Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2019, 14:30

Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты

Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле — халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.
Ул билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Башҡорт теле дәүләт статусына эйә булғандан алып, телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр атҡарылыуын танымау мөмкин түгел. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы законыбыҙ бар, милләтебеҙҙе танытҡан абруйлы шәхестәребеҙ, заманса ҡарашлы йәштәребеҙ ҙә байтаҡ
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңендә киләсәктә милләтебеҙҙең көсөн, йөҙөн күрһәткән, теленә битараф булмаған белемле шәхестәр тәрбиәләү бурысы ята. Ул үҙенең тел һағында тороусы көрәшсе икәнен яҡшы аңларға тейеш. Беҙ бөгөн башҡорт телен уҡытыу өлкәһендәге проблемаларҙа уҡытыусыны ғына ғәйепләргә күнеккәнбеҙ. Ә бит нигеҙ ғаиләлә һалына. Тәрбиәне үҙеңдән башла, ти халыҡ. Әгәр ҙә ата-әсә өйҙә башҡортса һөйләшә, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә икән, ошо мөхиттә үҫкән бала ла бер һүҙһеҙ уларҙың юлын ҡабатлай. Мәктәптә бала бары тик күңелендәге телһөйәрлек, илһөйәрлек орлоҡтарын үҫтерә, телдең халыҡты булдырыусы төп ҡорал икәнен нығыта, телмәрен грамматик яҡтан камиллаштыра ғына. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, милли үҙаң үҫтереүҙә, туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә иң тәүҙә ата-әсә яуаплы, шул уҡ ваҡытта ауыл хакимиәттәре, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, район, ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҙа был эштән ситтә торорға тейеш түгел.
Ҡайһы бер ата-әсә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу баланың өлгәш кимәленә насар йоғонто яһай, ваҡытты ала, тип һанай. Уларҙың төп дәлилдәренең береһе - бөтә бала ла тел үҙләштереүгә һәләтле түгел, тип һанау. Әммә, алгебра, химия, хатта йыр, рәсем дәрестәре буйынса ла барыһы ла алдынғы түгел. Тик был йәһәттән береһе лә ҡаршылашмай ҙа, дәғүә лә белдермәй...
Үҙ телеңде белмәү, унан баш тартыу енәйәткә тиң, тип һанайым. Бала ғына түгел, ололар ҙа ни тиклем күберәк тел белә, шул тиклем нығыраҡ үҫешкән, киңерәк ҡарашлы, тәрәнерәк фекерле була. Бер телде өйрәнеү икенсе телде өйрәнеүгә теләк тыуҙыра, этәреш бирә. Бары тик туған телде белеп кенә икенсе бер халыҡтың менталитетын аңлап, мәҙәниәтен хөрмәт итеп була. Бөгөнгө заман балалары быны яҡшы аңлай. Проблеманы барыһын да бала өсөн үҙе хәл итергә тырышҡан ата-әсә тыуҙыра. Ысынлап та, Яңы федераль стандарттар буйынса уҡытыу башҡорт телен ҡыҫырыҡлауға килтерҙе. Баланың көсөнә ышанмауҙанмы, әллә инде артыҡ ҡурсаларға тырышыуҙанмы, милләте менән башҡорт булғандар ҙа туған тел өйрәнеүҙән баш тартып, ғариза тотоп килә. Ата-әсәләргә аңлатырға тырышабыҙ, тик һәр береһен өгөтләп ултырыу ҙа дөрөҫ түгел. Башҡорт теле һис һүҙһеҙ уҡытылырға тейеш. Бары тик мотлаҡ үтәлергә тейеш булған ныҡлы закон кәрәк. Башҡорт теле яҡшы уҡырға ҡамасаулай, тип уйлау хата фекер.
Яҡшы уҡыған бала — ул бөтә яҡлап та яуаплы бала. Әгәр ул ысынлап та тик яҡшы билдәләргә генә уҡый икән, башҡорт теленән дә шундай уҡ өлгәш буласаҡ. Үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, бөтә бала ла телсе, йырсы йәиһә математик була алмай. Бында бары тик тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ менән генә алдырырға мөмкин. Эргәбеҙҙә бер генә инглиз дә, француз да йәшәмәй. Ләкин, ошо телдәрҙе яҡшы үҙләштереп, был өлкәлә уңыштарға өлгәшкән балалар ҙа етерлек. Башҡорт теле лә башҡа фәндәр кеүек яуаплылыҡ талап иткән фән. Ата-әсәләр үҙҙәре юҡтан проблема яһамаһа, рус телле балалар ҙа теләп башҡорт телен өйрәнә. Бөгөн яңы технологиялар алға киткән заманда ҡалыплашҡан алымдар менән уҡытҡан уҡытыусылар ҙа ҡалмағандыр. Һәр кем үҙ дәресен мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ, байыраҡ итеп үткәрергә тырыша. Бында эш уҡытыусы оҫталығынан ғына тормай. Тәү сиратта, баланың телгә ҡарата хөрмәте, уны өйрәнеүгә теләге булырға тейеш. Ә инде ата-әсәләр үҙҙәре үк башҡорт теленән баш тарта икән, ниндәйҙер һөҙөмтәләр тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Телеңде ихтирам итмәүеңә, балаңда уға ҡарата хөрмәт уятмауыңа ҡарап ҡына, башҡа бер милләт тә һине үҙенеке итеп ҡабул итмәйәсәк.
Милләтебеҙҙең туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә битарафлығы күңелде ҡыра. Саф башҡортса һөйләшкән йәштәребеҙ ҙә кәмей төҫлө. Күбеһе урыҫ һүҙҙәрен ҡушып һөйләшә, ә башҡорт телендәге ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бөтөнләй төшөнмәй ҙә.
Телебеҙ хаҡында мәдхиә йырлап, бай тарихыбыҙ менән генә ғорурланып йәшәп булмай. Заман һәр беребеҙҙән юғары кимәл, етди бурыстар үтәүҙе талап итә. Халҡыбыҙ белемле кешеләре менән генә көслө. Нәҡ уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе менән үҙебеҙ хаҡында сит милләткә белдерәбеҙ, хөрмәт уятабыҙ. Маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашырғанда ла улар ярҙамына таянырға тырышабыҙ. Белемле кешеләребеҙ үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен биш бармағылай яҡшы белергә, юғары телмәр мәҙәниәтенә эйә булырға тейеш. Был төшөнсәләргә һөйөү, хөрмәт ғаиләлә үк тәрбиәләнһә, уны камиллаштырыу, байытыу педагогтар иңенә төшә.
Нимә генә тимәйек, бары тик телебеҙ аша ғына үҙебеҙҙе донъяға таныта алабыҙ. Битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ арҡаһында телен генә түгел, бөтә халҡын юғалтыусыларҙы ла тарих яҡшы иҫләй. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты — башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.
Гөлфиә Аҫылбаева,
Тәүәкәс мәктебенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: