Үткән шәмбе көнө Архангелдең үҙәк майҙансығында ойошторолған “Нардуған” йолаһын асып, район хакимиәте башлығы барлыҡ ҡунаҡтарҙы, ауылдар халҡын байрам менән ҡотланы, сара артабан да даими уҙғарылырға, эске туризмды үҫтереү йәһәтенән урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙ эсенә алырға тейеш, тигән тәҡдимен индерҙе. Башҡортостан Республикаһындағы “Рәхим-Иле” парк-комплексы ЯСЙ-һы етәксеһе Ирина Ленова шулай уҡ барыһына ла изге байрам теләктәрен еткерҙе.
Асыҡ һауала үткән был сарала райондың барса 12 ауыл биләмәһе лә әүҙем ҡатнашты. Ҡапҡанан ингән һәр коллектив үҙҙәренең ауыл хакимиәте башлығы етәкселегендә төп майҙанға үтте. Урындағы тарихта беренсе тапҡыр ойошторолған ауыл советтарының матур колоннаһы тамашаға тантаналыҡ өҫтәне, йыйылған халыҡ таң ҡалып ҡараны. Биләмәләрҙең һәр береһе башҡорт, рус, татар, сыуаш, латыш халыҡтарының милли үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡул эштәренән күргәҙмәләр ҡорған, милли аш-һыуҙар менән һыйлы табындар теҙгән. Барыһы ла ныҡлы әҙерләнеп килгән, үҙенсәлекле булыуы менән үҙенә тартып тора ине. Бер урында боҫрап торған самауырҙан сәй яһаһалар, икенселәр ҡайнар ҡоймаҡ ҡойоп һыйлай. Район хакимиәте башлығы Илшат Нәжмитдин улы рәйеслегендә комиссияны һәр биләмә милли йолалар күрһәтеп ҡаршы алды. Һөҙөмтәлә Тәүәкәс ауыл биләмәһе (Фуат Аҫылғужин) — “Сәй рецепттарын һаҡлау өсөн”, Оҙондар ауыл биләмәһе (Рөстәм Мөхәмәтдинов), Липовка ауыл биләмәһе (Илдар Әбдрафиҡов), Ҡыҙыл Көрт ауыл биләмәһе (Владимир Карпов) — “Байрамға иң яҡшы әҙерләнгән өсөн”, Ырныҡшы ауыл биләмәһе (Андрей Сарычев) — “Үҙенсәлеклек өсөн”, Архангел ауыл биләмәһе (Ғәлей Төгөлбаев) — “Ҡунаҡсыллыҡ өсөн”, Инйәр ауыл биләмәһе (Павел Голубев) — “Милли кухняны тәҡдим иткән өсөн”, Арх- Латыш ауыл биләмәһе (Альберт Ибәтуллин) — “Йолаларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияларында билдәләнһә, Абҙан ауыл биләмәһе (Айнур Хәсәнов) — 3-сө, орловкалар (Гөлнара Тимербулатова) — 2-се, Баҡалды ауыл советы (Урал Шаһиев) 1-се урынды яуланы.
Нардуған байрамының шундай сағыу, күңелле үтеүендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, ағинәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур булды. Байрамда бар халыҡ – өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп күңел асты, уйнаны, түңәрәк уратып йырлап-бейене, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, киләһе йылға изге теләктәр теләне.