Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2020, 12:20

Баланы телефон ҡоллоғонан ҡотолдороп буламы?

Замана балаһын телефон, планшет кеүек гаджеттарҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай инде. Ата-әсәләр үҙҙәре үк әле һөйләшә лә, атлай ҙа белмәгән сабыйы ҡулына смартфон тоттора. Кескәй генә йәштән техникаға яраҡлашып үҫеү ыңғай күренешме, әллә инде тиҫкәре яҡтары ла бармы?

Әлеге проблемаға Ғаилә үҙәге психологы Ғәлиә Сөләймәнова асыҡлыҡ индерә.
  • Ғәлиә Рәис ҡыҙы, балаға нисә йәштән телефон бирергә ярай?
  • Сабыйығыҙға ни тиклем һуңыраҡ телефон тотторһаң, шул тиклем яҡшыраҡ. Уның нормаль үҫеше өсөн гаджеттар, ғөмүмән, кәрәкмәй. Мәктәпкәсә йәшкә ҡәҙәр бала төрлө уйындар менән генә үҫергә тейеш. Бында һүҙ гаджеттағы уйындар хаҡында бармай, әлбиттә. Бәләкәскә телевизор ҡарау ҙа кәрәкле әйбер түгел. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға яҡынса 20 минут телевизор ҡарарға ярай. Бынан 50 йыл элек балалар, йоҡларға ятырҙан алда, 15 минут “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” тапшырыуын ҡарай ине. Байрам көндәрендә, бәхет йылмайһа, шуға өҫтәп берәй мультфильм күрһәткәндәр. Бына шул стандарттар әле лә көнүҙәктә.
  • Телефонға килгәндә, ата-әсә бала именлеге өсөн телефон кәрәк, тигән ҡарарға ҡасан килә, шул ваҡытта кнопка менән эшләй торған (сенсорлы түгел!) телефон бирә ала. Был иһә 1 — 3-сө кластарҙа булырға мөмкин. Телефон бәләкәй балаға ата-әсәһенә шылтыратыу өсөн генә кәрәк. Сенсорлы телефон алыуҙың мәғәнәһе юҡ — ундайҙар менән балалар уйнай йәки интернетта ғына ҡаҙына. Ә был физик һәм психик сәләмәтлеккә зыянлы.
    — Гаджеттар балаға нисек зарар килтерергә мөмкин һуң?
    — Күп ваҡытын телефон менән уйнап уҙғарған балалар ысынбарлыҡтан китеп, онлайн тормошҡа күсә. Уларҙа аутизация — башҡалар менән аралашмау, үҙ-үҙенә бикләнеү кеүек сифаттар күҙәтелә. Ул тормоштан тәм тапмай, ниндәй ҙә булһа ваҡиғаларға шатланмай башлай. Уңышҡа ирешеү һәләте лә бермә-бер кәмей.
    Элек кеше күп ваҡытын телевизор ҡаршыһында үткәрә ине, хәҙер телефонға күсте. Был күсеш кеше сәламәтлегенә зыянды тағы ла арттырҙы. Экран бәләкәсерәк булған һайын, бала күҙенә ауырлыҡ күберәк төшә, күҙ мус­кулдары бер нөктәгә текәлеп арый — шул арҡала күҙҙәре насар күрә башлай, иғтибарлығы кәмей. Был юҫыҡта ауыл балаларына рәхәтерәк. Улар ҡырға, болонға, урманға барып тәбиғәтте күҙәтә ала. Тимәк, күҙҙәре лә күберәкте күрә, төрлө әйберҙәргә иғтибар итә. Ә ҡала балаһына ундай мөмкинлек юҡ. Көндәр буйы тар экранға текәлеп торған балаларҙың уҡыу, белем алыу һәләте лә түбәнерәк була.
    Статистикаға күҙ һалһаҡ, хәҙер бик күп баланың телмәр үҫеше артта ҡала. Быға ла телефон сәбәпсе бит. Ата-әсә сабыйына телефон тоттороп ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә шунан айырыла алмай. Бәләкәсегеҙ менән аралашмаһаң, ул кеше һөйләмен дә аңламаясаҡ. Замана балаһына тере аралашыу етмәй.
    — Ҡайһы бер ата-әсә, бала ҡулына телефонды ни тиклем иртәрәк тоттораһың — шул ҡәҙәр яҡшыраҡ, ти.
    — Был һүҙҙәрҙе әйткән ата-әсәләрҙең үҙ-үҙенә баһалары түбән. Бәлки уларҙың бала саҡтан сиселмәгән проблемалары ҡалғандыр. Ата-әсә үҙенә ышана икән, бала ла үҙ-үҙенә ышанып үҫә. Телефонһыҙ “аҡ ҡарға” булып йөрөүҙән оялмай башлай. Бәләкәскә “Беҙҙең өйҙә телефон ҡулланырға ярамай торған ҡағиҙә бар”, — тип аңлатырға кәрәк. “Телефон менән файҙаланырға өйрәнә алмаҫ, техниканы яҡшы белмәҫ” тигән фекерҙәр ялған. Телефонды һуңыраҡ тотҡан балалар аҡыллыраҡ та була әле. Улар рухи яҡтан күпкә байыраҡ.
    — Телефонға “бәйләнгән” баланы унан арындырып буламы?
    — Был бик ҡатмарлы эш. Ата-әсәнең балаһын тәрбиәләргә ваҡыты булмағанда ла телефон ярҙамға килә. Ул илаған, көйһөҙләнгән ваҡытта бик күп әсәләр уның ҡулына телефон тоттора. Балаһы ҡамасауламаһын өсөн дә телефон менән әүрәтәләр. Әлбиттә, сабый бындай мөнәсәбәткә өйрәнә. Артабан иһә бәләкәсегеҙҙе телефондан айырыу ҡыйынлаша.
