Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 11:05

Һынауҙарҙа һынмаған быуын

Тәүәкәс ағинәйҙәре “һуғыш балалары” менән осрашыуҙар үткәрә

9 февралдә Тәүәкәс ағинәйҙәре ауылыбыҙҙағы һикһән йәшен тултырған һәм унан олораҡ, “һуғыш балалары” быуынына ҡараған әбейҙәр менән өйҙәренә барып осрашыуҙарға сыҡты. Был көндө ойошма етәксеһе Р. Ғәббәсова, ағзалары Г.Фәйрүзова, Н.Вәлиева, Н.Сәғәҙәтова, Г.Ташбулатова 85 йәшлек Р. Й. Сәғитоваға барҙы. Раҡыя әбей ике ҡыҙы тәрбиәһендә көн итә. Вәкилә менән Нуриҙә әсәләрен бик яҡшы ҡарай. Өй эсендә, ихатала бөхтәлек бөркөп тора. Беҙҙе хужалар ихлас ҡаршы алды.
Роза Ғәббәсова һүҙҙе үҙе ижад иткән “Беҙ һуғыш балалары” шиғыры менән башлап ебәрҙе. Раҡыя Йыһанша ҡыҙы уны иғтибар менән тыңлап ултырҙы, ил кисергән дәһшәтле йылдарҙы иҫләп, илап та алды. Ағинәйҙәр оло быуын вәкиленән шул осор тураһында һөйләүен үтенде. Бала сағы бик ҡатмарлы, ауыр мәлгә тура килгән. Өлкәндәр менән бер ҡатарҙан эшкә егелгән, һуғыштан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡты ла кисергән, һынауҙарҙа һынмаған, барыһына ла түҙгән.
Тормошҡа сығып, ире Ғарифулла менән көн-төн колхозда көс түгәләр. Ғаилә башлығы егәрлелеге менән айырыла, ғүмер буйы фермала эшләгән, маҡтаулы малсы исеменә лайыҡ булған. Үкенескә күрә бабай мәрхүм инде. Сәғитовтар ун сабыйға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әлеге мәлдә барыһы ла үҙ ояһын ҡорған. Ошо балаларҙы яҡты донъяға килтергән өсөн Раҡыя әбей “Герой әсә” миҙалы менән бүләкләнгән. Бәләкәстәре күп булыуға ҡарамаҫтан, башҡаларҙан ҡалышмай сөгөлдөр утауҙа ла йөрөй. Фиҙаҡәр хеҙмәте хөкүмәт наградалары менән билдәләнгән. Бөгөн ул тормоштоң матурлығына һоҡланып, барыһына шөкөр ҡылып йәшәй.
Ағинәйҙәр кескәй генә сығыштар ҙа әҙерләп килгәйне. Гөлирә Фәйрүзова менән Нурия Вәлиева йыр бүләк итһә, Нәсимә Сәғәҙәтова — ҡөрьәндән сүрә, Роза Ғәббәсова “Әсәйҙәр” шиғырын уҡыны. Һуңынан бергәләп “Атлай ерҙән ағинәйҙәр” йырын башҡарҙылар. Осрашыуға әбей һөйөнөп бөтә алманы.
Икенсе юлы сәфәребеҙҙе Н.Ғ.Ғилуановаға йүнәлттек. Ул — хаҡлы ялдағы педагогик хеҙмәт ветераны, 33 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған. Хужабикә оло улы Илфат менән йәшәй. Динле ғаилә бер намаҙын да ҡалдырмай, даими рәүештә мәсеткә йөрөй.
Нәһилә Ғәлимйән ҡыҙы ауылыбыҙға килен булып төшкән. Уның ағаһы Тимерйән районға эшкә килә, һуңынан һеңлеһен дә саҡыра. Ҡыҙ тәүҙә Абҙан мәктәбендә уҡыта, Әхтәмов Хәмзә ағай менән танышып, тормош ҡора. Өс балалары: ике ул һәм бер ҡыҙҙары донъяға килә. Кесеһе Илшат ауыл хужалығы институтын тамамлай, баш ҡалала бизнес юлын һайлай. Һеңлеһе лә Өфөлә төпләнә.
Нәһилә Ғилуанованың яҙмышы күп һынауҙарҙан тора: шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла саҡтары була. Ире өс бала менән ҡалдырып, икенсе ғаилә ҡора. Ҡатынға сабыйҙарын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырырға тура килә. “Ауырлыҡтар артта ҡалған, инде шөкөр ҡылып ҡына йәшәргә кәрәк,” — ти ул. Әле өлкән улы яңы йорт төҙөй, әсәһе уға ҙур ярҙамсы.
Ағинәйҙәр менән осрашыуҙан хужаларҙың да күңеле күтәрелеп ҡалды. Бергәләп фотоға төшөп, изге теләктәрҙә хушлаштыҡ.
Гөлнара Ташбулатова,
ауыл китапханасыһы.
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: