрәк. Юғиһә, нәҫел ебе өҙөлөп ҡалыуы бар. Ун бер бала үҫһәк тә, никахтары булмағанлыҡтан, тәүге етебеҙ инәй фамилияһында теркәлгәнбеҙ. 1969 йылда никахты рәсмиләштергәс тыуған дүртебеҙ генә атай фамилияһында. Уның да өсәүһе ҡыҙ бала һәм Раушан. Уйланырлыҡ урын бар. Туған йәнле туғаныбыҙға тыуған яҡтан көс, илһам алып йәшәргә насип итһен.
Зифа Абдуллина.
Ҡыҫынды ауылы.
Читайте нас: