Ауыл хужалығына субсидия ярҙамы хәҙер өс төргә бүленә. Яңы йылдан ауыл сәнәғәте комплексына ярҙам итеү алымдары үҙгәрҙе. Хәҙер уларға субсидиялар өс төргә бүленә: үҫемселеккә бәйләнмәгән (гектарға ярашлы) ярҙам, һөт тармағына субсидия, берҙәм төбәк субсидияһы. Былтыр ноябрь аҙағында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ошондай ҡарар ҡабул ителгәйне.
Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бындай ярҙам үҫемселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын айырым финанслауға, шулай уҡ ауыл сәнәғәте комплексының өҫтөнлөклө тармаҡтарын дәртләндереүгә, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Компенсациялаусы субсидия үҫемселекте һәм малсылыҡты үҫтереү маҡсатында илдең бөтә төбәктәренә үткән йыл күрһәткестәренән сығып бүленә. Быйыл илдең 84 төбәген финанслауға федераль бюджеттан 34,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Ҡеүәтләүсе субсидия ауыл сәнәғәте комплексындағы өҫтөнлөклө тармаҡтарҙы билдәләгән төбәктәргә бүленә. Ул сираттағы финанс йылы күрһәткестәре әһәмиәтенән сығып, планлы нигеҙҙә формалаша. Был субсидияла 81 төбәк ҡатнаша һәм был маҡсатта федераль бюджеттан 27,1 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.
Ауыл хужалығына күрһәтелгән бындай ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттарын бер юлы бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.