Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2020, 12:05

Әүҙемерәк булайыҡ Гәзиткә яҙылыу мәле үтеп бара бит, йәмәғәт!

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу дауам итә.

Әлеге ҡатмарлы осорҙа төрлө ысулдарҙы ҡулланып, гәзит уҡыусылар һанын тотороҡло һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Әммә халыҡ бик ашыҡмай әле. Ә подписка мәле үтеп бара бит, йәмәғәт! Бөтә район хәбәрен “Инйәр”ҙән уҡып барабыҙ ҙа баһа. Хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге, юлдар торошо, социаль-мәҙәни объекттар тарафынан күрһәтелгән хеҙмәттәр, ауылдарыбыҙ тормошо... Быларҙың барыһы хаҡында беҙ район гәзитенән беләбеҙ бит. Үҙгәреш артынан үҙгәреш тыуып тора, тағы ниҙәр булған икән тип баҫманың һәр һанын көтөп алабыҙ. Районда барған яңылыҡтар бар кешене ҡыҙыҡһындырырға тейеш тә инде. Барыбыҙ ҙа яҡшыраҡ йәшәргә ынтылабыҙ, ваҡиғаларҙы белеп торһаҡ, улар тураһында фекер алышһаҡ, насармы ни? Ил, республика, район тормошонан, халыҡтың йәшәйешенән айырылып йәшәү мөмкин түгел, тип һанайым. Гәзит-журналдар алдырмаған, уҡымаған, мәғлүмәтһеҙ кеше, минеңсә, ҡараңғы соҡорҙа һәрмәнеп, ҡайҙа, ҡайһы йүнәлештә барырға белмәгән кеше менән бер.
Почта хеҙмәтенең хаҡтарҙы ҡырҡа арттырыуы арҡаһында гәзит-журналдарҙың хаҡы күтәрелеүе, әлбиттә, бик ауыр хәл. Ябай халыҡ өсөн бигерәк тә. Илдә иҡтисади көрсөк дауам итә, эш хаҡы, пенсия аҙмы-күпме күтәрелеү менән аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға хаҡтар йылдам арта. Бындай шарттарҙа күптәр ваҡытлы матбуғатҡа сығымды кәметергә, яратҡан баҫмаларынан баш тартырға мәжбүр. Тормошобоҙ нисек кенә ауыр булмаһын, беҙгә, район халҡына, башҡа баҫмаларҙы ситкә ҡуйып булһа ла, “Инйәр”ҙе алдырырға кәрәк. Сөнки ул тыуған төйәгебеҙҙәге тормошто, халыҡтың йәшәйешен, булған хәл-ваҡиғаларҙы яҡтырта. Район тормошонан ситтә ҡалып йәшәү мөмкин түгел. Мәктәп балаларын да шуға өйрәтергә кәрәк, районыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың киләсәге улар ҡулында. Бөгөн киләсәк быуынды ватансыл рухта тәрбиәләүҙә район баҫмаһының роле ҙур. Йәшәйеш менән ҡыҙыҡһынған кеше тормошта ла юғары уңыштарға ирешә. Шуға күрә лә, мәктәп тупһаһынан, ғаиләнән башларға кәрәк. Балалар тыуған ергә, туған теленә битараф булып үҫмәһен. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, Интернет уңайлыраҡ, йәнәһе, бөтә мәғлүмәтте унда табырға мөмкин. Йәштәргә шулайҙыр, тик гәзиттә баҫылған бөтә мәҡәләләр ҙә интернетта юҡ бит.
Ҡарағыҙ әле, һуңғы йылдарҙа “Инйәр”ебеҙ республика гәзиттәре тиңенән төшмәй. Баҫмабыҙ һәр заманда халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт биреү, уны рухи яктан тәрбиәләүҙә ҙур эш башҡара. Бөгөн үҙ телебеҙҙә һине уйланырға мәжбүр итеүсе, күңелгә тыныслыҡ биреүсе, тел, милләт яҙмышына битараф булмағандарҙы бергә туплаусы “Инйәр” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгән райондаштарыбыҙҙы әүҙемерәк булырға, уға мотлаҡ яҙылырға кәрәклеге тураһында һорар инем.
Хатта хәҙер ҡурҡыныс, ас-яланғас тип күрһәтелгән 1990-сы йылдарҙа ла кеше күп гәзит алдырҙы. Бөгөн тормошобоҙ иҡтисади яҡтан тотороҡло ваҡытта (беҙгә шулай тиҙәр) халыҡ ҡағыҙ прессаны бик уҡымай. Әммә баҫмабыҙ мәғлүмәт биреү сығанағы ғына түгел, бәхәсләшер, һорауҙар ҡуйыр майҙан да. Бынан тыш туған телде, йолаларҙы, мәҙәниәтте пропагандалаусы ҡорал. “Инйәр”һеҙ ҡалмайыҡ, туған телдән һәм булмышыбыҙҙан яҙмайыҡ, дуҫтар.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: