Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2020, 12:10

Африка тағуны — хәүефле сир

Беҙ даими рәүештә был сир хаҡында хәбәр итәбеҙ. Сусҡаларҙың Африка тағуны йылдан-йыл Рәсәй территорияһы буйлап тарала бара.

Һамар өлкәһе буйынса Россельхознадзор идаралығы белдереүенсә, Һамар өлкәһенең Кошинск районы территорияһында ла ошо афәт асыҡланған. Ауыл еренән байтаҡ алыҫлыҡта ятҡан урман зонаһында, Кошкинск һунарсылыҡ хужалығының 87-се кварталында үлгән өс ҡабан сусҡаһы табыла. 16 ғинуарҙа хайуандарҙың мәйетен лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә, һөҙөмтәлә африка тағуны вирусының ДНК-һы булыуы билдәләнә. Сир асыҡланған урындан Башҡортостан территорияһына барлығы 170 саҡрым ҡала. Әлеге мәлдә ауырыу буйынса эпизоотик хәл һәм уның таралыуына юл ҡуймау, йәки юҡ итеү йәһәтенән башҡарылған саралар Россельхознадзор күҙәтеүе аҫтына алынған.
Һунарсылыҡ хужалығы етәкселәренә, һунарсыларға, ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәр атып алынған ҡабанды, шулай уҡ хайуандың мәйетенә тап булған осраҡта тикшереү мөһимлеген иҫкәртәбеҙ.
Сусҡаларҙың африка тағуны — айырыуса хәүефле, үтә йоғошло, вируслы ауырыу. Ул 1903 йылдан билдәле, ә Рәсәйҙә 2008 йылдан теркәлә. Ҡырағай һәм йорт сусҡаларының барлыҡ тоҡомдары ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан һәм йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ауырырға мөмкин. Кеше һаулығы һәм ғүмеренә хәүеф тыуҙырмай.
Африка тағуны бик сыҙамлы вирус — продукттарҙа һәм һыуҙа айҙар дауамында һаҡлана, туңдырыу һәм киптереү уға йоғонто яһамай. Ул юғары температурала ғына юҡ ителә. Сирҙең үлемгә килтереү осрағы бик юғары, тиҙ тарала һәм шул рәүешле байтаҡ матди зыян яһай. Ауырыу сусҡаларҙың 100 проценты тиерлек үлә, дауалау тыйылған, вакцина юҡ.
Сусҡалар сирҙе ауырыу һәм уны үткәргән хайуандар менән бәйләнештә йоҡтора: аҙыҡ (айырыуса аҙыҡ ҡалдыҡтары), һыу, тәрбиәләү әйберҙәре, транспорт саралары, сирле хайуандарҙың бысраҡ бүлендектәре, үлеп ятҡан сусҡа мәйеттәре йәки уларҙы һуйыуҙан ҡалған ҡалдыҡтар аша. Вирусты йорт һәм ҡырағай хайуандар, ҡоштар, кимереүселәр һәм бөжәктәр ҙә тарата.
Белегеҙ! Африка тағунын йоҡтороуға йыш осраҡта сусҡаларҙы аш бүлмәләрендәге, аҙыҡ блогындағы, ашханаларҙағы бешмәгән аҙыҡ ҡалдыҡтары, техник эшкәртеү үтмәгән ҡатнаш аҙыҡ, иген продукттары менән туйындырыу сәбәпсе.
Си

Сир йоҡтороуҙың төп билдәләре:
— хайуандарҙың тән температураһы 41-42 градусҡа тиклем күтәрелә, тын алыуы ауырлаша, йүткертә, улар ашамай, һыуһай, ҡоҫоу, фалиж һуғыу осраҡтары күҙәтелә, артҡы боттарының эс яғында, ҡорһаҡтарында, муйындарында, морондарында һәм ҡойроҡтарында ҡыҙыл-көрән таптар барлыҡҡа килә;
— вирусты йоҡторғас тәүге билдәләр 2-7 көндән һуң беленә, 1-5 көндән һуң хайуан йән бирә.
Диагноз билдәле булғас та был территорияла (хужалыҡта, ауылда) карантин ҡуйыла. Ныҡлы карантин — сир менән көрәштә берҙән-бер сара. Эпизоотик сығанаҡта булған бөтә сусҡалар ҡанһыҙ ысул менән үлтерелә һәм яндырыла. Сусҡа мәйеттәре, түшәктәре, аҙыҡ ҡалдыҡтары, инвентарҙар, иҫке биналар, таҡта иҙәндәр һәм башҡалар шулай уҡ үртәлә. Хайуандарҙың торған урындары дизенфекциялана, шул иҫәптән кимереүселәр, бөжәктәр, талпандарҙы юҡ итеү саралары күрелә. Бынан тыш, сығанаҡтан 20 саҡрым әйләнәһендәге бөтә сусҡалар ҙа, сәләмәт булыуға ҡарамаҫтан, шулай уҡ үлтерелә һәм яндырыла. Карантин осоронда (бөтә саралар башҡарылғандан һуң 30 көн дауамында) малсылыҡ аҙыҡ-түлеге төрҙәренең барыһын да һатыу тыйыла. Артабан алты ай буйы сир булған территориянан үҫемлекселек продукттарын сығарырға ярамай. Хужалыҡта бер йылдан һуң ғына сусҡа үрсетергә мөмкин.
Сусҡаларҙың Африка тағуны вирусын территорияға индереүҙе иҫкәртеү маҡсатында нимәләр эшләргә?
- Хужалығығыҙға яттарҙы индермәгеҙ. Сусҡаларҙы иректә йөрөтмәгеҙ. Шәхси ярҙамсыл һәм фермер хужалыҡтарына сусҡаларҙы башҡа хайуандарҙан айырым һәм иреккә сығармайынса аҫрарға тәҡдим ителә.
- Сусҡаларҙы малсылыҡ аҙыҡ-түлеге, ҡайнатылмаған ҡалдыҡтар менән туҡландырыуҙан, ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән тыш муниципаль район территорияһына йорт һәм ҡырағай хайуандарҙы индереүҙән тыйылығыҙ.
- Сусҡаларҙы, улар аҫралған биналарҙы 10 көнгә бер тапҡыр ҡан һурыусы бөжәктәргә ҡаршы эшкәртергә онотмағыҙ. Уларҙы иректә йөрөтөргә тырышмағыҙ.
- Ветеринар-санитар хеҙмәт белгестәре тарафынан экспертиза үтмәйенсә сусҡаларҙы һуйырға һәм итен һатыуға сығарырға ярамай.
- Рөхсәт ителмәгән сауҙа урындарында ветеринариянан алынған документтары булмаған тере сусҡаларҙы һатып алмағыҙ.
- Мотлаҡ бер нисә баш сусҡаны ветеринар белгестәр тарафынан тикшереүгә, вакциналар яһауға һәм башҡа дизенфекциялауҙарға бирегеҙ.
- Хайуандарҙың мәйеттәрен, һуйғандан һуң уларҙың ҡалдыҡтарын сүплеккә ташларға, үҙегеҙҙең йәшелсә баҡсаһына йәки башҡа урынға күмергә ярамай.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, африка тағуны вирусы тыуҙырыуға, уны таратыуға сәбәпсе булған ҡылыҡтар өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Мария Тетеркина,
эпизоотикаға ҡаршы отряд начальнигы.
йоҡтороуҙың төп билдәләре:

Читайте нас: