Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2020, 17:00

“Эш йәштәме ни, ә йөрәктә...”, -ти Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Рауил Ғәлин.

Абруйлы актерҙың сәхнәлә арымай-талмай хеҙмәт итеүе, ғөмүмән, уның ижади тормош юлы хаҡында театр сәнғәтенә ғашиҡ һәр кем белә. Ә бына сәхнәбеҙ аҡһаҡалы ошо көндәрҙә 70 йәшен билдәләүен белә инегеҙме?

Рауил ағайҙың берләшмә бинаһының ишеген асып инеүе була, шунда уҡ уның “еле”килеп тә ҡағыла. Барыһы менән һис йыбанмай иҫәнләшә, һәр береһенә һүҙ таба, шаяртып алырға ла өлгөрә. Уның бер генә йылмайып ҡарауынан күңелдәр күтәрелә, кәйефтәр яйға һалына, донъя түңәрәкләнгәндәй тойола. Бына шундай иҫ киткес кешелекле, киң күңелле, ихлас ул - Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғәли Ибраһимов исемендәге Стәрлетамаҡ ҡала премияһы лауреаты Рауил Әхтәрйән улы Галин. Абруйлы актерҙың сәхнәлә арымай-талмай хеҙмәт итеүе, ғөмүмән, уның ижади тормош юлы хаҡында театр сәнғәтенә ғашиҡ һәр кем белә. Ә бына сәхнәбеҙ аҡһаҡалы ошо көндәрҙә 70 йәшен билдәләүен белә инегеҙме? Белмәһәгеҙ ҙә, аптырамайым. Әлеге көндә теттереп спектаклдәрҙә уйнаған, рәхәтләнеп донъя көткән, тимер атында елдергән, бер һүҙ менән әйткәндә, һис ҡартая белмәгән Рауил ағайға 70-те бирерлекме ни, килешә
Рауил ағай Ғәлин торғаны бер энциклопедия тиһәк тә, шаштырмабыҙ, унан нимәне генә һорама, йылын да әйтеп бирер, хәл-ваҡиғаларҙы ла түкмәй-сәсмәй тасуирлап ҡуйыр. Эшенә яуаплы ҡараған, еренә еткереп үтәгән кеше бит ул. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә уны ошо матур сифаттарынан тыш, таяныслы һәм тәжрибәле кеше булараҡ та бик ихтирам итәләр. Сөнки Рауил Әхтәрйән улының әйткән һәр һүҙе нигеҙле, һәр ҡарашы аҡыллы, һәр хәрәкәте урынлы.
Яҡташыбыҙҙың сәхнәлә тыуҙырған образдары тормоштан алынған, характерҙары ла, йәштәре лә төрлө-төрлө. Ролдәре бихисап, осона сығырлыҡ түгел. Әлеге көндә театр сәхнәһендә уйналған М. Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” пьесаһындағы Мулла образына ғына туҡталһаҡ та, уның оло талант эйәһе булыуына йәнә бер тапҡыр инанаһың.
Әйткәндәй, театрҙа ла һинең, минең кеүек кешеләр эшләй: сирләп китеүҙәре лә, төрлө хәлдәрҙә ҡалыуҙары ла ихтимал. Ә репертуарға ингән спектаклде, актер юҡ тип, алып ташларға ярамай. Берҙән, репертуар алдан раҫланған, икенсенән, реклама таралған, өсөнсөнән тамашасы көтә. Бына ошо тиҙ генә ваҡыт арауығында спектаклгә икенсе актер йәғни дублер индерелә. Йәшерен-батырыны юҡ – кемдер алдыра, кемдер юҡ.... Был йәһәттән Рауил ағай һоҡландыра һәм күптәргә өлгө булып тора. Ниндәй генә - комедия, трагедия, драма булһынмы, тиҙ генә ролгә инә һәм бынамын итеп “ҡойоп” ҡуя.
Рауил ағай Галин ялҡынлы ижадсы ла ул. Яҙған шиғырҙары, хикәйәләре йыш ҡына гәзит-журнал биттәрендә баҫтырыла, күп кенә тәржемә пьесалары ла бар.Әйткәндәй, ижад емештәренең байтағы “Дүрткүҙ” исемле китабында урын алған. Тыуған театрының ғына түгел, тыуған теленең, тыуған яғының ысын патриоты булыуы ла Рауил ағайҙың мәртәбәһен арттыра. Ул сығышы менән Архангель яҡтарынан, Инйәр буйҙарынан. Тыуған яғына булған һөйөүен үҙегеҙ уҡып белегеҙ:
...Алыҫ ерҙе яҡын итеп
Һиңә ҡайтам, Инйәрем.
Әйтерһең дә, мине һағынып
Саҡырып торған бер йәрем.
Сарсап ҡайтып, ярға ятып
Һыуың эсһәм, Инйәрем,
Тағы ҡайтып күрҙем, тиеп
Шатланыр күңелдәрем.
Бына бөгөн дә Рауил ағай балҡып килеп инде лә: “Ҡыҙҙар, тыңлағыҙ әле бына бер нәмә яҙғайным”, - тип, беҙгә яңы яҙған шиғырын уҡып ебәрҙе.Хәл-әхүәлдәрен һорашып, юбилейы тураһында һүҙ ҡуҙҡас: “Эй, туғандар, был йәш, йәшме ни ул?! Йөҙгә етһәм дә, сәхнәне ташларға йыйынмайым. Ҡартаям тип, йәште һынап ултырырға ваҡытым да, теләгем дә юҡ”, - тине ул уйынлы-ысынлы.
Эйе, һәр йәшенән йәм табып йәшәй белгәне өсөн яратабыҙ беҙ Рауил Әхтәрйән улын. Бына бит, әлеетмеш йәшенә үҙе хужа, типһә тимер өҙөр тимә... Юбилейың ҡотло булһын, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы!
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА.
Читайте нас: