Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2020, 11:30

Яратҡан эш — ярты бәхет

Орловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлнара Тимербулатова тынғыһыҙ, һәр ергә өлгөргән, һәр кемгә һүҙе үткән, эшләй ҙә, эшләтә лә, шул ваҡытта кеше хәленә инә белгән миһырбанлы етәксе ул.

Хәйер, ҡатын-ҡыҙ етәкселәр шулай булырға тейештер ҙә. Артабанғы һөйләшеү ҙә нәҡ ошо юҫыҡта.
— Ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелгән гүзәл зат тигәнде ҡайһы саҡта көсһөҙ зат, тип үҙгәртеп ебәргән булалар. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме? Ҡатын-ҡыҙ ысынлап та көсһөҙмө ул?
— Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ тип тик көсһөҙ генә әйтә алалыр ул. Ир-аттар менән бер рәттән оло яуаплылыҡ күтәреп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙың көсһөҙ булырға хатта хаҡы юҡ, шул уҡ ваҡытта беҙ үҙ асылыбыҙҙы, тәү тәғәйенләнешебеҙҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ.
— Ә ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар етәкселеккә, ир –егеттәр менән бер ҡатарҙан карьера тип ынтыла?
— Хәҙер, бәлки, заманы ла шулайыраҡтыр. Башҡалар өсөн яуап бирмәйем. Төрлө кешеләр, төрлө амбициялар тигәндәй. Әммә шәхсән үҙем бер ҡасан да карьера тип ынтылманым, үрҙәр көтмәнем.
Һеҙҙең был вазифаны башҡарыуығыҙға ла инде өс йыл да булды. Яратҡан эш — ярты бәхет тиҙәр, эшегеҙҙе яратаһығыҙмы?
Әлбиттә, эшемде яратам. Халыҡ менән эшләү бик оҡшай. Ауылда тормош, ғөмүмән, ҡаланыҡынан ныҡ айырыла. Бында инде эш көндәре генә түгел, ялың да ауыл халҡы менән бергә уҙа, мәшәҡәттәр менән байрамдар бергә үрелеп бара. Шулай булғас, өй эштәре бер аҙ ситтәрәк ҡалып тора. Әлбиттә, ғаиләлә аңлашыу, хөрмәт, тәртип булғанда ғына тыныс күңел менән йәшәп, эшкә ысын йөрәктән егелергә мөмкин.
Бына һеҙ етәксе ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙегеҙҙең бер эш көнөгөҙҙө ҡыҫҡаса ғына тасуирлап үтегеҙ әле. Көн эсендә яҡындарығыҙға иғтибарығыҙ бүленәме, әллә эш тип кенә ҡайнап көн артынан көн үтәме?
Көнөм яҡындарыма хәйерле иртәләр теләүҙән башлана. Таң менән Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте менән бәйләнешкә инәбеҙ, хәл-торош тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ. Йылдың төрлө миҙгелдәрендә һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек талап ителә. Эш көнөнөң нисек үтерен белеп булмай, әле генә кабинетта ултырһаң, бер-нисә минуттан кәңәшмә, ултырыштар тип сығып китеүең ихтимал, шуға ла өйҙәгеләргә иртәнге һәм төшкө аштарҙы иртүк әҙерләп китәм. Инәйемә рәхмәт, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан (79 йәш) миңә ярҙамлашырға тырыша.
— Ниндәй сәскәләрҙе яратаһығыҙ?
— Бөтә төр сәскәләрҙе лә яратам. Шулай ҙа ҡыҙыл раузаларға өҫтөнлөк бирәм. Яҙ, йәй баҡсабыҙ төрлө сәскәләргә күмелә. Буш мәлдәремдә бәйләм менән булашам, китаптар уҡыйым. Әлбиттә был шөғөлдәргә бик үк ваҡыт та ҡалмай инде.
— Яҡындарығыҙҙы ниндәй тәмле ризыҡтар менән һыйларға яратаһығыҙ?
— Аш–һыуға килгәндә инде артыҡ әллә ни талаптар юҡ. Бөтәһе лә ауылса, үҙебеҙҙең шәхси хужалыҡтан.
— Гөлнара Рәфит ҡыҙы, ысынлап та ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ул йән тыныслығына ла ҡайтып ҡалалыр. Ә шулай ҙа күңелеңә яҡын эшең булыуы мөһим. Был яҡтан һеҙгә бәхет бик ихлас ҡына йылмайған, киләсәктә лә ошо бәхетегеҙ артҡандан–артып ҡына торһон!
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: