Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Февраль 2020, 11:05

Өлгө булырҙай яҙмыш Һуғыш йылы балаларының ауыр йәшәйеше тураһында

Таяҡҡа таянып, урам буйлап әкрен генә баҫып бер инәй килә. Йәштәр кеүек кәүҙәһен тура ғына тотоп атлай алмай. Иңенә төшкән тормош ауырлыҡтары, бала сағын урлаған һуғыш йылдары, һуңынан тормошто, ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн үҙ- үҙеңде йәлләмәй хеҙмәт итеү шулай бер аҙ алға эйелергә мәжбүр иткән, ахырыһы. Эйелгән, ләкин һындыра, бөгә алмаған, киреһенсә, иңенә төшкән һынауҙар уны сыныҡтырған, алға барырға, баш эймәҫкә көс биргән

Кем икән был инәй, тип ҡыҙыҡһындығыҙмы?
Был хөрмәтле, тормош юлы йәштәргә, үҫеп килгән быуынға үрнәк булырҙай, ауылыбыҙҙың иң оло ағинәйҙәренең береһе, һуғыш йылдары балаһы — Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы Рәхмәтуллина. Беҙҙең балаларҙың баласағы бәхетле — ашайым тиһә, өҫтәл тулы һый-ниғмәт, кейәм тиһә, затлы-затлы кейем магазин тулы. Туйып-һикереп, ашап бөтмәгән икмәк һыныҡтарын ҡайҙа етте, шунда ташлап китәбеҙ. Фәрҙиә әбейҙең һөйләгәндәрен тыңлайым да, ҡаҡса ғына кәүҙәле был ҡатын, ә ул саҡта, быуындары нығынып та өлгөрмәгән сабый ҡыҙ бала шул тиклем ауырлыҡты нисек күтәрҙе икән тип уйлайым.
  • Хәл өҫтөндә ятҡан инәйемә бер ҡабым булһа ла икмәк табып ашатайым тип, бөтөн ауылды урап сыҡтым, шырпы ҡабы ҙурлығындай ҙа икмәк киҫәге тапманым. Ауыл шул тиклем ярлылыҡта йәшәне. Хатта яҡын-тирәлә ашарға яраҡлы үлән ҡалманы. Үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, ныҡ сирләп китте инәйем. Ярҙам күрһәтерлек мөмкинселек юҡ. Ауылда фельдшер булманы. Аттарҙың арыуы һуғышта, ҡалғаны — эштә. Ҡайҙалыр алып барып табип ярҙамы алыу тураһында уйларлыҡ та түгел. Һуғыш ваҡытында арҡаға йөкмәп, Ҡарламандан колхозға иген ташый торғайнылар. Туранан тураға йөрөйҙәр, йылғаларҙы кисеп сығалар. Һалҡын һыу үҙәккә үтә. Шунда үпкәһенә һыуыҡ тейгән. Минең инәйем кеүектәр күп булды инде. Оҙаҡ ятты. Күрше Нәзирә апай йыуындырыша ине. Уның ярҙамын байтаҡ күрҙем инде. Тормош ауыр тип, әл дә кешеләрҙең күңеле ҡатманы, бер-береһенә ярҙамсыл булды. “Һуғыш бөткәнен күрә алһам ине”, — тип ныҡ теләне . Тик хыялы тормошҡа ашманы. 1945 йылдың 6 майында ерләнек. Ә 9 майҙа “һуғыш бөттө”, тигән шатлыҡлы хәбәр алдыҡ. Шул тиклем үкенесле булды. Үкһеҙ етем ҡалдыҡ. Беҙҙе Шаймырҙа олатайым менән Хөппөниса өләсәйем ҡарап үҫтерҙе, — тип хәтирәләре һандығын барлай ағинәй. Ул йылдарҙың кисерештәрен күңелендә яңынан тергеҙеүе, әлбиттә, ҡыйындыр. Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы тәрән уфтанып алды ла, бер аҙ тынып торғандан һуң ғүмер йылъяҙмаһын һүтеүен дауам итте:
  • Һуғыш башланған йылдарҙа мин 12-се йәшем менән бара инем. Уҡырға мөмкинселегем булманы. Ошо саҡтан эшкә егелдем. Әле утауға, әле иген елгәрергә алып китәләр инее: һинең көс-хәлең бармы — һорап тормайҙар. Ул заманда иген ҡутарылып уңа торғайны. Көн тимәй, төн тимәй, иген елгәрергә йөрөйбөҙ. Беҙҙең ауылда ғына өс келәт булды. Биҙрә менән елгәргескә иген һалырға кәрәк, ә минең көсөм етмәй. Илап ебәрмәй саҡ торам. Бергә эшләгән апайҙар ярҙам итеп ебәрәләр ине. Эт күрмәгәнен күрҙек инде. Тик яҙмышыма үпкәләмәйем. Ил менән бергә кисерҙек. Ауылыбыҙҙа ҡылы башында ферма бар ине. Йомошо менән киткән һауынсыларҙы алмаштырырға ла тура килде. Унда бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарылды. Сыҙамлы ла булғандар. Ә 1969 йыл Ҡыҫындының был башында яңы ферма сафҡа инде. Шунда һауынсылыҡҡа тотондом һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эшемдән айырылманым. Ауылдың Зөлфәр исемле егетенә тормошҡа сығып, балалар үҫтерҙек. Улар барыһы ла тормошта үҙ урындарын табып, мине шатландырып йәшәйҙәр, — тип һүҙен тамамланы.
  • Бөгөнгө көндә дин юлында ҡөрьән аяттарын уҡып, барсаһына бәхет-һаулыҡ теләп, доғалар ҡылып йәшәй 87-енсе йәшенә аяҡ баҫҡан Фәрҙиә әбей. Ошоғаса һыйыр, һарыҡтар аҫыраны. Мохтажлыҡ кисергәндән түгел, ә хәрәкәттә-бәрәкәт икәнлеген аңлап, йәшәйешен йәмләр эш булһын тигән уйҙан. Йәштәр унан үрнәк алһын ине. Юғиһә, бала-сағалы булып та, мал тоторға иренгән йәш ғаиләләр күп бит ауылдарҙа. Һөт, ҡаймаҡ һорап магазин һаҡлап торалар. Кешене туйындырған да, кейендергән дә шул мал икәнен аңлаһындар ине. Беҙҙең башҡорт борон-борондан өйөр-өйөр йылҡы, мал – тыуар аҫрап кәсеп иткән. Үҫеп килгән быуын халҡымдың үткәнен белеп, хөрмәт менән ҡарап, киләсәккә яҡты уй-хыялдар, маҡсаттар ҡуйып йәшәһен. Интернет селтәренән айырылмай, янындағы кешеләр яҙмышына, илдә барған хәл-торошҡа битараф ҡалған балалар үҫмәһен. Ә Фәрҙиә Ғәлиәсҡәр ҡыҙына сәләмәтлектә, матур тормошта, ауылды йәмләп, барыбыҙға ла өлгө булып артабан да ғүмер итеүен теләйбеҙ. Еңеүҙең 75 йыллығын именлектә ҡаршы алырға насип итһен.
    Читайте нас: