Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль 2020, 14:29

Һаҡ булығыҙ, коронавирус!

Эксперттар февралдә Рәсәй биләмәһендә коронавирустың яңы штаммы килеп етеүе тураһында фаразлай, тип хәбәр итә Рәсәй дәүләт мәғлүмәт үҙәге агентлығы.

Шулай уҡ тикшеренеү үҙәге белгестәре иҫәпләүенсә, беҙҙең илдә йоғошло сирҙең таралыу хәүефе түбән.
Халыҡҡа вирустан нисек һаҡланырға? Ошо һорау менән үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы Әлфир Әнәс улы Мырҙағоловҡа мөрәжәғәт иттек.
— Әлфир Әнәс улы, был сир ҡайҙан барлыҡҡа килгән?
— Коронавирустың сығанағы булып Ҡытайҙың иң күп кеше йәшәгән Ухань ҡалаһы иҫәпләнә. Урындағы халыҡ белегеүеҙсә, төрлө диңгеҙ хайуандары, кимереүселәр, һөйрәлеүселәр менән үҙенсәлекле туҡланырға ярата. Вирус ҡаланың диңгеҙ ризыҡтары баҙарынан бик тиҙ тарала башлаған. Бында балыҡ менән бергә ҡырағай йәнлектәр һәм һөйрәлеүселәр ҙә һатылған. Был йән эйәләре тап бына ошо вирусты йөрөткән ярғанаттар менән туҡлана. Һөйрәлеүселәр организмында улар мутация үтә һәм кеше ғүмеренә хәүеф янаған вирусҡа әүерелә.
— Коронавирус инфекцияһының билдәләре ниндәй?
— Кешелә юғары температура, йүтәлләү күҙәтелә, тын алыуы ауырлаша. Тәү билдәләре менән ул киҫкен респираторлы инфекцияларға йәки киҙеүгә оҡшаған. Шулай уҡ уның диарея, күңел болғаныу, ҡоҫоу күҙәтелгән эсәктәр ауырыуын да хәтерләтеүе мөмкин.
— Вирустың таралыу юлдары һәм инкубация осоро…
— Сир кешенән-кешегә һауа-тамсы юлы менән күсә, шулай уҡ һауа-туҙан, аралашыу һәм көнкүреш юлы менән йоғоуы ихтимал. Инкубация осоро бер-ике тәүлектән 14 тәүлеккә тиклем дауам итә.
— Уны нисек иҫкәртергә?
— Иң мөһим иҫкәртеү сараһы — эпидемиологик яҡтан имен булмаған илдәргә сәйәхәт ҡылмай торорға. Кеше күп йыйылған ерҙә булыу ваҡытын кәметергә, битлектәр кейергә, ҡулдарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуырға, дезинфекциялы йәки спиртлы салфеткалар ҡулланырға, бысраҡ ҡул менән күҙҙәрҙе, танауҙы, ауыҙҙы тотмаҫҡа. Урамдан ингәс, танау ҡыуышлығын йыуҙыртырға, ауыҙҙы сайҡарға, йорттарҙы, ихаталарҙы таҙа тоторға, бүлмәләрҙе даими йыуырға, елләтергә, һауаны дымларға кәрәк.
Организмдың инфекцияларға ҡаршы тороу һәләтен күтәреү өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, аҡһымға, витаминдарға һәм минералдарға бай аҙыҡ ҡулланырға, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән ашығыс медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә, үҙ-үҙеңде дауалау менән мауығырға ярамай.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Читайте нас: