Иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙың ниндәй ысулдары буласаҡ?
Әлегәсә иҫәп алыуҙың ғәҙәти ысулына — иҫәп алыусы менән шәхсән рәүештә аралашыуға — Интернетты ҡулланып, йыраҡ арауыҡтан ҡатнашыуҙар өҫтәлә. Һорауҙарға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, йәки смартфондағы “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымтаһын файҙаланып, йә компьютер ярҙамында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе үҙәктәрҙең теләһә ҡайһы “Минең документтарым” тип аталған берҙәм белешмә системаһында яуап бирергә мөмкин. Һорауҙарға яуап биргәндән һуң, һеҙгә үҙенсәлекле код ебәреләсәк: уны иҫәп алыусыға хәбәр итеү етә. Ул, үҙ сиратында, был хаҡта билдәләп ҡуйырға тейеш.
Иҫәп алыу ҡағыҙындағы һорауҙарға шулай уҡ Күп функциялы үҙәктәрҙә урынлашҡан иҫәп алыу участкаларында ла яуап бирергә була. Иҫәп алыусылар планшеттар менән файҙалана, ә ҡайһы бер шәхестәрҙе иҫәпкә алыу өсөн улар бланктар ҡулланасаҡ.
Иҫәп алыусыларҙы йыйыу ҡасан башлана?
Иҫәп алыусыларҙы Росстатың территориаль органдары (Дәүләт статистикаһының территориаль органы) туплай. Иҫәп алыусыларҙы йыйыуҙың аныҡ датаһын үҙегеҙҙең территориаль органға шылтыратып, уларҙың электрон почталарына яҙып йәиһә сайттары аша белешергә мөмкин. Урындағы дәүләт статистикаһы территориаль органдың бәйләнеш ысулдары хаҡында Росстаттың сайтында (
http://www.gks.ru/territorial) таба алаһығыҙ.
Иҫәп алыуҙарҙа кем ҡатнаша ала?
Ҡануниәт нигеҙҙәренә ярашлы иҫәп алыусылар ҡайһы ил гражданы булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең барыһы тураһында, шулай уҡ даими рәүештә Рәсәйҙә йәшәүсе, әммә иҫәп алған ваҡытта ил территорияһынан ситтә булған РФ граждандары хаҡында мәғлүмәт йыя.
Сит ил граждандары йәки гражданлыҡҡа эйә булмаған Рәсәй территорияһындағы кешеләр, әгәр ҙә улар илебеҙҙә йәшәһә, йә 12 айҙан оҙағыраҡҡа ҡалырға йыйынһа, иҫәп алыуҙа ҡатнаштырыла. Бер йылға йәки унан күберәккә сит илдән уҡыуға, йә эшкә килеүселәр ҙә (ҡасан килеүенә һәм тағы күпме ваҡыты ҡалыуына ҡарамаҫтан) иҫәпкә индереләсәк. Бынан тыш, Рәсәйҙә сәйәси ышыҡ эҙләгән сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр, шулай уҡ иҫәпкә алынасаҡ.
Сит илдә йәшәгән Рәсәй граждандары иҫәпкә индерелә, әгәр улар:
оҙайлы хеҙмәт командировкаһына йәки РФ Хөкүмәте дәүләт органдары вәкәләтенән вазифауи бурыстарын үтәүгә бәйле бер йыл һәм унан күберәккә сит илдә булһа; даими рәүештә Рәсәйҙә йәшәһә һәм ваҡытлыса командировкаға, бер йылдан аҙға Рәсәй һәм сит ил фирмалары менән килешеү буйынса эшкә йә уҡырға сит илгә сыҡһа; дауаланыу, ял итеү маҡсатында, туғандарына ҡунаҡҡа барыу йәһәтенән сит илгә сыҡһа (күпме ваҡытҡа икәне мөһим түгел); иҫәп алыу ваҡытында рейсҡа сыҡҡан Рәсәй балыҡ аулау һәм сауҙа суднолары моряктары булһа. Росстат иҫәп алыусыһын нисек танырға?
Һәр иҫәп алыусыға документ — рәсми таныҡлыҡ биреләсәк, уны паспорты менән бергә күрһәтеүен һорарға мөмкин. Улар яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтарға эйә һәм “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу — 2020” логотибы төшөрөлгән япма кейем менән тәьмин ителәсәк. Көндөң ҡараңғы мәлендә эшләү өсөн фонарҙары, планшет һәм иҫәп алыу ҡағыҙҙары бланкылары өсөн сумка-портфелдәре буласаҡ. Япманан тыш, иҫәп алыусыны логотиплы махсус шарфта таный алаһығыҙ. Шулай уҡ яҡындағы иҫәп алыу пунктына шылтыратып, хеҙмәткәрҙең шәхесен белешергә мөмкин.
Иҫәп алыу ни өсөн Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа теркәү базалары белешмәләре нигеҙендә башҡарылмай?
Иҫәп алыуҙың маҡсаты — тәғәйен ваҡытта (2020 йылдың 1 октябрендә 0 сәғәт 0 минутта) Рәсәйҙә кем һәм нисек йәшәүе тураһында мәғлүмәт йыйыу. Әлбиттә, Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа вәкәләттәрҙә белешмәләрҙең ниндәйҙер өлөшө бар, ләкин иҫәп алыуҙың маҡсаты теүәл мәғлүмәтте бөтә дәүләт структураларынан тыш йыйыу. Шулай уҡ иҫәп алыу ваҡытында дәүләт органдарында иғтибар алынмаған белешмәләр хаҡында һораясаҡтар. Мәҫәлән, милләт, телдәр белеү, белеме, никах хәле, эшкә тиклем барыу юлына киткән ваҡыт һәм башҡалар. Иң мөһиме, бер базала ла ғаиләләр һаны, уларҙың составы, балалар һаны, йәшәү шарттары һәм башҡа ошондай мәғлүмәт тупланмаған. Уларҙы тик иҫәп алыу барышында йыялар.
Иҫәп алыу ваҡытында паспорт күрһәтеүҙе һораясаҡтармы?
Юҡ, һорамаясаҡтар. Халыҡтан белешмәләр йыйыу мәлендә дөрөҫлөктө раҫлар өсөн ниндәйҙер документ кәрәкмәй.
Иҫәп алыу барышында минең килемем күләме менән ҡыҙыҡһынасаҡтармы?
Шулай уҡ һорамаясаҡтар. Иҫәп алыуҙарҙа бер ҡасан да бындай һорау ҡуйылманы һәм киләсәгендә лә юҡ. Килем сығанағы (найм буйынса эшләү, пенсия, пособие, стипендия, аҫырауҙа булыу һәм башҡалар) тураһында ғына һорау биреләсәк.
Торлаҡтың хужаһы тураһында һорау буласаҡмы?
Юҡ. Иҫәп алыусылар фатир кеше йәшәгән йәки йорттоң хужаһы кем булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынмаясаҡ.
Минең исем-шәрифтәремде һорарҙармы?
Эйе, бер үк кешенән ике тапҡыр һорау алмаҫ өсөн исемегеҙҙе һорарға мөмкиндәр. Ләкин исем иҫәп алыу ҡағыҙындағы мәғлүмәт менән бергә һаҡланмай.
Процесс ваҡытында сит илдә булһам, иҫәп алыуҙарҙы нисек башҡарасаҡтар?
Рәсәй территорияһынан ситтә булғандар өсөн иҫәп алыуҙарҙа ҡатнашыуҙың бер нисә ысулы бар.
Беренсе ысул: “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы ҡушымта аша йәки сайтта анкета һорауҙарына яуап бирергә мөмкин. Һорауҙарҙы үтеп бөткәндән һуң бирелгән үҙенсәлекле номерҙа Рәсәйҙә ҡалған ғаиләгеҙ ағзаһына хәбәр итһәгеҙ, ул, үҙ сиратында, уны иҫәп алыусыға тапшырырға тейеш.
Иҫәп алыусы шәхсән өйөмә килмәһә лә процеста ҡатнаша аламмы?
Әйе, йыраҡта булһағыҙ ҙа ҡатнашырға мөмкин. Был осраҡта “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, йәки смартфондағы “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымтаһын файҙаланып, йә компьютер ярҙамында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе үҙәктәрҙең теләһә ҡайһы “Минең документтарым” тип аталған берҙәм белешмә системаһын файҙаланырға кәрәк.
Иҫәп алыуҙар һөҙөмтәләре ҡасан күренәсәк?
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың кешеләрҙең һаны һәм йәш-енес хәле тураһындағы тәүге йомғаҡтары 2021 йылдың апрелендә билдәле буласаҡ. Тулы йомғаҡтар мәғлүмәтте туплауға ҡарап, 2021 һәм 2022 йылдар дауамында баҫылып сығасаҡ.
Иҫәп алыуҙар ниндәй арауыҡта уҙасаҡ?
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу процесы 2020 йылдың 1 октябренән 30-ына тиклем үтә.