    Тәү сиратта, ата-әсәләр үҙҙәре телефондан баш тартырға тейеш. Күп кенә ололар ҙа телефонға бәйлелек кисерә бит. Беҙ барыбыҙ ҙа ватсап, фейсбук, инстаграмдарыбыҙҙа батҡанбыҙ. Балалар — ата-әсәһенең көҙгөһө. Бер көн 1,5—2 йәшлек ҡыҙҙарҙың уйынын күҙәтәм. Әсәле-ҡыҙлы булып уйнайҙар былар. Әсәләрен һүрәтләгәндә, улар бер ҡулдары менән ашарға бешерә, икенсеһе менән телефонда ҡаҙына. Ата-әсәһенә телефонда ултырырға ярай, ә уға юҡмы? Әлбиттә, бала баш күтәрәсәк, киреләнәсәк. Бала менән килешә белергә, шул уҡ ваҡытта үҙеңә лә телефондан баш тартыу мотлаҡ. Өлкәндәргә телефон урынына башҡа, альтернатив шөғөл табырға кәрәк. Әйтәйек, сабый менән бергәләп ҡыҙыҡлы уйын уйнарға, спорт төрөндә шөғөлләнергә була.
    — Һеҙ, бала менән уйнарға кәрәк, тиһегеҙ. Ата-әсәнең һәр ваҡыт уйнап ҡына ултырырға ваҡыты юҡ шул. Гелән уны көйләп, әпәүләп торорға кәрәкме һуң?
    — Кескәй ваҡытта уйын массаж, бишек йыры формаһында була ала. Бармаҡтар менән уйнарға мөмкин. Бындай уйындар ата-әсә менән бала араһында сәләмәт бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Бәләкәйҙән ата-әсә һөйөүенә туйынып үҫкән бала күпмелер ваҡыт үҙ-үҙе менән генә лә уйнарға һәләтле. Өс йәштән һуң уға уйнар өсөн иптәш кәрәк була башлай. Күп балалы ғаиләләрҙә әлеге ролде өлкәнерәк ағай-апалары башҡарһа, бер генә бала булғанда иһә йәштәштәре, ата-­әсәһе ярҙамға килә ала. Яҡшы мөнәсәбәткә туйынып үҫкән бала тора-бара үҙе генә дә уйнарлыҡ булып өлгөрә. Уға таш, таяҡ, үләндәр кеүек тәбиғи материалдар менән уйнау ҙа файҙаға. Әлеге предметтар уның күҙаллауын киңәйтә, ә электрон уйындарға күсеү фантазияһын кәметә. Бала юҡ-барға көйһөҙләнә, тиҙ ҡыҙып китә, башҡа төрлө уйынға ҡыҙыҡһыныуын юғалта.
    Ғаиләлә хакимлыҡ — ата-әсә ҡулында. Бәләкәсегеҙ илай, киреләнә икән, тимәк, өлкәндәр үҙ бурыстарын тейе­шенсә үтәмәй. Өйҙә сабыйығыҙ түгел, ата-әсә баш. Улар: “Телефонда бүтән ултырмайһың”, — тиҙәр икән, тимәк, ҡәҙерлегеҙ быны ҡабул итергә тейеш.
    — Баланың рөхсәтенән башҡа, ата-әсә уның фотоларын социаль селтәрҙәргә ҡуя аламы? Фотоларҙы интернетҡа керетеү ниндәй насар эҙемтәләргә килтерергә мөмкин?
    — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ ата-әсәләр ҙә интернеттың ни тиклем хәүефле икәнен аңлап бөтөрмәй әле. Селтәргә эләккән әйберҙәр һинеке түгел — донъяныҡы инде ул. Бала фотоларын фотошоп ярҙамында үҙгәртеп, насар ниәт менән ҡулланыусылар етерлек хәҙер. Әлеге фотолар шәхси мәғлүмәт. Уны һаҡларға кәрәк. Кескәй бала: “Фотоларҙы интернетҡа ҡуймағыҙ”, — тип әйтә алмай бит. Беҙҙә интернетта кеше именлеген һаҡлаусы закондар әле эшләп еткерелмәй. Киләсәктә ул булыр тип уйлайым.
    — Хәҙер мәктәптәрҙә кибербуллинг бик популяр. Балаға шул уҡ социаль селтәрҙәр аша бысраҡ һүҙҙәр яҙырға, уны ҡыйырһытҡан фото-видео­ларҙы интернетҡа урынлаштырырға мөмкиндәр. Бындай хәлдәрҙән ҡәҙерлеләребеҙҙе нисек тә һаҡлап ҡалып буламы?
    — Иң беренсе сиратта, бәләкәсегеҙ менән был темаға һөйләшергә кәрәк. Уға интернетта үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен белеп тороу ҡамасауламаҫ. Әгәр шундай хәлгә юлыҡҡанһығыҙ икән, был мәсьәләне ата-әсәләр йыйылышында күтәреү мөһим. Күп оcраҡта өлкәндәр үҙҙәре лә интернеттан теләһә ниндәй видеолар ҡарай. Унан көлөп ултыра. Бала быны күрә һәм шуны уҡ ҡабатлай. Кемделер ҡыйырһытып төшөрөлгән фото-видеоны күргән ата-әсә балаға уның насар икәнен, улай эшләргә ярамағанды аңлатырға тейеш.
    • Ғәлиә Рәис ҡыҙы, төплө әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Юғарыла әйтелгәндәр ата-әсәләрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.
    • Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.
      Читайте нас: