Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель 2020, 12:40

Рух ныҡлығы беҙгә бөгөн кәрәк

Уҙған быуаттың ҡиммәттәрен билдәләп, ныҡлы рухлы, көслө ихтыярлы кешеләрҙең яҙмышы өлгөһөндә ысын асылыбыҙҙы табырға һәм бәхетле, имен, аҡыл менән йәшәүҙе хәстәрләргә бурыслыбыҙ. Ә бит йәмғиәттең үҫеше лә айырым шәхестәрҙең яҙмышына, уй-фекеренә, кисерештәренә, маҡсатына бәйле. Районыбыҙ территорияһын ғына иҫәпкә алғанда, ундай абруйлы шәхестәребеҙ Аҙау тарафтарында ла бихисап.

Аҙауҙа дөйөм урта мәктәп һуңыраҡ асылған, шуға ла был ауылдың тырыш ҡыҙ-егеттәре өлкән кластарҙа уҡыу маҡсатында Абҙанға юлланған. Уҙған быуаттың 50-се йылдарынан башлап 30-40 саҡрым араны йәйәүләп үтеп, белем үрҙәрен яулаған улар. Бындай ныҡышмалыҡтың артында аҙауҙарҙың ғорурлығы, сыҙамлығы һәм маҡсатҡа ирешеү өсөн алда торған кәртәләрҙе еңеп сығырға көс-ынтылышы торғандыр.
Әйтергә кәрәк, был йәштәр урта мәктәпте тамамлап ҡына ҡалмай, ә артабан урта махсус йәки юғары уҡыу йорттарына инеп (бигерәк тә Өфө ҡалаһының), үҙҙәре хыялланған һөнәрҙе үҙләштерә. Ә бит ул саҡта әлеге кеүек тимер юлы ла, автобус маршруттары ла булмай.
Аҙауҙа борондан ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Халыҡтың күбеһе урман хужалығында эшләгән. Һөҙөмтәлә, улар колхозсылар кеүек эш хаҡын игенләтә генә алмаған. Бәлки аҙмы-күпме аҡсалы булыу ҙа юл йөрөүгә ярҙам иткәндер. Районыбыҙ халҡы Өфө ҡалаһында эшләп килгән “Архангел яҡташлығы” йәмәғәт ойошмаһын төҙөүгә күп көс һалған. Нурый ағай Сөләймәновты бик яҡшы белә. Ул һәр саҡ ниндәйҙер яңы башланғыстың башында торҙо. Райондың комсомол секретары, партия район комитетының бүлек мөдире булып эшләп, район Советы депутаты итеп һайланып, йәмәғәтселек һәм етәкселек эшмәкәрлегенең уртаһында ҡайнай. Өфөгә күскәс тә профсоюздар эшенә сума һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнә. Уның тырыш хеҙмәте юғары баһалана, миҙалдар менән билдәләнә.
Мөлөков Харис Яҡуп улы — техник фәндәр докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы — Гнессиндар исемендәге Мәскәү музыкаль-педагогия институтын тамамлай, БР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәт эшмәкәре. Сабур Бәҡир улы Фәйзуллин — юғары белемле уҡытыусы, партия хеҙмәткәре, Архангел, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы райондарында яуаплы вазифалар биләй. Уның күкрәген Хөкүмәтебеҙҙең алты миҙалы һәм “Почет билдәһе” ордены биҙәй.

Cөләймәнов Әхтәмйән Сабирйән улы — башта Өфөлә техникум, һуңынан Урал урман-техник институтын тамамлай. Ғүмер буйы төҙөлөш өлкәһендә юғары вазифаларҙа эшләй. Винокурова (Фәйзуллина) Миңзифа Хөснулла ҡыҙы — БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан радиоһының музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге премия лауреаты. Ғөбәйҙуллина Фәнилә Мәнжүр ҡыҙы — Архангел районы мәктәптәрендә физика һәм математика уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләгәндән һуң, 1-се Өфө педагогия колледжында балалар уҡыта. Уның да хеҙмәте юғары баһаланған. Семенова (Фәйзуллина) Әлфиә Нәжип ҡыҙы — Ленинград дәүләт университетын тамамлай. Юғары уҡыу йорттарында доцент, кафедра мөдире булып эшләй, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис Академияһының профессоры, 80-дән ашыу фәнни баҫмалар авторы, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы. Төркиәлә, Станбул ҡалаһында философтарҙың XXI Бөтә донъя конгресында ҡатнаша, бик күп наградаларға эйә.
Иштуғанова Ғәзимә Сабирйән ҡыҙы — Өфө дәүләт сәнғәт институтында режиссер һөнәрен үҙләштерә. Бик күп яҙыусыларҙың һәм сәхнә йондоҙҙарының (Рәшиҙә Туйсина, Зөһрә Ҡотлогилдина, Хәсән Назар, Тимер Йосопов, Ишморат Илбәков, Гөлсөм Хәбибуллина һәм башҡаларҙың) юбилей кисәләренең, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт эшмәкәрҙәренең байрамдары авторы, режиссеры, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы.
Ҡотлогилдина (Сөләймәнова) Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы — 1-се Архангел мәктәбендә, ВЛКСМ-дың район комитетында, Өфөнөң 137-се мәктәбендә, Р.Ғарипов исемендәге интернат – гимназияла эшләй. Юғары категориялы уҡытыусы, БР-ҙың мәғариф отличнигы.
Мөлөков Баязит Миңнеғәли улы — Өфө нефть институтын тамамлай. Афғанстанда хәрби хеҙмәт юлын үтә. “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Хәрби интернационалист”, “Рәхмәтле Афған халҡынан”, “СССР Хәрби көстәренең 70 йыллығы, “Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 20 йыллығы” миҙалдары һәм СССР Юғары Советы президиумының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Моталлапова Гөлнур Мирза ҡыҙы — Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокампанияһының режиссеры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Мөхәмәтова (Шиһабетдинова) Зәйтүнә Миңлеғәли ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтында һөнәр үҙләштерә. Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. “Йыл уҡытыусыһы — 2000” республика конкурсы лауреаты, БР-ҙың мәғариф отличнигы. Әлеге мәлдә Булғаков ҡасабаһы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирә, филология фәндәре кандидаты.
Сөләймәнов Ринат Миңлеғәли улы БДУ-ның филология һәм журналистика факультетын тамамлай. Республика гәзит – журналдарында эшләй, “Юлдаш” радиоһында тапшырыуҙар алып бара, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы.
Был исемлекте ярайһы уҡ оҙаҡ ҡына дауам итергә мөмкин. Әммә атап үтелгәндәр менән ҡәнәғәт ҡалырға мәжбүрмен. Башҡаларҙың да үҙ яҡташтары тураһында бер йылы һүҙ әйткеһе килер. Район тарихын барлағанда телем, илем, халҡым тип йән атып йәшәгән һәм эшләгән һәр беребеҙ хаҡында онотмаһаҡ ине. Рух ныҡлығы быуындан-быуынға, ата-әсә ҡаны аша күсәлер. Ниндәй генә ҡатмарлы заман булмаһын, ана шул рух ныҡлығы һәммәбеҙҙе лә ташламаһа, киләсәгебеҙ яҡшы һәм өмөтлө булыр.
Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: