Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Май 2020, 12:00

Аҙна атамаларында — оло мәғәнә

Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың түбәндәге шиғри юлдары һәр кемдең күңеленә тәьҫир итерлек:“Тел әйткән һүҙ буш түгел,Ҡәҙер-хөрмәт бел уға.”

Минең үҙемде бала саҡтан уҡ ниңәлер башҡорт һүҙҙәренең килеп сығышы ҡыҙыҡһындырҙы. Дөрөҫөрәге, улар нисек барлыҡҡа килгән икән, тип уйлай торғайным. БДУ-ла белем алғанда ошо мәсьәләгә фәнни күҙлектән ҡарау теләге тыуҙы, һәр һүҙҙең этимологияһын өйрәнеү мөмкинселеге асылды. Мәҫәлән, рус теленең матур һүҙе “Спасибо” үҙенең сығышы менән “Спасибо, Бог!” һүҙбәйләнешенән икән. Берәй кеше изге эш эшләһә, уға ҡарата “Спаси, Бог” (йәиһә “Пусть тебя спасет Бог”) тигәндәр. Быуаттар дауамында әкренләп “г” хәрефе юйылған, әммә тормошсан, ныҡлы нигеҙле мәғәнәне һәр кем аңларға тейештер.
Башҡорт һүҙҙәре айырыуса мәғәнәле. Уларҙы тематик йүнәлештә, тамырҙаш “туғандары” солғанышында күҙәтһәк, бигерәк аныҡ мәғлүмәткә төшөнәбеҙ. Һүҙҙәребеҙҙә халҡыбыҙ тарихы, көнкүреше, йола-ырымдары, ислам динебеҙҙең көслө йоғонтоһо сағыла. Тел байлығы — беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған затлы мираҫ ул.
Аҙнала ете көн. “Ете” — үҙе лә аҫыл һүҙ: мәҫәлән, Етегән йондоҙ, йәйғорҙа ете төҫ, күктең дә, ерҙең дә ете ҡаты бар, тип һөйләйҙәр, ете мөғжизә һәм башҡалар.
Көндәребеҙ атамаларына ғына айырым туҡталайыҡ әле.
“Шәмбе” һүҙенән башлайыҡ. “Шәм алдыҡ”, “төғәлләнде”, “тамам булды” мәғәнәһен аңлаталыр ул. Мосолман халыҡтарында был көн оло хәйлә көнө, шомланыу, уңышһыҙлыҡ килтерә торған көн тип һаналған. Ошо көндә алты пәйғәмбәр бәхетһеҙлеккә дусар булған. Улар: Сәлих, Нух, Муса, Ибраһим, Ғайса, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдәр (ғ.с.). Шуға микән, шәмбелә иҙән, кер йыумаҫҡа, тырнаҡ ҡырҡмаҫҡа ҡушалар, ҡоро көн, тиҙәр.
Йәкшәмбе — “яҡшы шәмбе”, ярҙам биреүсе көн тип иҫәпләгәндәр. Был донъя көндәренең һәйбәте, яңырылышылыр. Районыбыҙҙа Яҡшымбәтов тигән матур фамилиялылар ҙа йәшәй. Шуныһы ғына насар: йәкшәмбелә тырнаҡ киҫһәң, тормошоңдоң бәрәкәте китер, тигән боронғолар.
Дүшәмбе — тимәк, ҙур (дәү)шәмбе. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм тыуған һәм үлгән, Ибраһим ғ.с. Ҡәғбәтулланы (Мәккәлә Әл-Хәрәм мәсете) төҙөп бөтөргән көн. Тыуған көнөң дүшәмбелә булмағанда был көндө сәфәр сығырға, тырнаҡ ҡырҡырға ярамай. Ошо көн исемен элек сабыйға ла ҡушҡандар. Минең ҡартәсәйемдең, Тирәклелә тыуып үҫеп Айытмәмбәткә килен булып төшкән ҡыҙҙың исеме Дүшәмбикә икәнен беләм. Фамилияһы — Хажиева, сөнки олатаһы Мөхәмәт хажи, хажға барып ҡайтҡан.
Шишәмбе — “сей шәмбе”. Аллаһы Тәғәлә төрлө хыянаттарҙы ошо көндә яралтҡан. Бәхетһеҙлек, уңышһыҙлыҡ килтереүе ихтимал, ҡоро көн. Етмәһә, ҡан көнө һанала (“сей” бит): Ҡабил Һабилде үлтергән. Шулай ҙа был көндө дауаханаға барырға, тамырҙан ҡан алдырырға ярай, әммә кем дә кем тырнаҡ ҡырҡа — ғауғанан, тауыштан ҡотолмаҫ.
Шаршамбы — “шар шәмбе”, “шау шәмбе”, бер аҙ ғына йомшаҡлыҡ көнө лә. Күгәрсендән башҡа йән эйәләренең бәхетһеҙлек һәм шомланыу көнө: бик һаҡ булырға кәрәк тигән һүҙ. Юныс пәйғәмбәрҙе шаршамбыла балыҡ йота, Ибраһим пәйғәмбәрҙе Нәмрүд утҡа һала, Йосоп пәйғәмбәр зинданға ултыртыла. Был көндә тырнаҡ ҡырҡыу бөтөнләй тыйыла.
Кесаҙна — кесе йома. Аллаһы Тәғәлә нурҙы һәм ҡараңғылыҡты ошо көндә яралтҡан. Мунса яғыу, кер йыуыу, таҙарыныу хуплана. Ихлас күңелемдән ҡылынған доғалар ҡабул булыр. Кесаҙнала Хәҙрәте Рәсүл ғ.с. — Мәккәне, Муса ғ.с. Мысырҙы аса. Йосоп ғ.с. Мысырға батша итеп ҡуйыла. Оҙаҡ йылдарҙан һуң ул атаһы Яҡуп менән ошо көндә күрешә. Исмәғил ғ.с. донъяға килә. Был көндә икенде һәм ахшам намаҙы араһында тырнаҡ киҫелһә, шифа булыр, тәнеңдән рәнйеү китер.
Йома — сәййәдүл әййәм— аҙнаның “йомғаҡлау”, иң изге, оло байрам көнө йома намаҙҙары, никахтар уҡыла. Изге йәндәрҙән Әҙәм ғ.с. менән Һауа инәбеҙгә, Йосоп менән Зөләйха, Муса менән Сафура, Мөхәмәммәт ғ.с. һәм Хәҙисәгә, Ғәйшәгә лә ошо көндә никах уҡытыла. Әҙәм ғ.с.-дең донъяға тыуыуы ла, ожмахҡа кереүе лә йомаға тура килә. Әгәр тыуған көнөң булмаһа, тырнаҡ киҫеү өсөн һәйбәт мәл, йома намаҙы ваҡытында түгел. Был көндә мосолмандарҙың мәсеткә йыйылып намаҙ уҡыуы шарт. Доғалар, изге ғәмәлдәр ҡабул була. Әрүахтарға хәйер биреү кесаҙнала хуплана. Йомала иртәрәк мохтаждарға саҙаҡа таратыла, ата-әсәйең, туғандарың менән күрешеү, хәлдәрен белешеү — ҙур сауап.
Әммә әлеге ваҡытта, Ер шары халыҡтарына оло афәт, зәхмәтле коронавирус инфекцияһы хәүефе янағанда кеше күпләп йөрөгән урындарға, шул иҫәптән мәсеттәргә барыу тыйыла. Ләкин һәр кемде өмөт йәшәтә. Ошо ауыр мәлдәрҙә берҙәм булып, йорттарыбыҙҙа ҡалһаҡ, балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, оло йәштәгеләрҙе зарарламаһаҡ, яуыз сиргә бәйле хәл-ваҡиғалар яҡшы яҡҡа үҙгәрер, Алла бирһа. Мәсеттәр ҙә асылыр, йома намаҙҙарына ла баҫырбыҙ, сабырлыҡ кәрәк.
Ошо фекеремде ҡеүәтләп, үҙем яҙған мөнәжәтемде һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм, мосолман ҡәрҙәштәр.
Йома мөнәжәте
Аллаһыбыҙ беҙгә әйткән:
“Аҙнала матур көн бар:
Күмәкләп намаҙ уҡырға
Йома көн мәсеткә бар”.
Ултырмайыҡ өйҙә генә,
Борондан бер йола бар.
Бүтән көндө эш эшләрбеҙ,
Ял итергә йома бар.
Наҙан ҡалһаҡ — хур булырбыҙ,
Уҡыһаҡ — ҙур булырбыҙ.
Ҡараңғылыҡтан ҡотолоп,
Иман юлын һайларбыҙ.
Наҙан хәле бигерәк яман,
Тыныслыҡ тапмай һаман.
Киләсәкте ҡайғыртайыҡ,
Ярҙам һорап Алланан.
Намаҙ уҡырға килгәндәр
Кәүсәр һыуын эсерҙәр,
Аҙан тауышын ишетеп,
Бәхет нурын кисерҙәр.
Беҙҙең мосолманлығыбыҙ
Ата-бабанан мираҫ.
Мәсеткә йөрөгән кеше —
Ҙур йөрәкле сабыр зат.
Гөлирә Фәйрүзова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: