Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2020, 13:05

Хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ Батыр һалдаттың рухы мәңге йөрәгебеҙҙә һаҡлана

Быйыл илебеҙ Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылай, тере ҡалған ветерандарға ҡәҙер – хөрмәт күрһәтәсәктәр,

Һәр йылдағыса, тыуған илем 9 Май — Бөйөк Еңеү байрамын татаналы һәм күркәм итеп ҡаршы алырға йыйына: “Үлемһеҙ полк” акцияһында меңәрләгән кеше ҡатнаша, һәйкәлдәргә сәскәләр һалына, музейҙар яңы күргәҙмәләр менән һөйөндөрә, гәзит – журналдарҙа яугирҙар, тыл хеҙмәтсәндәре тураһында мәҡәләләр донъя күрә, уҡыусылар әлеге көнгә тиклем иҫән ветерандарыбыҙ менән осраша.
Ә беҙҙең ғаиләлә атайҙы иҫкә алабыҙ… Уның вафатына ла хәҙер 20 йыл үтеп киткән. Сәйғафаров Йомаҙил Мәсәлим улы 1923 йылдың 5 февралендә Көмәрле ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Йәмле Инйәр, Эҫем йылғаларында һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап, матур ғына буй еткереп килгәндә, ҡәһәрле һуғыш башлана. Ун һигеҙ йәшлек егет Тыуған илен фашист илбаҫарҙарынан яҡлау өсөн фронтҡа китә.
1942 йылдың ҡышына атайыбыҙ — батальон командиры, ғүмерендә бер генә тапҡыр яңылышыуға хаҡы булған сапер булып, Сталинград ҡалаһын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бер һуғышта яу яланынан 190 минаны сығарып, иҫән ҡала, күпме кеше ғүмерен ҡотҡара. Ике тапҡыр ҡаты яралана, госпиталдәрҙә дауаланғас, кире часына ҡайта, хәрби һәм гражданлыҡ бурысын үтәй.
Еңеү яҙын Польша ерендә ҡаршы ала, шунан 1945 йылдың йәйенә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Һал ағыҙып, утын- бесән әҙерләп, көтөү көтөп, 1952 йылда ғына үҙ аллы донъя ҡороп ебәрә. Миңлегөл Миңлебай ҡыҙы менән ун ике балаға ғүмер бирәләр, һәр береһен хәлдәренән килгәнсә уҡытып, оло тормош юлына баҫтыралар. Икеһе лә баш баҫып, яҙмыштарына һуҡранмай, ил күргәнде күреп, кисереп йәшәй. Ауылда донъя көтөүе бер ҡасан да еңел булманы, әммә беҙ, Йомаҙил һәм Миңлегөлдөң ун ике балаһы, бер ҡасан да тормошҡа зарланыу ишетмәнек, инәйебеҙ (беҙҙең тирәлә әсәйҙе шулай атайҙар) сөгөлдөр баҫыуында тир түкһә, атайыбыҙ “сплавнойҙа” йөрөнө, күрше – тирә урыҫ ауылдарында бура бураны, әҙ булһа ла аҡса, аҙыҡ – түлек алып ҡайтты.
Буш көндәр тура килһә, беҙҙе, дүрт улын алып, балыҡ һөҙөүгә алып китер ине... Шул саҡтарҙа атайҙан һуғыш тураһында һорашһаҡ, тик ҡулын ғына һелтәп ҡуйыр ине. Ауыр һуғыш йылдарын күҙ алдына килтереүе, яу яландарында ятып ҡалған иптәштәрен иҫкә алыуы еңел булмағандыр атайыбыҙға. Шуға ла уның ысын батыр булғанын яңыраҡ ҡына белдек. Тик ҡайһы бер саҡта ғына, туғандары менән һөйләшкәндә, әйтеп ҡуя торғайны: “Миңә орден бирергә тейештәр, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, бына тағы 9 Май етә, шунда бирәсәктәр”. Ләкин йылдар үтә торҙо, атай менән инәй ҡартайҙы, беҙ үҫеп ауылдан төрлө ҡалаларға сығып киттек, орденды тапшырыусы булманы…
Атайыбыҙ 2000 йылда 76 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты, унан һуң инәй ҙә китеп барҙы, орденды көтөп ала алманылар.
Беҙ, балалары, орден тураһында онотоп та бара инек инде, әммә 2017 йылдың көҙөндә Ҡырмыҫҡалы район военкоматынан хәрби комиссар Көмәрлегә килеп, атайымдың орден –миҙалдарын ҡарағас: “Атайығыҙҙың Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ҡайҙа?”, — тип һораны. Беҙҙең аптырап ҡалғанды күреп: “Сәйғафаров Йомаҙил Мәсәлим улына 1944 йылдың 5 июлендә үк орден бирелергә тейеш булған”, — тине. Ошо хәлдән һуң атайыбыҙҙың орденын эҙләү башланды, хәрби комиссар ярҙамы менән ярты ай үткәс, орден табылды.
Баҡтиһәң, орденды Архангел ауылынан икенсе бер кешегә тапшырған булғандар икән. Нисек шулай килеп сыҡҡаны билдәһеҙ. Нисәмә йылдар буйына атайым күрһәткән батырлығы өсөн орденын көтөп, үҙе тере саҡта ала алманы. Шуныһы бик тә үкенес.
Быйыл илебеҙ Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылай, тере ҡалған ветерандарға ҡәҙер – хөрмәт күрһәтәсәктәр, улар быға лайыҡлы ла. Беҙ, герой һалдаттың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, уның батырлығына һоҡланып, орден – миҙалдарын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, Ил кимәлендәге оло байрамда атайыбыҙҙы тағы бер иҫкә алырбыҙ…
Рәмил Сәйғафаров.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: