Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2020, 13:30

Халыҡ хәтеренән мәңге юйылмай

Тәүәкәс ауылы ағинәйҙәренең сираттағы осрашыуы “һуғыш балалары” Аҙнабикә һәм Сәлхиҙә Илназароваларҙа булды.

Һуңғы ваҡытта һуғыш йылдарында һәм уның һөҙөмтәһендә ыҙалыҡтар күргән фронтовиктар ғына түгел, уларҙан тыуып ҡалған балалар ҙа теге донъяға күсә башланы. Шуға күрә беҙгә ул ваҡыттарҙы сағылдырып, иҫкә төшөрөп китеү фәһемле булыр, тип уйлайым. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың касафатын татыған хәҙерге ололарҙың күбеһе тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Тәүәкәс ауылы ағинәйҙәренең сираттағы осрашыуы “һуғыш балалары” Аҙнабикә һәм Сәлхиҙә Илназароваларҙа булды.
89 йәшлек Аҙнабикә әбей үҙен белгәндән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда көс түккән. Һуңғы йылдарҙа алдынғы һауынсы исемен йөрөтә. Фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалаған Маҡтау ҡағыҙҙарынан тыш, Бөйөк Еңеүҙең 60, 65, 70, 75 йыллығы һәм В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы миҙалдары бар. Тормош иптәше менән бергә өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, ире һәм оло улы мәрхүм инде. Әлеге мәлдә Өфө ҡалаһында ҡыҙы тәрбиәсе булып, ә кесе улы заводта эшләй. Йыш ҡына ҡайтып әсәләренә ярҙамлашып, йорт-тирәһен тәртипкә килтереп китәләр. Аҙнабикә әбей үҙе лә һис ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Һәр яңы тыуған көнгә шөкөр ҡылып, ил-йортҡа тыныслыҡ теләп йәшәй.
Сәлхиҙә апай Муллаҡай ауылынан килен булып төшкән. Уға әле 83 йәш. Аҙнабикә әбей менән улар килендәштәр. Байтаҡ йылдар сөгөлдөр үҫтереүҙә йөрөнө, фермала һыйыр һауҙы. Хаҡлы йылға сыҡҡанға тиклем колхоз эшенән бушаманы. Тормош иптәше Фаяз ағай менән алты малайға ғүмер бирҙеләр. Улдары барыһы ла Совет Армияһы сафында хеҙмәт итте. Бер улы Афғанстанда, икенсеһе Чечен Республикаһында интернационал бурысын үтәне. Сәлхиҙә апай өс улын ҡара ер ҡуйынына ерләп, ауыр ҡайғыны кисергән әсә.
Әлеге көндә кесе улы Флюр менән донъя көтә. Күп итеп мал-тыуар аҫрайҙар. Сәлхиҙә апай йома һайын мәсеткә йөрөй, доғалар уҡый. Балалары килеп хәл-әхүәлен белеп тора.
Һуғыш... Ҡыҫҡа ғына бер һүҙ, әммә мәғәнәһе бик тәрән. Бәлки кемдәр өсөн был ябай бер һүҙ гена булып тойолор, тик һуғыштың бар ауырлығын, аслыҡ-яланғаслыҡты, оло юғалтыуҙар кисергәндәр өсөн был мәңге уңалмаҫлыҡ яра. Был ҡәһәрле һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, халыҡ хәтеренән мәңге юйылмай. Күпме өләсәйҙәрҙе, әсәйҙәрҙе, йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы тол ҡалдырған, күпме һуғыш балаларын етем иткән. Илебеҙҙә һуғыштың ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, һуғыштың әсе-сөсөһөн татымаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар. Беҙҙең яҡты киләсәк өсөн көрәшкән тыл һәм һуғыш ветерандарын беҙ мәңге хөрмәт менән иҫкә алып торорға тейешбеҙ. Көс еткеһеҙ ҡыйынлыҡтарҙы үтеп, күпме ауырлыҡтар күреп, үҙ иңдәрендә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡандары өсөн, фиҙәкәр хеҙмәттәре, Тыуған илде яҡлап тынғыһыҙ алышҡандары, беҙгә яҡты киләсәк буләк иткәндәре өсөн баш эйәбеҙ, хөрмәтле ветерандарыбыҙ.
Гөлнара Ташбулатова,
ауыл китапханасыһы.
Читайте нас: