Өс көн дауамында балалар менән Мәскәү ҡалаһынан килгән “Кибер Россия” лидер проекты белгестәре эшләне.
Тәүге көндә Анастасия Малина беҙгә Blender программаһын өйрәтте. Был программа моделдәр яһау, анимациялар һәм башҡа элементтарҙы үҙ эсенә алған компьютер графикаһын булдырыу өсөн ҡулланыла. Ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс шөғөл.
Икенсе көндө Артем Пачев етәкселегендә төрлө программа ҡушымталары булдырыу мөмкилеге биргән Unity программаһы менән таныштыҡ. Дәрес барышында бөтә нескәлектәре менән компьютер уйыны эшләп ҡараныҡ. Бик шәп килеп сыҡты!
Һуңғы көндә беҙҙең алда Левон Мапучарян сығыш яһаны. “Тормошта нимәгәлер өлгәшергә теләһәң ваҡытыңдың ҡәҙерен белергә, уны дөрөҫ файҙаланырға кәрәк”, — ти ул. Әлбиттә ваҡытыбыҙҙы бушҡа уҙғарманыҡ. Өҫтәлмә ысынбарлыҡ технологияларын ҡулланыу юлы менән мобиль ҡушымталар проекттарын төҙөнөк һәм был уйын ғына булманы, ә теге йәки башҡа һөнәри һәләттәрҙе нығытыу өсөн күнекмәләр ҙә бар ине. Фәһемле лекциялар һәм ғәмәли шөғөлдәрҙән һуң һәр кем кәрәкле эш башҡарыуын ныҡлы төшөндө.
Шулай итеп, ял көндәре һиҙелмәй үтеп китте, бик ныҡ арыһаҡ та, бәхетле инек. Хәҙер класташтарыбыҙ ғына түгел, программалаштырыуҙа ҡыҙыһынған һәр теләүсе менән белгәндәребеҙҙе уртаҡлаша алабыҙ. Ә кәрәкле мөһим ҡорамалдар иһә “Үҫеш нөктәһендә” бар.