Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 11:05

Халҡын ихлас һөйгән шәхес ул

Бер талымһыҙ хеҙмәт итәҮҙ иленә, халҡына.Иң матур ер, иң ғәзиз ер—Тыуған яҡ, тип ашҡына.Ярата милләттәштәрен—Гел үрнәк булғандарҙы.Йәштәргә тәрбиә бирә,Ҙурлай гел уңғандарҙы.Үҙе ғүмер буйы үрләйТормоштоң үрҙәренә.Башҡортлоҡто яратҡандыңКәңәшсе һәр беренә.Ул — профессор, ғалим, лектор,Журналист һәм яҙыусы.Ҡарт әсәйем, туғандарым,Ғаиләм, тиеп яныусы.Ирмен тигән ир булғанғаХалҡын ихлас һөйә ул.Һәр башҡорт— аҫыл зат, тип,Халҡы өсөн көйә ул.Гөлирә Фәйрүзованың был шиғыры районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, хөрмәтле яҡташыбыҙ, ата-олаталары, өләсәйҙәре рухына тап төшөрмәйенсә рәхмәтле булып йәшәүсе Ғарифулла Яппаров тураһында.

Башҡорт теле көнө сиктәрендә Оҙондар ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, РФ һәм БР Журналистар союзы, Рәсәй Федерацияһы ассоциацияһы ағзаһы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр акдемияһы академигы Ғарифулла Хәбибулла улы менән йөкмәткеле осрашыу үтте. Сарала район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ильяс Сафин, район үҙәкләштерелгән муниципаль -ара китапханаһы методисы Светлана Рамазанова, Оҙондар ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхәмәтдинов, оло йәштәге Вәсәлимә Мөхәмәтдинова, Фәтиха Урманцева, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм башҡа тамашасылар ҡатнашты.
Яҡташыбыҙ үҙенең тормош юлы, хеҙмәт биографияһы, яҙыу эшенә нисек тотоноп китеүе хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Нәфис әҙәбиәт өлкәһендә тәүге китабы — “Тәҡдир” тип атала. Ул — төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр йыйынтығы. Ә икенсе китабы, ҙур күләмле “Инйәрҙәге Париж” үткән йылда нәшер ителде. Күп тә үтмәй рус теленә лә тәржемә ителде.
Яҙыу эше менән буш ваҡыттарында була. Ул бала-саҡтан китап менән дуҫ. Осрашыуға килеүселәр уның ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, заман менән бергә атлаусы, белемгә ынтылыусы, ныҡышмал шәхес икәнлеген белде.
Халыҡ араһында ҡайнап йәшәүсе, ябай, кешелекле, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыусы ла ул. Ҙур йәмғиәт эшмәкәре икәнлеген дә билдәләп китергә кәрәк: тыуған ауылында мәсет, Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙар рухына обелиск, мәктәп һалдырыусы.
Ул үҙе лә буш килмәгән. Ижад емештәре барланған китаптарын ауыл хакмиәтенә, ауыл һәм мәктәп китапханаһына, мәҙәниәт йортона бүләк итте. Бигерәк тә шуныһы ҡыуаныслы: яҡшы уҡыған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 12 уҡыусыға ла (Хәсәнов Булат, Хәбирова Илина, Кирәев Денис, Фәйзуллина Алина(11), Шәрипов Булат, Әйүпова Луиза, Ғөбәйҙуллина Рәлиә (10), Сөләймәнов Юлай (9), Хөсәйенова Жанна, Фәйзуллина Лиана (7), Ишмөхәмәтова Анелия (6) һәм Урманцев Марсель (5)) иҫтәлеккә китаптар эләкте.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фая Ғәзизова уның тормош һәм хеҙмәт юлы, ғаиләһе тураһында һөйләгәндән һуң матур йыр бүләк итте. Хәмдиә Хәсәнова башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры барыһының да күңеленә хуш килде. Уҡыусыларҙан Урманцев Марсель М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында», Хөсәйенова Эвелина Ф.Рәхимғолованың “Башҡортостан” шиғырҙарын ятланы.
Ҡунағыбыҙ оло быуын вәкилдәре Вәсәлимә Мөхәмәтдинова һәм Фәтиха Урманцеваға “Һуғыш балалары” миҙалын тапшырҙы. Эйе, үҙенең тыуған яғын яратҡан, халҡы өсөн янып-көйөп йәшәгәндәр генә бейек үрҙәргә күтәрелә. Кешене хеҙмәте биҙәй, тибеҙ. Ижад шишмәгеҙ урғылғандан- урғылһын, Ғарифулла Хәбибулла улы. Йәшәгеҙ һәм йәшнәгеҙ, тип изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙ ысын мәғәнәһендә, беҙҙең барыбыҙға ла үрнәкһегеҙ.
Сара һуңында мәктәп директоры Әлфирә Әйүпова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Сафин тәбрикләүҙәргә ҡушылып, изге теләктәрен еткерҙе.
Осрашыуға килеүселәр күңелдәренә дәрт, ыңғай тәьҫораттар алып таралышты.
Лилиә Ғәзизова,
Оҙондар мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: