Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 15:09

Китап уҡыу — яҡшы ғәҙәт

Китап беҙҙең тормошобоҙ

Китап беҙҙең тормошобоҙҙа иң мөһим һәм кәрәкле әйбер булып тора. Ул кәңәшсе лә, ярҙамсы ла, тура юл күрһәтеүсе, күңел байлығы ла, рухи хазина ла. Ниндәй генә йыйынтыҡты алма, ул һәр саҡ тик яҡшылыҡҡа, мәрхәмәтлелеккә өйрәтә, белем бирә, тәжрибә менән уртаҡлаша. Ә кескәйҙәрҙең әҙәбиәте — уларҙың дуҫы, тәрбиәсеһе, уҡытыусыһы.
2 апрель — Балалар китабы көнө. 1805 йылдың 2 апрелендә Данияның Фюн утрауының Оденсе ҡалаһында итексе һәм кер йыуыусы ғаиләһендә сабыйҙарҙың ғына түгел, ә ололарҙың да яратып уҡыған әкиәттәр авторы Ганс Христиан Андерсен донъяға килгән. 1967 йылдан алып яҙыусының тыуған көнөндә Халыҡ-ара балалар китабы байрамы билдәләнә. Был иҫтәлекле датала иң һәләтле, тынғыһыҙ яҙыусыларға бүләк — Андерсен премияһы тапшырыла. Тылсымлы, мауыҡтырғыс, персонаждарға һәм мажараларға бай әҙәбиәт көнө әкиәтсенең исемен мәңгеләштереү, китапҡа ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатынан бөтә донъя буйынса уҙғарыла.
Бәләкәй саҡта ата-әсәләребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ уҡыған әкиәттәр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр, шиғырҙар һәр беребеҙҙең хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Күп нәмә онотолһа ла, яратҡан әҫәрҙәребеҙҙең сағыу геройҙары, уларҙы уҡығанда тыуған хис-тойғолар ғүмер дауамында беҙҙе һаман оҙатып килә.
Заман техникаһы алға сапҡан ваҡытта ҡағыҙ сығанаҡтарға, китапханаларға ҡараш үҙгәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бөгөн күптәребеҙ электрон ысулға күсте. Был бик уңайлы, тик барыбер ысын китапты ҡулға алып, һәр бер битен асып уҡыуға етмәй. Әйҙәгеҙ, элекке кеүек матур, төҫлө китаптарҙы күреп күҙҙәребеҙҙә осҡондар ҡабынған, күңел талпынған ябай һәм изге ғәҙәтебеҙгә ҡайтайыҡ, йыйынтыҡтарҙы ҡулдарыбыҙға алып шатлыҡ тойғоларын кисерәйек.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: