Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2020, 12:05

“Һәр саҡ нәфис зат булып ҡалайыҡ”

Район-ара ғаилә хеҙмәте психологы Ғәлиә Рәис ҡыҙы Сөләймәнова менән әңгәмә

Һәр ҡатын-ҡыҙҙың тәү бурысы — ғаилә усағын һыуытмай тотоу. Улар элек-электән йорт йылыһын, уның ҡотон һаҡлаусы зат булып иҫәпләнгән. Был эшкә әле күптән түгел генә алынһа ла, үҙен ысын мәғәнәһендә һөнәренең оҫтаһы булыуын иҫбат иткән Район-ара ғаилә хеҙмәте психологы Ғәлиә Рәис ҡыҙы Сөләймәнова менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Заманса ҡатын-ҡыҙ, аҫыл зат ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип һанайһығыҙ?
Гүзәл заттарыбыҙ ғүмер-ғүмергә ғаилә усағын тергеҙеүсе, уны һаҡлаусы, балаларға тәрбиә биреүсе, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һеңдереүсе булып торған. Хәҙерге тиҙлек, үҙгәрештәр осоронда күп кенә ауыр эштәрҙе лә улар ирҙәр менән бер рәттән үҙ елкәләренә һала. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ нәфис зат булып ҡалырға тейеш, минеңсә. Ауыр, яуаплы эштәр, көндәлек мәшәҡәттәр беҙгә хас гүзәл сифаттарҙы оноттормаһын. Заманса ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә көслө булһа ла, сабыр, итәғәтле, киң күңелле булып ҡалһын ине.
Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсә булыу иң ҙур бәхет. Әсәләрҙән дә бөйөгөрәк, ҙурыраҡ кеше бармы икән донъяла?
Әсә — ер йөҙөндәге иң яғымлы, иң ғәзиз һүҙ ул. Әсә йөрәге — иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк. Ул балаһына үҙенең йөрәк һәм күңел йылыһын да биреүсе, тәрбиә һәм белемгә лә әйҙәүсе. Әсәйҙәр төрлө була. Берәүҙәре ҡаты холоҡло, берәүҙәре иркәләп кенә тора. Ҡайһы берҙәре балаһы өсөн артыҡ хафаланыусан, икенселәре йән киҫәккәйҙәренең ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәй, бошмаҫ. Әсәләрҙең ниндәйе лә яҡшы, тик эске менән генә мауыҡмаһын.
— Һеҙ ике бала үҫтергән хәс­тәрлекле һәм йомшаҡ күңелле әсә, уңған ҡатын, өлгөр хужабикә лә. Ғаилә һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй урын биләй? Эш тип ғаилә ҡиммәттәре икенсе планға күсмәйме икән?
Ниндәй генә ауыр эш көнө булмаһын, яҡындарыма йылы һүҙемде, наҙымды йәлләмәйем. Әлбиттә, эшең яҡшы барһын өсөн иң тәүҙә ғаиләлә лә тыныслыҡ булырға тейеш. Бер-береңде хөрмәтләп, аңлап йәшәһәң генә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшергә булалыр. Тормош иптәшем Ришатҡа рәхмәт, һәр ваҡыт иғтибарлы, аңлап тора. Өйҙәге эштәрҙе бүлешмәйбеҙ. Был — ир-ат эше, был ҡатын-ҡыҙ эше тип айырып тормайбыҙ, кем өлгөрә — шул эшләй.
Байрам уңайынан әйтер теләктәрегеҙ бармы?
Һәр гүзәл затҡа үҙен ысын ҡатын-ҡыҙ итеп тойор өсөн эргәһендә һөйгән йәре булыуы мөһим. Шуға күрә барығыҙға ла, тәү сиратта, һеҙҙе наҙлы, нәзәкәтле, һөйкөмлө, һау, бәхетле иткән оло мөхәббәт теләйем. Һеҙҙең һөйөүҙән яҡтырған күңелегеҙ шундай итеп балҡыр, уның нурҙары бар ғаиләгеҙҙе илаһи моңға, бәхеткә сорнар, ҡот килтерер. Ә яҡты йөҙ, яғымлы һүҙҙәр, ихтирам һәм иғтибар хөкөм һөргән ерҙә тик тәүфиҡлы, иманлы балалар ғына үҫә.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: