Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель 2020, 12:15

Үткән иҫәп алыуҙар тарихынан

Тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, үҙенең ата-бабаларын өйрәнеп, шәжәрә төҙөргә теләүселәр был материалдарҙы файҙалана ала.

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу тарихына күҙ һалһаҡ, борондан уҡ был сара кешеләр һанын асыҡлау, кемдән күпме һалым түләтеү маҡсатынан башҡарыла. ХVIII быуат башында “йән иҫәбен алыу”ҙы индерәләр, уны “сказка” тип атайҙар, тәүгеһе 1718-1721 йылдарҙа үтә. Артабан уның йомғаҡтары тикшерелә, йәғни “ревизия” яһала, йыйылған мәғлүмәттәр “ревизские сказки” тип йөрөтөлә башлай. 1717-1859 йылдарҙа Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу ун тапҡыр үткәрелә. Әйткәндәй, уларҙың тәүге бишәүһенең йомғаҡтары Мәскәү архивында һаҡлана, 1816 йылғы алтынсыһынан башлап мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Милли архивында табырға мөмкин. Тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, үҙенең ата-бабаларын өйрәнеп, шәжәрә төҙөргә теләүселәр был материалдарҙы файҙалана ала.
1897 йылда беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерация­һында 1926-2010 йылдарҙа тағы һигеҙ ошондай сара уҙа. Ағымдағы йылдың 1-31 октябрендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ун икенсе мөһим кампания булып тора.
1917 йылда уҙған иҫәп алыуҙы ентекләберәк ҡарап үтәйек әле. “1917 йылдың яҙ-йәйендә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу үтә. Уның төп маҡсаты — Беренсе Бөтә донъя һуғы­шының дүртенсе йылында илдең иҡтисади хәле, тәү сиратта, аҙыҡ-түлек запасы тураһында мәғ­лүмәт туплау. Бынан тыш, Ваҡытлы Хөкүмәт ер реформаһы кере­тергә әҙерләнә, ошо иҫәп алыуҙа туп­ланған мәғлүмәттәр алдағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың нигеҙен тәшкил итергә тейеш була”, — тип яҙа билдәле тарихсы Михаил Роднов.
Рәсәйҙәге ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыуҙы үткәреү ваҡытында барса йорт-хужалыҡ буйынса карточка тултырыла. Унда ғаиләнең һәр ағзаһы тураһында белешмәләр яҙыла. 1917 йылда үткәрелгән иҫәп алыуҙа халыҡтың милли составы һәм демографик хәле хаҡында бай мәғлүмәт туплана.
Иҫәп алыуҙы үткәреү тураһында ҡарар 1917 йылдың 16-18 февралендәге статистар съезында ҡабул ителә. Уны Рәсәйҙең Ваҡытлы Хөкүмәте ойоштора. Мәскәү земство статистарының 1917 йылдың апрелендәге съезы ҡарарына нигеҙләнеп, эсерҙар партияһы етәксеһе Виктор Михайлович Чернов ерҙән файҙаланыу министры булған ваҡытта (5 майҙан 28 авгусҡа ҡәҙәр) уҙған “Чернов иҫәп алыуы”нда Өфө статистары үҙҙәренең инструкция­лары буйынса эш итә. Үҙҙәре һәр хужалыҡ буйынса карточка-бланкылар эшләп, иҫәп алыу үткәрәләр. Бөрө өйәҙендә был сара 27 майҙа башланып, 15 августа теүәлләнә. Ә ҡалған дүрт олоҫта ул ноябрь айына тиклем һуҙыла. Уларҙа ураҡтан һуң иртә һәм кис крәҫтиәндәрҙән һораштырыу дауам итә. Буталсыҡ заман булыуға ҡарамаҫтан, Өфө статистары ҡуйылған бурысты теүәл атҡарып сыға.
Хужалыҡтар буйынса карточкалар Өфөгә килтерелә һәм һуңынан башҡалаға оҙатыла. Иҫәп алыуға йомғаҡ РСФСР Үҙәк статистика идараһында яһала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1917 йылда уҙған иҫәп алыуҙың Рәсәйҙең бик күп губерналары буйынса беренсел материалдар һаҡланмаған. Ә Өфө губернаһының алты өйәҙенең бишеһенең (Минзәлә өйәҙен­ән башҡа) материалдары Башҡортостан Милли архивында һаҡлана.
1917 йылдағы иҫәп алыу ваҡытында иҫәп алыусы-теркәүсе ауылға килгәс, барлыҡ хужалыҡтарҙы ла йөрөп сыҡҡан һәм йорт хужаһы, йәки өйҙәге кеше һүҙҙәренә таянып барлыҡ мәғлүмәттәрҙе ҡәләм менән яҙып алған. Ҙур ауылдарҙа йорттан-йортҡа йөрөү булмаған, ә ауыл старостаһына хужаны саҡырып белешмәләр тупланған. Йорт хужалары өйҙә юҡта, күршеләре һәм таныштары, ауыл һәм олоҫтағы документтарҙан да мәғлүмәттәр теркәлгән.
1917 йылдағы иҫәп алыу ваҡытындағы тултырылған хужалыҡ буйынса карточка — йорт хужаһының милек-мөлкәте тураһындағы берҙән-бер тулы, теүәл мәғлүмәт биреүсе документ. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик ҡиммәтле сығанаҡ. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытындағы милли состав тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә үҙенсәлекле. Иҫәп алыу Рәсәй батша хакимлығынан азат саҡта, крәҫтиәндәрҙе бер кем дә ҡыҫмаҡҡа алмағанда үткәрелгән. Был иҫәп алыу һөҙөмтәләре тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ҙур ярҙам булып тора.
Шулай итеп, 1917 йылдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе алты өйәҙ араһында иң ҙуры була. Ул 2231280,3 дисәтинә, йәғни губернаның барлыҡ террито­рияһының 20,6 процентын биләгән. Әлеге ваҡытта был терри­торияла тулыһынса йәиһә өлөшләтә Башҡортостандың 12 районы (Илеш, Дүртөйлө, Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы, Борай, Бөрө, Мишкә, Тә­тешле, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел), шулай уҡ Кушнаренко, Благовещен, Нуриман райондарының, Пермь крайының Чернушка һәм Октябрь райондарының ҡайһы бер өлөшө ингән.
“Бөрө өйәҙе шул ҡәҙәр ҙур була, уны бүлеү мәсьәләһе бер нисә тапҡыр күтәрелә. Өйәҙ территорияһының яртыһын тиерлек (49,8 процент) урмандар алып тора, 1 квадрат сакрымға 22 кеше тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Өфө губернаһында Бөрө өйәҙе халыҡ һаны буйынса беренсе урында тора. 1916 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бында губер­наның 21 процент халҡы йәшәй. Бөрө өйәҙендә йәшәүсе халыҡтың күпсе­леге ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
Сәнәғәт артыҡ ҙур булмаған предприятиеларҙан ғибәрәт. Миҫал өсөн, 1913 йылда өйәҙҙә 41 он тартыу-ярма ярыу ҡоролмаһы, 4 таҡта ярыу предприятиеһы, 3 спирт заводы, типография, кирбес заводтары һәм башҡалар була. Ваҡ кәсепселәр, башлыса, ҡул көсөн ҡуллана, етештереү ҡеүәттәре лә самалы ғына.
Ауылда эш таба алмаған ярлы крәҫтиәндәр өйәҙҙән ситкә китеп бәхет эҙләй. Халыҡ судноларҙа һәм һалдарҙа Пермь-Әстерхан тарафтарына йөрөй, урман киҫә, Урал тау заводтарында, рудниктарҙа, Миәс һәм Ҡосҡора алтын приискыларында тир түгә. Бынан тыш, ауыл хужалығы эштәрендә батраклыҡта йөрөй, балта оҫтаһы булып, йә тимер юлда эшләй”, — тип яҙа Михаил Роднов.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина әҙерләне.
Вставка:
Былтыр 25 декабрҙә Башҡортостан Милли музейы майҙансығында “Башархив” (https://basharchive.ru) проекты тәҡдим ителде. Ул — быйыл Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте тарафынан ғәмәлгә ҡуйылған беренсе проект.
“Башархив” — ул тәүге бик үҙенсәлекле архив проекты. Ул республика халҡына Өфө губернаһының биш өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан райондарының күпселек өлөшө) буйынса 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың сканерлаштырылған карточкаларына юл аса. 1917 йылғы иҫәп алыу документтары Рәсәйҙең бары тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. Проект ярҙамында 5740 үҙенсәлекле документ асыҡ ҡулланылышта буласаҡ. Проект үҙ ата-бабаларының тарихын, уларҙың көндәлек тормошон белергә мөмкинлек бирәсәк һәм генеалогик тикшеренеүҙәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: