Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 12:40

Йәштәргә биргеһеҙ әле

Ауылыбыҙҙың йәме булып йәшәй Фәүзиә Мағазова

Күршебеҙ Фәүзиә Мағазоваға — 85 йәш. Ул 1956 йылда Тәүәкәс ауылында тыуып үҫкән Мирсаяф Тимерйән улына кейәүгә сыға. Фәүзиә апай үҙе Инйәр йылғаһы аша урынлашҡан Яңы Тимербай ауылынан була. Элек бер-береһен белеп-күреп йөрөмәгән йәштәр димселәр ярҙамында танышып, яҙмыштарын бергә бәйләй. Аҡыллы, эшкә уңған егет сибәр ҡыҙҙы тәү ҡараштан оҡшата. Матур итеп туй үткәреп, ауылда тормош башлап ебәрәләр.
Ул йылдарҙа билдәле инде колхоз хеҙмәте: йә сөгөлдөрсө, йә һауынсы булып эшләйһең. Фәүзиә апай ауылға килен булып төшкәндән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы баҫыуҙа татлы тамыр үҫтерә, уларҙы машинаға тейәп шәкәр заводына оҙата. Ҡатын-ҡыҙҙар менән төркөмгә бүленеп тә, яңғыҙ ҙа эшләй. Ә бер йылды хатта гектарынан 500 центнер уңыш ала. Тырышлығы бушҡа китмәй, алдынғы хеҙмәтен дәлилләгән Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бихисап.
Фәүзиә Фәхрислам ҡыҙының һөйләүе буйынса бик егәрле, бар күңеле менән колхоз эшенә бирелгән ире — Мирсаяф Тимерғәле улы үҙ ғүмере юлында ферма мөдире, мал табибы, умартасы, бригадир бурыстарын башҡара. Өйгә ҡайтып, төшкө ашын ашап өлгөрмәй, кире саҡыртып алған саҡтары ла бик күп була. Ғаилә башлығы ҡурайҙа ла оҫта уйнаған. Ауылды уҙған һәр байрам сараларында, концерттарҙа сығыш яһаған. Ҡурайы менән район үҙәгендә, баш ҡалала ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашҡан.
Мағазовтарҙың ғаиләһе ауылда өлгөлө һанала. Улар алты балаға: өс улға һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Ҡәҙерлеләре хәҙер һәр ҡайһыһы күңеле тартҡан һөнәргә эйә булып, матур донъя көтә. Аталарының вафатынан һуң яңғыҙ ҡалған әсәләре янына йыш ҡына ҡайтып, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр: емеш-еләк, йәшелсә тултырып баҡса үҫтерәләр, ҡорт тоталар. Фәүзиә апай үҙенең уңғанлығы менән балаларына үрнәк. Оло йәшкә етһә лә замандан һис артта ҡалмаҫҡа тырыша, район гәзитен генә түгел республика баҫмаларын да алдырып уҡый. Хәтере шәп ағинәйҙең, доғаларҙы ла тиҙ генә ятлай. Балаларының да, туғандарының да ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй Фәүзиә апай. Йыл һайын Мәскәүҙән энеһе Миниәхмәт килеп апаһының хәлдәрен белә. Ул элек Байконурҙа хеҙмәт юлы үткән. Космонавтарҙың күптәре менән шәхсән таныш икән. Хужабикә уның хаҡында: “Миниәхмәт аша минең ҡорт балымды космонавтар йыһанға ла үҙҙәре менән алған,” — тип ғорурланып һөйләй.
Йәштәргә биргеһеҙ әле Фәүзиә Фәхрислам ҡыҙы, ауылда уҙған сараларҙан да ситтә ҡалмай. “Сәскә байрамында” баҡсаһында үҫтергән гөлдәре менән, “Һөнәрленең ҡулы алтын” тигәнендә ҡорт балдарынан күргәҙмә ҡорҙо. Ғөмүмән, бик әүҙем тормош алып бара ағинәйебеҙ. Артабан да ҡартлыҡҡа бирешмәй, ауылыбыҙҙың йәме булып ғүмер кисерергә яҙһын уға.
Роза Ғәббәсова.
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: