Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2020, 12:30

Байлыҡ — фекерләү һәләте ул

Яҡшы замандар килер, иҡтисад ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип көтөп ултырыуҙан файҙа юҡ. Халыҡ кешенең уңышын аҡсаһы күпме булыуға ҡарап баһалауға күнеккән. Ләкин китапта яҙылған билдәле бер фекер буйынса “байлыҡ — ул кешенең эшләмәйсә лә яҡшы тормошта йәшәү ваҡыты”.

Ысынлап та, берәү айына 18 мең һумға ла бик һәйбәт йәшәй ала. Ә икенсегә 100 мең дә етмәҫкә мөмкин. Керемдәре сығымдарынан күберәк булған кеше бай була. Логика бик ябай: әгәр һеҙ айына йөҙ мең һум эшләп, йөҙ ун мең туҙҙырһағыҙ, тиҙҙән урта ҡатламға әйләнәһегеҙ, унан инде ярлылар рәтенә төшәсәкһегеҙ. Лотереяға миллион һумдар отоп, шуны юҡҡа барға туҙҙырған, һуңынан бурысҡа батҡан кешеләр тураһында күп уҡығаныбыҙ бар. Ни өсөн шулай килеп сығамы? Сөнки кеше аҡса менән идара итә белмәй. Хәҙерге миллионерҙар: “Байлыҡ — фекерләү һәләте ул”, — тип бик дөрөҫ әйтә.
Әгәр түбәндәге биш ҡағиҙә үтәлһә, кешенең бер ҡасан аҡсаһы бөтмәйәсәк:
  1. Аҡсаны йыйырға кәрәк. Һеҙҙең финанс хәлегеҙ үҙегеҙҙән башҡа берәүгә лә мөһим түгел. Эштәге етәксегеҙ ҙә, пенсия фонды ла, туғандарығыҙ, хатта ирегеҙ йәки ҡатынығыҙ ҙа һеҙҙең аҡса өсөн яуап бирмәй. Яй сыҡҡанын көтөп тормағыҙ. Хәҙерҙән, тап бына бөгөндән башлағыҙ. Булған аҡсағыҙҙың һис юғы 10-20 процентын, тотонмаҫҡа тип, йырағыраҡ йәшереп ҡуйығыҙ. Быны ай һайын даими эшләгеҙ һәм ғәҙәткә әйләндерегеҙ.
  2. Дөрөҫ инвестиция эшенә өйрәнегеҙ. Инфляция тураһында онотмағыҙ, сөнки ул даими ҡабатланып тора. Шуның өсөн аҡсаны банкта йәки ойоҡта һаҡлау дөрөҫ түгел. Күсемһеҙ милеккә керетеү ҙә ҡурҡыныс, сөнки уның баһаһы төшөргә мөмкин. Иң тоғро ысул: йыйылған аҡсага валюта, акциялар алыу йәки ҡиммәтле металға алыштырыу. Алтындың баһаһы бер ҡасан да төшмәйәсәк.
  3. Финанс кәңәше биреүселәргә мөрәжәғәт итмәгеҙ. Улар ярҙамында аҡсағыҙҙы ишәйтә алыуығыҙ бик икеле, ә бына һис шикһеҙ юғалтыуығыҙ ихтимал. Финанс инструменттарын үҙегеҙ өйрәнегеҙ. Хәҙер уның өсөн интернетта мөмкинлектәр етерлек.
  4. Финанс пирамидалары кеүек ҡыҙыҡтырғыс нәмәләргә яҡын килмәгеҙ. Уларҙың тиҙ һәм ҙур аҡса эшләү тураһындағы вәғәҙәләре ялғанға, кешене алдауға ҡоролған.
  5. Бөгөн интернет — мутлашыусылар мыжлап торған иң күп аҡса юғалтыу урыны. Бер-ике көндә миллиондар эшләй башлайһығыҙ тигән белдереүҙәргә ышанып, аҡсағыҙҙы ҡайҙа ла булһа ла күсерһәгеҙ йәки нимәгәлер өйрәнеү өсөн вебинарҙарға йөрөп, тренингтар, курстар һатып алһағыҙ, ярыҡ тағараҡ янында ултырып ҡаласаҡһығыҙ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: әйтәйек, мәҫәлән, ҡайһылыр ҡалала йәшәүсе бер алдар инфосегәнгә һеҙҙең ауылдағы кешенең аҡса эшләүе нимәгә кәрәк ти? Иң ышаныслы аҡса эшләү юлы — һин үҙең: үҙ аҡылың һәм үҙ көсөң.
  6. Артабан иһә байлыҡ тураһында фекерҙәрегеҙ тупланасаҡ. Ә улар ошондайыраҡ булырға мөмкин:
    1. Мин үҙ тормошомдо үҙем төҙөйөм. Бай кеше белә: ниндәй аҙым яһауы уның бары үҙенән тора. Аҡса бар, уға юлды таба белергә генә кәрәк. Ә ярлы кеше аҡсаһы булмауҙа һаман кемделер һүгә, хөкүмәтте ғәйепләй. Аҡса табыуҙа яуаплылыҡты берәүгә лә йөкмәтмәҫкә, ә ныҡлап үҙ ҡулыңа алыу зарур.
    2. Иң дөрөҫө — оттормау. Хәл иткес миҙгелдә бай кеше нисек оторға икән тип, ә ярлы кеше нисек оттормаҫҡа икән тип уйлай. Һәм шуның менән алдан уҡ үҙен хәйерселек стенаһына бәйләп ҡуя. Шуға күрә үҙ алдыңа байлығыңды һаҡлау түгел, ә булғанын арттырыу маҡсаты ҡуйыу мөһим.
    3. “Теләк” һәм “ынтылыш” араһындағы айырмалыҡ. Байҙарҙың уңыш сере шунда — улар бай булырға ынтыла. Ә ярлылар иһә бай булырға теләйҙәр генә. Ынтылырға, хәрәкәт итергә кәрәк. Теләк күпме генә көслө булмаһын, хәрәкәттән башҡа бер ниндәй һөҙөмтә күренмәйәсәк.
    4. Уйҙарҙы киңәйтеү. Миллионерҙар күләмле уйлай. Улар һәр аҙымдарының ваҡытын һәм күләмен алдан билдәләп ҡуя. Ә аҡсаһыҙҙар “иртәгә”, “унан һуң” тиергә ярата. Бер йыл, ике йылдан һуң эшләнәһе әйберҙәр, уларҙан киләсәк аҡсалар тураһында уйлауҙан ҡурҡмағыҙ.
    5. Бай кешеләрҙең бер ҡасан да ҡаршылыҡтарға иҫтәре китмәй. Ярлылар һәр ҡаршылыҡтан ҡурҡа, уны ҙур мәсьәләгә әйләндерә. Ҡаршылыҡтар хаҡында уйлау депрессияға дусар итә. Килеп тыуған проблема һәм хаталарҙы кәртә тип түгел, ә тәжрибә туплау рәүешендә ҡабул итергә кәрәк.
    6. Байыуға сиктәр юҡ. Эштәре уңышлы барған кешеләр үҙ баһаларын белә. Әммә улар бер ваҡытта ла ирешкәндәре менән сикләнеп ҡалмай. Ярлы иһә беренсе уңышынан һуң уҡ туҡталып ҡала һәм тыныс ҡына ғәҙәтләнгән хеҙмәтен башҡарыуҙы хуп күрә.
    7. Яҙмамдың аҙағында “Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар байлыҡҡа һәм уңышҡа ирешә аламы?” тигән һорауға яуап бирәһем килә. Бик күп бизнес-ледиларҙың эш тәжрибәһен, характерын, уй-фекерҙәрен өйрәнгән психологтар был һорауға ошондай яуап бирә:
      1. Һәр төрлө хәлдә лә ысын ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға кәрәк. Көслө заттар ирҙәр кеүек ҡатындарҙан ситтәрәк йөрөргә тырыша. Уларға тупаҫ һәм тәрбиәһеҙ ханымдар оҡшамай. Эстән ныҡ, тыштан йомшаҡ булығыҙ.
      2. Ҡатын-ҡыҙ хәйләкәрлеген эшкә егегеҙ. Ирҙәр янында ҡылансыҡланығыҙ, кәңәш йәки ярҙам һораған булығыҙ. Ир-ат быны бик ярата һәм шулай итеп, һеҙ улар коллективының алыштырғыһыҙ кешеһенә әйләнерһегеҙ.
      3. Ир-аттарҙан өйрәнегеҙ. Ғүмер-ғүмергә бизнеста һәм сәйәсәттә төп юлды көслө заттар һалған. Шуға күрә бизнес серҙәренә уларҙан өйрәнеү зарур. Иң яуаплы ҡарарҙар ҡабул иткәндә ирҙәрсә уйлағыҙ. Иҫәп-хисап эштәре һәм цифрҙар менән даими шөғөлләнегеҙ һәм һөйләмегеҙҙә уларҙы йыш ҡулланығыҙ.
      4. Ҡатын-ҡыҙ үҙенә ышаныслы партнер табырға тейеш. “Уңышҡа ирешкән ир артында аҡыллы ҡатын тора” тигән әйтемде оноторға ярамай. Гүзәл заттарҙың ир-егеттәр менән берләшкән бизнестары уңышлы бара. Әммә был берләшеү һеҙҙең файҙаға булырға тейеш. Ир-аттарҙың байлығын эләктереү өсөн генә улар менән романдар ҡороу, мөхәббәт уйындары һеҙгә файҙа килтермәйәсәк.
      5. Үҙегеҙҙе, кешеләрҙе һәм тормошто яратығыҙ. Байлыҡҡа һәм уңышҡа ирешеү өсөн тәбиғәт тарафынан бирелгән төп вазифағыҙ — әсә булыуығыҙ хаҡында онотмағыҙ. Әгәр үҙеңде һәм тирә-йүндәгеләрҙе яратмаһаң, үҙ балаларыңды, ейәндәреңде нисек яратып була? Шуға күрә үҙегеҙҙе һөнәри һәм рухи яҡтан даими үҫтереүҙән туҡтамағыҙ. Бары камил сифаттарға эйә кеше генә башҡалар йөрәген яуларға һәләтле. Һәм шуға алмашҡа яҡшы табыш ала ла инде.
      6. Рәғиҙә Ғиззәтуллина әҙерләне.
        Читайте нас: