Уның сиктәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, балалар мәктәптән ҡайтҡан ваҡытта юлдарға йыш сығыуын күҙаллап, водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Юл ҡазаларын иҫкәртеү — төп бурыс. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөтә белем биреү учреждениелары янында ЮХХДИ ныҡлы күҙәтеү ойошторған. Хеҙмәткәрҙәр бигерәк тә балиғ булмағандар тарафынан юл ҡағиҙәләрен боҙоуға иғтибарҙы көсәйтәсәк. Юл-транспорт йәрәхәттәрен иҫкәртеү Эске органдар эше генә түгел. Берҙәм көс менән һәләкәттәрҙе кәметә, балаларыбыҙҙы бәлә-ҡазаларға тарыуҙан һаҡлай алабыҙ.
Был эш “Иғтибар – балалар!” сараһы менән генә сикләнеп ҡалырға тейеш түгел. Иң мөһиме — ғаиләнән башлау, сөнки һәр йәйәүле бала ата-әсәһенән күргәнде үҙләштереүсән. ЮХХДИ органдары иһә юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүсе сараларҙы даими уҙғара. Операция барышында хеҙмәткәрҙәр айырыуса пассажирҙар йөрөтөү ҡағиҙәләренең күҙәтелеүен, шулай уҡ бәләкәстәр өсөн ултырғыстарҙың барлығын-юҡлығын тикшерәсәк. Тап 7 йәшкә тиклемгеләр өсөн тәғәйенләнгән ошо ҡоролманың булыуы, юл-транспорт ваҡиғаһында сабыйығыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ. Үкенескә күрә, күп кенә ата-әсә водителдәр креслоларҙың мөһимлеген аңламай, дөрөҫөрәге, балаларының һаулығына, ғүмеренә битараф.
Хөрмәтле ата-әсәләр, мәктәпкә илткән юл иң ҡыҫҡаһы һәм тиҙ барып етә торған булмаһа ла ярай, әммә балағыҙ өсөн мотлаҡ хәүефһеҙен һайлағыҙ. Һеҙҙең бурыс — бәләкәсегеҙ менән бергәләп шул арауыҡты уҙғанда бөтә осраҡтарҙы хәүефһеҙлек яғынан ныҡлап тикшерегеҙ. Маршруттың һәр аҙымын, һәр ҡатмарлылығын балаға аңлатып барығыҙ.
район буйынса ЮХХДИ бүлегенең дәүләт инспекторы.