Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2020, 11:05

Район үҙәгенә барһаң, бәҙрәф эҙләп хәл бөтә

Редакцияға һуңғы арала түбәндәге йөкмәткеле хаттар килә башланы. “Район үҙәгенә барһаң, бәҙрәф эҙләп хәл бөтә. Вокзал артында булған берҙән-берен дә бикләп ҡуйғандар. Такси яллап дауаханаға тиклем барырға тура килә,” — тип яҙа Көмәрленән Райхана Ямансарова.

Архангелдән Хәнир Әбелғужин да гәзитебеҙгә ошо һорауҙы ҡуҙғатып мөрәжәғәт итте. Мәсьәләгә асыҡлыҡ килтереү йәһәтенән журналист тикшереүе үткәрергә булдым. Бәлки был тема кемгәлер уйлап сығарылғандай тойолор, әммә халыҡ күпләп йөрөгән урандарҙағы төрлө ойошмаларҙа бәҙрәфтәрҙең ҡайһылары бикле, ә икенселәре сауҙа нөктәләре хеҙмәткәрҙәре генә ҡулланыуында икәне сер түгел. Бөгөнгө көндә йәмәғәт бәҙрәфтәре — бик ҙур күп осраҡта үҙ-үҙен аҡламаған сығымдар: бинаны капиталь төҙөкләндереү, уны тәртиптә тотоу һәм таҙартыу, эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләү һәм башҡалар.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы, магазин һәм кафеларҙа, автозаправкаларҙа йәмәғәт бәҙрәфтәре булмаған осраҡта клиенттар өсөн учреждение хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгәне менән файҙаланырға рөхсәт бирелергә тейеш. Был шулай уҡ дөйөм туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүсе башҡа ойошмаларға ла ҡағыла. Документта әйтелеүенсә, дөйөм майҙаны 400 квадрат метрҙан күберәк тәшкил иткән аҙыҡ-түлек, 600 квадрат метрҙан артҡан хужалыҡ кәрәк-ярағы, мебель һәм башҡа сауҙа нөктәләрендә бәҙрәфтәр булыуы шарт. Бынан тыш, улар халыҡ күпләп йөрөгән майҙандарҙа, парктарҙа, мәҙәни – ағартыу, спорт йүнәлешендәге биналарҙа төрлө кимәлдәге авто-тимер юл вокзалдары һәм аталып үткән объекттар янында урынлаштырылырға тейеш.
Күптән түгел генә эшләй башлаған “Магнит косметик” сауҙа нөктәһендә клиенттар өсөн бәҙрәф бармы-юҡмы тигән һорауыма, төҙөкләндереү әле тамамланмаған, киләсәктә был мәсьәлә иҫәпкә алынасаҡ тип ышандырҙылар. “Урал” сауҙа павильондары үҙәгендә һәм арзан хаҡлы әйберҙәр һатыу нөктәһендә бындай хеҙмәттәр күрһәтелмәй, биналағы бәҙрәфкә ситтәргә инергә рөхсәт юҡ. Шул уҡ мәлдә эргә-тирәләге кафеларҙа (“Камильфо” һәм “Салют”) был йүнәлештә уңайлыҡтар булдырылған.
Ни өсөн сауҙа магазиндарындағы бәҙрәфтәргә “Ситтәргә инеү тыйыла!” тигән яҙыуҙар эленә һуң? Быны улар: “Кешеләрҙең барыһы ла бер төрлө түгел: бысраталар, һыуын ағыҙмайҙар, унитазға баҫалар, сүпләйҙәр”, — тип аңлата. Эйе, бында ла хаҡлыҡ бар. Беҙҙә һуңғы ваҡытта тәртип, тәрбиәлелек әһәмиәте бөтөнләй юғалды. Йәмәғәт бәҙрәфтәренең таҙалығына ҡарап йәмғиәтебеҙҙең мәҙәнилеге тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Ә инде улар бөтөнләй юҡ икән? Ә шулай ҙа ҡануниәткә таянып, клиенттар иҫәбенә инмәгән хәлдә лә һеҙ магазиндарҙа, заправкаларҙа, көнкүреш хеҙмәттәре йортонда, кафе һәм башҡа дөйөм туҡланыу объекттарында хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән бәҙрәфтәргә инә алаһығыҙ. Ләкин банктарҙа, дарыуханаларҙа, мәктәптәрҙә клиенттарҙы үткәрергә бурыслы түгелдәр...
Хаттарҙа атап үтелгән түләүле бәҙрәф хаҡында ла бер нисә һүҙ: Архангел ауыл хакимиәте башлығы Ғ.И.Төгөлбаев белдереүенсә, бинаны оҙайлы ҡуртымға биреү планлаштырыла. Әлеге мәлдә унда электр тоташтырыу буйынса эштәр башҡарыла. Шул тамамланғас, хеҙмәт күрһәтеү тергеҙеләсәк.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: